+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
21 Июль 2025, 04:00

Матур йола дауам итә

Бынан бер нисә йыл элек ҡауарҙылар Кесе Ватанға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән “Атайсал” проекты сиктәрендә: “Был проекттың матди уңайлыҡтар ғына түгел, рухи байлыҡ сығанағы булыу мөмкинлеген дә күҙ уңында тотоп, ауылдың мәҙәни тормошон йәнләндереү, төрләндереү маҡсатында йылдың-йылы бер нәҫел-араның барса тамырҙары бергә йыйылып, ауылдаштар өсөн байрам сараһы ойошторайыҡ”, - тип ҡарар иткәйне. Былтыр был матур йоланы үткәреү эстафетаһы Нәзировтарға тапшырылды һәм бына Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап, улар ҙа ауылдаштары өсөн оло байрам сараһы ойошторҙо.

Матур йола дауам итәМатур йола дауам итә
Матур йола дауам итә

Ысынлап та, олоғая килә һәр кем тыуған яғына тартыла, ауылды төҙөкләндереү, күркәмләндереүгә ҡулынан килгән тиклем ярҙам итә, өмәләрҙә ихлас ҡатнаша. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһын тормошҡа ашырыуҙа ла һәр кем үҙ өлөшөн индерә, ауылда үткән һәр сарала тиерлек ҡатнаша һәм ярҙам итә. Сираттағы сарала ла Нәзировтар нәҫеленең төрлөһө-төрлө яҡҡа таралған тамырҙары әүҙем ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, улар был сараға етди әҙерләнгән: Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайҙарына арнап баннер эшләткәндәр. Шулай уҡ балалар яҙыусыһы, шағирә, “Аҡбуҙат” журналының яуаплы сәркәтибе, Рәсәй Хөкүмәтенең киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Миңлегөл Тайсинаның ижадына арналған күргәҙмә-стенд та һәр кемдең иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Ошонда уҡ балалар журналы менән танышып, уға яҙылырға ла мөмкинселек бар ине.
Концерт Нәзировтарҙың аҡһаҡалы, мәғариф ветераны М.Х.Нәзировтың сығышы менән башланып китте.
- Нәҫелһеҙ кеше – ҡояшһыҙ көн кеүек. Әгәр ҡояш булмай торһа, донъялар ҡараңғы, тормош күңелһеҙ, моңһоу тойола. Ғаиләһеҙ, нәҫелен белмәй йәшәгән кешенең йәшәйеше лә ҡояшһыҙ көн кеүек күңелһеҙ, моңһоуҙыр. Сөнки ғаилә – ул эсәр һыу ҙа, һулар һауа ла. Һәр нәҫелдең төп бурысы - ғаилә ҡомартҡыларын аҙағына тиклем һаҡлап, бер-береңде хөрмәт итеп, лайыҡлы, эшһөйәр балалар үҫтереү. Ҡауарҙы ауылында бындай ғаиләләр бихисап. Нәзировтар тап ошондай нәҫел-араларҙың береһе. Бөгөн һүҙебеҙ атайҙар, уларҙың ҡаһарманлығы тураһында булыр, - тип һүҙ башланы Мәүлимбирҙе Хәйретдин улы. – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Нәзировтарҙан Айытбай Фәтхетдин улы, Ғәлимйән Сафуан улы, Зәйнулла Абдулла улы һәм атайым Хәйретдин Фәтхетдин улы ҡулына ҡорал алып, еребеҙгә Еңеү яулап ҡайтҡан ҡаһармандар һәм беҙ, уларҙың тоҡомдары, үҙебеҙҙе ғорурлыҡ менән еңеүселәрҙең дауамы, тип әйтә алабыҙ!
Мәүлимбирҙе Хәйретдин улы Нәзировтар нәҫеленең лайыҡлы ул-ҡыҙҙары, уларҙың уңыштары тураһында ҡыҫҡаса һөйләп, байрам сараһына йыйылыусыларҙы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы менән ҡотланы.
- Матур йола артабан да дауам итһен, сөнки тап ошондай саралар беҙҙе берләштерә, төрлө тарафта йәшәгән туғандар һәм йәш быуын бер-береһе менән таныша, аралаша, туғанлыҡ ептәрен нығыта. Еребеҙҙә именлек урынлашып, татыулыҡта, берҙәмлектә йәшәргә насип булһын барыбыҙға ла, - тип тамамланы ул һүҙен.
Артабан сәхнә түре был нәҫелдең таланттарына бирелде. Элекке "Арғымаҡ" төркөмө, хәҙерге Ҡурайсылар ансамбленең думбырасыһы, Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты Айрат Нәзиров менән районда киң танылған йырсы Хызыр Нәзировтың моңло ла, дәртле лә йырҙарын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. Ысынлап та, таланттарға бай Нәзировтар араһы. Мансур, Илфат, Айтуған, Гөлнур, Нәсиә, Нәсимә, Минзәлә һәм Фәрзәнә Нәзировтарҙың йырҙарын да яратып тыңланылар. Ата-әсәләренә оҡшап, балалары ла һәр яҡлап һәләтлеләр. Асия менән Сара Абдуллиналарҙың йыры, Элина Әбелғужина һәм Гөлнәзирә Тайсинаның дәртле бейеүҙәре ошоға дәлил булды.
Сараның бер өлөшө быйыл иғлан ителгән “Ватанды һаҡлаусылар” йылына арналды. Нәзиовтар араһынан бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙ именлеген һаҡлаусы яугирҙар ҙа бар. Мәҫәлән, тормошон хәрби хеҙмәткә арнаған Фазыл Нәзиров махсус хәрби операция биләмәһендә булғандан һуң бөгөнгө көндә алыҫ Сүриәлә именлек һаҡлай. Уның әсәһе Наилә Нәзированың МХО-лағы яугирҙарға, улына арнап яҙған шиғырҙарын, Гөлфиә (Ханнанова) Нәзированың “Отмените войну” тигән йырын тамашасылар күҙ йәштәренә күмелеп, тын ҡалып тыңланы. Ә инде яугир ҡатыны, бейеүсе Гөлдәр (Нәзирова) Әбелғужинаның сығышын көслө алҡыштарға күмде.
Концертты Миңлегөл Нәзирова-Тайсина менән Айтуған Нәзиров йәмле һәм йәнле итеп алып барҙы. Әйткәндәй, сараның сценарийын Миңлегөл Мәүлимбирҙе ҡыҙы әҙерләп, һәр сығышты үҙенең матур шиғыр юлдары менән биҙәп алып барҙы, тамашасыларға бер шәлкем шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе. Тамашасылар Нәзировтар араһы ойошторған саранан бик тә ҡәнәғәт булып, юғары баһаланы, алыҫ араларҙы яҡынайтып, ауылдаштары менән осрашыуға ҡайтҡан барыһына ла ҙур рәхмәттәрен белдерҙе.
Нәзировтар был матур башланғыстың эстафетаһын ауылдың тағы ла бер ҡалын һәм ихтирамлы Латиповтар нәҫеленә тапшырҙы. Тимәк, “Атайсал” проекты сиктәрендә ойошторолған был матур йола артабан да дауам итәсәк.
М.Мәмәтҡолова.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас