- тикшерелмәгән, махсус йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеү, һыуға сумыу;
- иҫерек хәлдә һыу инеү;
- йөҙә белмәү, балаларҙың өлкәндәр күҙәтеүенән тыш һыу инеүе.
Һыу объекттарында ял итеү фажиғәгә әйләнмәһен тиһәгеҙ, һаҡланыу саралары күрегеҙ:
- йөҙә белмәгән балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
- тикшереп сығылмаған урындарҙа һыуға суммағыҙ;
- һыу буйында ял итеү хәүефһеҙ булһын тиһәгеҙ, төҙөкләндерелгән пляждарҙы, һыу буйында ял итеү өсөн рәсми рәүештә билдәләгән урындарҙы ғына файҙаланығыҙ;
- балаларҙы йөҙөргә өйрәтеү өсөн пляждарҙың яр буйы акваторияһындағы хәүефһеҙ участкаларҙа йыһазланған махсус һыу инеү урындарын файҙаланығыҙ;
- һыу инеп йөрөгән үҫмерҙәрҙең ҡылығына һиҙгер булығыҙ;
- эскән хәлдә һыу инмәгеҙ;
- ярҙан алыҫ йөҙөп китмәгеҙ – кире әйләнеп ҡайтырға көсөгөҙ ҡалһын;
- һыуҙа оҙаҡ тороп, тәнегеҙҙең артыҡ һыуыныуына юл ҡуймағыҙ, юғиһә өшөрһөгөҙ, ҡорошҡаҡ тотор;
- һыу аҫтында кейә торған битлек һәм тын алыу көпшәһе ҡулланып йөҙгәндә бик һаҡ булығыҙ;
- йөҙөү өсөн автомобиль камералары, тын тултырмалы матрастар һәм йөҙөү өсөн тәғәйенләнмәгән башҡа әйберҙәр ҡулланмағыҙ.
Район хакимиәтенең Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса бүлеге.