+28 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
28 Июля 2025, 04:00

Ауылыбыҙ шағирҙары менән осраштыҡ

Мин шағир ҙа, яҙыусы ла түгел, Ә яратам шиғыр яҙырға.Дуҫтар, туғандарым өсөн,Һатыр өсөн түгел баҙарҙа.Шиғыр юлдарына һаламКүңелемә килгән һүҙҙәрҙе.Кешеләрҙең һөйләгәнен тыңлап, Үҙ күҙҙәрем менән күргәнде, - тип башланып китте мәҙәниәт йортондағы "Тыуған яҡтан илһам алып..." тип исемләнгән сираттағы әҙәби-музыкаль сара. Ауылдашыбыҙ, һәүәҫкәр шағир Марс Ибраһимов тәҡдиме буйынса ағинәйҙәр әҙерләгән был осрашыу юғары кимәлдә үтте, тиһәк тә яңылышмабыҙ.

Ауылыбыҙ шағирҙары менән осраштыҡАуылыбыҙ шағирҙары менән осраштыҡ
Ауылыбыҙ шағирҙары менән осраштыҡ

Имәндәш ауылы таланттарға бай бит ул. Бына ошо осрашыуға ла шиғри йәнле ауылдаштарыбыҙ Розалия Ваһапова, Лиза Ибраһимова-Мусина, һәүәҫкәр йырсылар Илшат Муллашев, Зифа Әхмәтова килгәйне. Кисә барышында ҡунаҡтар сығыш яһап, үҙҙәре, ижадҡа нисек килеүҙәре тураһында һөйләне, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр. Бөгөнгө көндә махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙ именлеген һаҡлаусы яугир шағирыбыҙ Рәсих Муллашевтың тыуған ауылына арнап күңелдәргә инеп китерлек итеп яҙған шиғырҙары ла яңғыраны.
Әҙәби-музыкаль кисә булғас инде, ул йыр-моң менән бергә үрелеп барҙы. Ауылдаштары, ҡунаҡтар алдында Зифа Әхмәтова, Сәйетбабанан Фәнүр Баязитов, Илшат Муллашев, Резеда Ишемйәрова моңло йырҙары менән сығыш яһаны. Әйткәндәй, был кисәлә Илшат Муллашевтың шиғырҙар яҙыуы ла асыҡланып, уның да шиғырҙарын тыңларға насип булды. Ағинәйҙәребеҙ ҙә ситтә ҡалманы - тамашасыларға дәртле йырҙарын бүләк итте. Район Советы депутаты Сәлих Муллашевтың, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әхнәф Ноғайғоловтың сығышы сараның мәртәбәһен тағы ла арттырҙы.
Китапханасы Айгөл Түзбәкова "Тыуған яғым - илһам сығанағы" темаһына яҡташ шағирҙарыбыҙҙың китаптарынан күргәҙмә лә әҙерләгән ине. Әҙәби-музыкаль кисәне Айгөл Түзбәкова алып барһа, музыкаль яҡтан Рәфис Рәшитов биҙәне.
Ҡунаҡтар ҙа буш ҡул менән килмәгән: Марс Ибраһимов (ул элек-электән мәктәпкә ярҙам итеп,спорт кәрәк-яраҡтары бүләк итә ине) менән Лиза Мусина китаптарын, Розалия Ваһапова иһә китаптарынан тыш Имәндәш ағинәйҙәренә сәй сервизы бүләк итте. Ағинәйҙәр ҙә матур теләктәргә ҡушып ҡунаҡтарға бүләк тапшырҙы. Осрашыу сәй табыны артында һөйләшеү, фекер алышыу менән тамамланды.
Рәмилә МӘХМҮТОВА,
мәғариф ветераны, Имәндәш ауылының ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас