+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
26 Июль 2025, 05:00

Һатып алыусылар рәхмәте – иң юғары баһа

- Усолкалағы магазиндарҙа нишләптер әйберҙәр ҡиммәтерәк ул. Ошондай уҡ тауарҙар беҙҙең Ҡарағай магазинында кәмендә 15-20 һумға осһоҙораҡсы, - бер нисә тапҡыр ошондайыраҡ һөйләшеүҙең шаһиты булырға тура килде. Ауыл яғына барғанда ла туғандар Ҡарағай магазинын маҡтап бер булды. Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күреүең мең артыҡ, тиҙәр бит. Юл төшкәндә беҙ ҙә ошо маҡтаулы магазинға инеп сығырға булдыҡ.

Һатып алыусылар рәхмәте – иң юғары баһаҺатып алыусылар рәхмәте – иң юғары баһа
Һатып алыусылар рәхмәте – иң юғары баһа

Ҡарағай ауылының ҡап уртаһында, юл буйында ғына урынлашҡан икән был “Ҡарағай” магазины.
- Һаумыһығыҙ, үтеп китегеҙ, - тип ихлас йылмайып ҡаршы алды беҙҙе һатыусы. Ҡыҙыҡһынып, арлы-бирле тауарҙарҙы күҙҙән үткәргән арала тиҫтәләгән һатып алыусыны хеҙмәтләндереп өлгөрҙө ул. Итәғәтле, алсаҡ һатыусы Рәйлә Зәкир ҡыҙы икән. Был магазиндың хужалары тураһында һорашҡас, шуны ла белмәйһегеҙме ни, тигәндәй ғәжәпләнеп ҡарап алды ул.
- “Ҡарағай”ҙың эш башлауына хәҙер 16 йыл самаһы бит инде, хужалары Миңнира Әҡсән ҡыҙы менән Радик ағай Сәғитовтар. Миңнира апай әле яңы ғына ҡайтып киткәйне, хәҙер килеп етер ул, - тип йәһәт кенә телефондан шылтыратты ла, ашығып, шул арала сиратҡа теҙелеп китеүселәрҙе хеҙмәтләндерә башланы. Ысынлап та, халыҡ өҙөлмәй магазиндан, кемдәрҙер ҡосаҡ-ҡосаҡ итеп газлы һыу алһа, икенселәренә аҙыҡ-түлек кәрәк. Шешлек, күмер, тоҡсай тултырып туңдырма, көнбағыш алыусылар, хатта буяу, ҡаҙаҡ һорап килеүселәр ҙә булды шул арала.
Оҙаҡламай магазиндың хужабикәһе лә килеп етте. Ә ул беҙҙең күптәнге танышыбыҙ, бер осор гәзитебеҙгә әленән–әле мәктәп тормошо хаҡында мәҡәләләр ебәргән “Өмөтлө ҡәләм” ижади бәйгеһенең күп призёрҙарын тәрбиәләгән мәғариф ветераны Миңнира Әҡсән ҡыҙы булып сыҡты.
- Бынан 25 йыл самаһы элек, колхоз тарҡалғас, водитель булып эшләгән ирем Радик “ниндәй ҙә булһа берәй эшкә тотонорға кәрәк”, тип байтаҡ ҡына уйланып йөрөнө лә, үҙен сауҙа өлкәһендә һынап ҡарарға булды, - тип нисек был эшкә килеүҙәре хаҡында һөйләп алып китте ул.
- Иң башта Таш-Аҫты ауылында магазин асты, унан Мораҙ ауылында магазин төҙөнө. Ул былай ҙа бәләкәй ауыл бит инде, әкренләп унда йәшәүселәр ҙә бер-бер артлы күсенә башланы. Шунан, уйлап-кәңәшләштек тә, Ҡарағайҙа ошо магазинды астыҡ. Үҙебеҙсә тырышабыҙ, хаҡлы ялға туҡтағас, бына мин дә иптәшемә ярҙам итеп, эшҡыуар булып киттем, - тип көлдөрөп тә алды.
- Тауарҙарҙы ҡайҙан һәм нисек ташыйһығыҙ? - тим.
- Нигеҙҙә, Стәрлетамаҡтан инде. Аҙыҡ-түлек кенә булыр, тип уйлағайныҡ та, халыҡ төрлө тауарға заказ бирә башлағас, көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙар магазины иттек. Һатып алыусыларҙың ихтыяжын өйрәнеп, тауарҙарҙы заказдар буйынса алып ҡайтырға, ассортиментты киңәйтергә тырышабыҙ, - ти Миңнира Сәғит ҡыҙы. – Ауылдаштарға шәхси хужалығында етештергән аҙы-түлеген һатышырға ла ярҙам итәбеҙ. Юл буйы бит, Еҙем буйына ял итергә килеүселәр, туристар ауыл ҡаймағы-ҡоротон, йомортҡаһын, балын теләп һатып ала.
- Сауҙа тармағы бик мәшәҡәтле һәм ҡатмарлы булыу өҫтөнә, һатып алыусыларҙың да төрлөһө бар бит. Барыһына ярарға ла кәрәктер. Был эшкә тотоноуығыҙға үкенмәйһегеҙме, мәшәҡәттәр, сығымдар үҙен аҡлаймы? - тип һорап ҡуйҙым унан.
- Әлләсе, ул турала уйларға ваҡыт та юҡ. Былай кемдеңдер ризаһыҙлыҡ белдергәнен ишеткәнебеҙ юҡ. Киреһенсә, күптәр, бигерәк тә эргә-тирәләге ауылдарҙан килеүселәр, ошолай юл ыңғайы инеүселәр рәхмәтле булып сығалар. Эш башлағанда үҙебеҙҙең “йыйнаҡҡа” таяндыҡ, кредит-фәләнгә инмәнек. Элек бит 60-лап бал ҡорто тоттоҡ. Шул ныҡ ярҙам, этәргес булды, әле лә күпләп түгел, үҙебеҙгә етерлек кенә итеп ҡорт тотабыҙ. Юҡ, үкенмәйбеҙ, киреһенсә, кәрәкле әйберҙәрен алып ҡайтып кемдәргәлер изгелек эшләй алыуыбыҙға һөйөнәбеҙ генә, - тип яуапланы ул.
Ауыл эшҡыуарҙары Сәғитовтарҙың эшенән Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов та ҡәнәғәт.
- Бик матур эшләйҙәр. Тотош биләмә халҡын кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеп торалар. Кем нимә кәрәк ти, шундуҡ табып, алып ҡайтып бирәләр. Биләмә тормошонда ла әүҙем ҡатнашалар. Ниндәйҙер сара, байрам үткәрер булһаҡ та, ғәҙәттә, ярҙам һорап магазиндарға мөрәжәғәт итәбеҙ бит инде. Бер ваҡытта ла “юҡ”, тип кире борғандары юҡ, ихлас ярҙам итәләр, - ти Әхнәф Әхиәр улы уларҙың эшен баһалап.
Ошо көндәрҙә сауҙа хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең байрамын билдәләй. Ауылдаштарына сауҙа хеҙмәте күрһәтеүсе Сәғитовтарҙы ла ошо уңайҙан ҡотлап, артабан да һатып алыусыларының рәхмәт һүҙҙәрен генә ишетеп, уңышлы эшләүҙәрен теләйбеҙ.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Һатып алыусылар рәхмәте – иң юғары баһа
Һатып алыусылар рәхмәте – иң юғары баһа
Һатып алыусылар рәхмәте – иң юғары баһа
Һатып алыусылар рәхмәте – иң юғары баһа
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас