

Сара сиктәрендә һыбай килеш уҡ атыу турниры, семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Ярыштар уҡ атыуҙы популярлаштырыу, халыҡты спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында уҙғарылып, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы сиктәрендә ойошторолғайны.
2016 йылда тәүге тапҡыр үткәрелгән турнир йылдан-йыл күберәк ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы йәлеп итә, боронғо традицияларҙы һаҡлап ҡала һәм был спорт төрөн яратыусыларҙы берләштерә. Быйыл был бәйгегә Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән: Әбйәлил, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Ейәнсура, Өфө, Ауырғазы, Белорет һәм Бишбүләк райондарынан, шулай уҡ Баймаҡ, Учалы, Өфө, Күмертау, Ишембай һәм Сибай ҡалаларынан 100-гә яҡын спортсы йыйылды. Турнирҙың географияһын Алабуға (Татарстан Республикаһы) командаһы киңәйтте.
Сарала абруйлы ҡунаҡтар: Ғафури районы муниципаль район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫарҙары Гөлдәр Хәмитова һәм Эльза Ҡарамырҙина, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов ҡатнашты.
Ярыштар халыҡ-ара дисциплиналар һәм ҡағиҙәләр буйынса үтте. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында: 70 метрға төрөк “Пута”, 35-40 метрға Урта Азия (Ҡырғыҙ), 30 метрға Ҡаҙаҡ Джамбы сәбе, шулай уҡ Венгрия һәм Корея маршрутынан торған номинацияларҙа үтте. Был дисциплиналар Бөтә донъя күсмә халыҡ уйындары программаһына инә һәм улар буйынса халыҡ-ара ярыштар үткәрелә.
Ярыштың беренсе көнөндә, иң яҡшылар исеменә үҙебеҙҙең райондан 11 өлкән һәм 20 йәш уҡсылар көрәште. Ғафури районы уҡсылары араһында турнирҙың баш судьяһы булып Илшат Хәбибуллин сығыш яһаны. Ә икенсе көндә төп алыштар башланып, унда төп турнирҙың баш судьяһы булып “Юрмаш мәргән” клубына нигеҙ һалыусы Рәйес Низаметдинов торҙо.
Турнир ҡунаҡтары бәйгелә ҡатнашыусыларҙы ғына күҙәтеп ҡалманы, ә бай концерт программаһын ҡарап, урындағы һөнәрселәрҙең эштәре менән танышып, Мәжит Ғафури һәм Жәлил Кейекбаев музей экспозицияларында ла булды.
“Уҡлыҡая уғатары” турниры театрлаштырылған тамаша һәм күрһәтмә сығыштар менән тантаналы рәүештә асылды. “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле һәр ваҡыттағыса сараның сағыу биҙәге булып торҙо. Төштән һуң уҙғарылған этно һәм милли спорт төрҙәрен үҫтереүгә арналған “түңәрәк өҫтәл” дә эшлекле шарттарҙа үтте. Ҡурай формаһында теҙеп ҡоролған тирмәләр барыһын да һоҡландырҙы. Имәндәш ауылының имам-хатибы Салауат Түзбәков изге доғалар уҡып, уҡсыларҙы ярышҡа әйҙәне.
Бәйге сәмле һәм ныҡышмал барҙы. Һәр кем тура тейҙерергә теләп, яҡшы һөҙөмтәләргә өмөт итеп уҡтарын сәпкә йүнәлтте. Әлбиттә, жюри ағзаларына ла еңелдән булмағандыр, әммә бында ла көслөләр, таҫылдар, түҙемдәр үҙ маҡсатына иреште. Һөҙөмтәлә, венгр маршруты буйынса 1-се урын Рушан Хәсәновҡа (Өфө ҡалаһы), 2-се - Нуриман Хәйруллинға (Әбйәлил районы), 3-сө - Айнур Низаметдиновҡа (Салауат районы) бирелде. Корея маршрутында 1-се урынды Рушан Хәсәнов (Өфө ҡалаһы), 2-сене - Нуриман Хәйруллин (Әбйәлил районы), 3-сөнө - Айнур Низаметдинов (Салауат районы) алды. Профи номинацияһында - ир-егеттәрҙән 1 урынды Хөрмәт Таһиров (Сибай ҡалаһы), 2-сене - Тимур Өмөтбаев (Баймаҡ районы), 3-сөнө - Илнур Ғәбитов (Бөрйән районы); ҡатын-ҡыҙҙарҙан - 1-се урынды - Динә Вәлиева (Учалы районы), 2-сене - Лиана Ихсанова (Учалы районы), 3-сөнө Әлиә Ишморатова (Бөрйән районы) яуланы. 55 йәшкә тиклемге ир-егеттәр араһында 1-се урынды Ишморат Хәбиров (Баймаҡ районы), 2-сене - Азамат Рыҫҡолов (Бөрйән районы), 3-сөнө Камил Шәрәфетдинов (Әбйәлил районы); 55 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1-се урынды - Миләүшә Хәлилова (Әбйәлил районы), 2-сене - Нилә Исламова (Учалы районы), 3-сөнө Зөһрә Сәфәрғолова (Ишембай районы) алды. Тәү башлап уҡ атыусы егеттәрҙән 1-се урын - Фәйез Иҙрисов (Баймаҡ районы), 2-се - Илнур Сәйфетдинов, 3-сө - Рәсил Килдебаевҡа (Өфө ҡалаһы); ҡатын-ҡыҙҙарҙан 1-се урын - Гүзәл Буранғолова (Бишбүләк районы), 2-се - Луиза Исрафилова (Белорет ҡалаһы), 3-сө - Ангелина Мөхәмәтйәроваға (Ғафури районы) бирелде. Команда ярыштарында 1-се урынды “Баҡшай” (Учалы районы), 2-сене - "Маҡсат" (Алабуға ҡалаһы, Татарстан Республикаһы), 3-сө урынды Ғафури районы командаһы яуланы. 8-10 йәштәге йәш ҡатнашыусылар араһында Марсель Кальсин - 1-се, Әмир Йәрмиев - 2-се, Самира Йәрмиева 3-сө урын алһа; 11-14 йәшлек ҡыҙҙар араһында Дилә Абдуллина - 1-се, Гөлнәзирә Кәримова - 2-се, Элина Исхаҡова 3-сө урын; 11-14 йәшлек малайҙар араһында Максим Трофимов - 1-се, Ранис Ғәлин - 2-се, Әмирхан Кәримов 3-сө урын алыуға өлгәште.
Үҙҙәренең мәргәнлеге менән генә түгел, стилле кейемдәре менән дә айырылып торған ҡатнашыусылар Ангелина Мөхәмәтйәрова, Әмир Йәрмиев, Роберт һәм Марсель Кальсиндар “Иң яҡшы уҡсы костюмы өсөн“ махсус дипломдар алды. Дөйөм алғанда, турнирҙа ҡатнашыусылар, еңеүселәр был бәйгелә матур бүләктәр алып та ҡыуаныс кисерҙе. Байрам сиктәрендә районыбыҙҙың мәҙәни тормошонда әүҙем, намыҫлы эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә Мәҙәниәт министры Ә.И.Шафиҡованан Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Был көндө мәргәндәрҙең күңелендә батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, сыҙамлыҡ, таҫыллыҡ кеүек күркәм сифаттар сағылып тора ине. Уҡ-һаҙаҡ элек халҡыбыҙҙа һунарға йөрөү, яуға барыу ҡоралы булһа, хәҙер беҙҙең өсөн ул спорттың бер төрө. 2016 йылда старт алған "Уҡлыҡая уғатары" бәйгеһе йыл һайын боронғо йолаларҙы нығыта һәм атыу сәнғәтен һөйөүселәрҙе берләштерә, башҡорт халҡының йолаларын яратыусылар араһында билдәлелек ала бара. Милли уҡ-һаҙаҡтан атыу йолаһын тергеҙеү, үҙаллы шөғөлләнгән уҡсыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу, уҡ атыуҙың традицион алымдарын өйрәнеү, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән ошондай турнирҙарҙың уҙғарылып тороуы ҡыуаныслы. Һоҡланғыс Уҡлыҡая ҡосағында, Еҙем буйында үҙҙәренә матур ял көндәре бүләк итеп, уҡ атып, “Ятып ҡалғансы, атып ҡалғаныбыҙ һәйбәт булды!” - тип таралышты был бәйгелә ҡатнашыусылар. Эйе, был күңел асыу сараһы ғына түгел, ә милләтте рухи тәрбиәләү, үҫеп килгән быуында үҙ милләтенә, тыуған иленә, тарихына ҡарата һөйөү уятыу ҙа булып тора. Был юлы ла беҙ башҡорт яугирҙары хаҡында хәтерҙе яңырттыҡ, тәбиғәтебеҙгә һоҡланып баҡтыҡ.