

Эйе, Ташлы ауылы районыбыҙҙың күркәм тәбиғәтле, уңайлы урынында урынлашҡан. Бында төрлө милләт халыҡтары дуҫ һәм татыу йәшәй. Ташлылар үҙенең уңғанлығы һәм тырышлығы менән дә айырылып тора. Заманында тарихта ҡалған Красноусол быяла заводы өсөн бындағы карьерҙан ҡом-таш, эзбиз сығарылып, күп халыҡ шунда тир түккән. Хәҙер ауыл халҡы башлыса ситкә йөрөп эшләй, мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт тотоп көн күрә. Ауылда береһенән-береһе матур өйҙәр янына яңылары ла ҡалҡып сығыуы һөйөнөслө.
Ауылға килеп ингәс тә бында байрам буласағы күҙгә ташланып тора ине. Ҡапҡалар шарҙар менән биҙәлгән, кемдер гөлдәрен дә кәртә тышына сығарып ултыртҡан, ихаталар алдындағы машиналар ҙа байрам буласаҡ ергә барырға әҙер тора. Ауылда йәшәгәндәр ҙә, ситтәгеләр ҙә тыуған ауылдарының 120 йыллыҡ юбилей тантанаһына ашҡынып йыйылды. Байрам үтәсәк урын шат тауыштарҙан гөрләп тора: бер-береһе менән ҡосаҡлашып күрешәләр, танышалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Нисек кенә булмаһын, ғәзиз ер, тыуған тупраҡ уларҙы берләштерә лә, йәшәргә көс тә бирә бит.
Байрамға килгән хөрмәтле ҡунаҡтарҙы - район Советы рәйесе Галина Викторовна Петрова, район хакимиәтенең бүлек начальнигы Илдар Мәхәмәҙей улы Вәлиев, ошо ауылда тыуған, Ишембай ҡалаһының “Халыҡтар дуҫлығы” йорто рәйесе Нина Петровна Базарованы ташлылар төрлө милләт кейемендә сәк-сәк, ҡымыҙ менән ихлас ҡаршыланылар. Артабан ҡунаҡтар һәр бер урам айырым әҙерләгән тамаша, күргәҙмәләрҙе ҡарап үтте. Иң тәүҙә уларҙы Набережная урамындағылар “Йәшәреү” тигән сығыш менән ҡаршы алды. Бында үҙҙәре сығарған йор һүҙле таҡмаҡтар ҙа, йырҙар ҙа яңғыраны, өҫтәл тулы һый-хөрмәт тә бар ине. “Беҙҙең урамдағылар күңелле йәшәй, шуға ла һәр саҡ йәшбеҙ”, - тинеләр. Максим Горький урамындағылар ҙа уларҙан ҡалышмаған, гармунға ҡушылып йырлап, һыйлы табындан үҙҙәре етештергән аш-һыуҙан ауыҙ иттереп ҡаршыланылар. Бында үҙҙәренең ғорурлығы булған махсус хәрби операцияла, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡындарына стенд, сәскәләрҙән фотозона эшләгәндәр ине. Ә Үҙәк урамдыҡылар: “Урамыбыҙ иң ҙуры, ҡунаҡсыл, эшһөйәр кешеләре менән данлы”, - тип ҡаршыланылар. Эйе, үҙҙәре бешереп әҙерләгән табындан да уларҙың уңғанлығы күренеп тора ине инде. Шулай уҡ сығышы менән ошо ауылдан булған Ирина Заһитованың күн әйберҙәрҙән эшләнгән паспорт тышлығы, папка һәм башҡа шундай әйберҙәрен дә күптәр һоҡланып ҡараны.
Гагарин урамындағылар, исеме үк әйтеп торғанса, осоуға бәйле таҡмаҡтар сығарып, үҙҙәренең һәр саҡ юғарыға ынтылыуҙарын еткерҙеләр. Уларҙың да һыйлы өҫтәлдәренән күҙ ҡамаша ине. Бында Ләүзә Ғүмәрованың муйыл, укроп ҡушып эшләнгән ҡоротон, Гүзәл Ғарифуллина менән Миңниса Ниғмәтуллинаның төрлө үлән сәйҙәрен ауыҙ итеп, һатып алырға ла мөмкин ине. Интернациональ урамындағыларҙың ялтыр самауыры әллә ҡайҙан балҡып, ҡунаҡтарҙы үҙенә саҡырып, йор һүҙле, егәрле хужабикәләр иһә ҡунаҡтарҙы тәмле сәй менән ҡаршыланы. Был урамда йәшәүселәр ауылдың, урамдарҙың барлыҡҡа килеү тарихын да ҡыҫҡаса яҡтыртты. Килгән ҡунаҡтар жюри ағзалары менән берлектә ижади, фантазияға бай, йыр-моңло, һыйлы “ауыл урамдарын” урап сыҡты. Бында уларҙың нисек йәшәүҙәре, бер-береһенә ҡараштары, йомартлыҡтары, күңел байлыҡтары ла сағылыш тапҡайны.
Һуңынан барыһы ла төп байрам сараһы үтәсәк майҙанға, сәхнә янына юлланды. Бында ла ташлыларҙың байрамға етди әҙерләнгәне күренеп тора, эскәмйәләр эшләнгән, тирмә ҡуйылған, тирә-йүне матурлап сабылған. Сәхнәгә лә баннер эшләнеп, үҙҙәренең һәүәҫкәр шағирәләре - уҡытыусы Рәүфилә Ибраһимова ауылды һүрәтләп, данлап яҙған:
Матур урынға һыйынған
Ауылым минең – Ташлы.
Исеме лә бик килешкән,
Сөнки ере ныҡ ташлы.
Ғорур тауҙар урап алған
Ауылдың тирә-яғын.
Ә тауҙары ябай түгел,
Сихри урман ҡаплаған, - тигән һүҙҙәр яҙылып ҡуйылған.
Башта алып барыусылар Миләүшә Йомағолова менән Владимир Воронцов сәхнә янына йыйылыусыларҙы ихлас сәләмләгәс, байрам сараһы “Ташлы” ансамбленең “Ташлы, минең яратҡан Ташлым” йыры менән башланып китте.
Артабан һүҙ ауыл биләмәһе башлығы Миңнияр Зәйнулла улы Ибраһимовҡа бирелеп, ул үҙ сығышында: “Яратҡан ауылыбыҙҙың 120 һәм Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан барығыҙҙы ла ҡотлайым. Ауылда күп милләтле халыҡ дуҫ һәм татыу йәшәй. Барығыҙға ла һаулыҡ-сәләмәтлек, именлек, шатлыҡ-һөйөнөстәр теләйем. Әле махсус хәрби операцияла булған егеттәребеҙ иҫән-һау ҡайтып, алда шатланып йәшәргә яҙһын. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ”, - тине һәм ҡыҫҡаса ошо арауыҡта эшләнгән ҙур эштәрҙе барлап үтте, һуңынан ауылды төҙөкләндереүҙә ярҙам иткән Илшат Ҡасимов, Айҙар Ишбулдин, Виктор Узелков, Илдус, Әхмәт Алтынсуриндар, Мәүфил Ғафаров, Леонид Федоров, Денис Узелков, Владимир Назаров, Юрий Ардашов, Клара Назарова, Николай Дорофеев, Рауил Кәримов, Владимир Узелков, Таһир Батыршин, Максим, Петр Воронцовтарға, шулай уҡ ҡаһарман улдар үҫтергән атай-әсәйҙәр Гүзәлиә һәм Владимир Черновтар, Светлана һәм Ришат Юлдашевтар, Светлана Кашав, Нәүилә Анамова, Антонина Пастухова, Надежда Бурденковаға, әле махсус хәрби операцияла булған яугирҙарҙың яҡындарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
- Хөрмәтле Ташлы ауылы халҡы! Һеҙҙе район хакимиәте башлығы Венер Вахитов һәм үҙемдең исемдән байрамығыҙ айҡанлы ҡотлайым. Тап 40 йыл элек, яҙмыш мине ошо ауыл менән бәйләп, институттан һуң Ташлы ауылында лесничество лесничийы булып 22 йәштә эш башлағайным. Ауыл халҡы ул ваҡытта ла дуҫ, берҙәм ине. Беренсе тапҡыр ошонда интернациональ халыҡтың бер төптән йәшәгәнен күрҙем. Бында башҡорт, татар, рус, сыуаш, украин, хатта бер чукча ла бар ине. Улар һоҡланғыс кешеләр, етәкселәр булды. Шул саҡтағы һәйбәт етәксе булған Константин Ващенко, Сәрүәр Хәсәнов, Александр Климов, Валентина Сорокотяга һәм башҡа бик күптәрҙе атап үтәһем килә. Ошо ауыл мине кешеләр менән эшләргә, етәкселек итергә, нимәгәлер өлгәшергә өйрәтте. Өйөндә йәшәткән Люба апай сыуашса күпме өйрәтергә тырышһа ла, шуны ғына өйрәнә алманым. Киләсәктә лә һеҙгә ҡоростай һаулыҡ, уңыштар теләйем, барыбыҙ ҙа иҫән-имен булып, һәр кем артабан да ауылдың сәскә атыуына үҙ өлөшөн индереп йәшәһен, - тине Илдар Вәлиев үҙ сығышында һәм район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән Миңнияр Ибраһимовты, Евгения Флячинскаяны, Маҡтау ҡағыҙы менән Юрий Ардашовты ҡотланы.
Район Советы рәйесе Галина Петрова ташлыларҙы ихлас ҡотлап, ҡайнар теләктәрен еткерҙе һәм уҡытыусы-ветеран Валентина Сергеевна Сорокотяганы һәм “Ташлы” ЯСЙ-е экскаваторсыһы Данил Васильевич Триндюкты район Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.
70 йыл элек ошо ауылда тыуған Нина Базарова ла яҡташтарына иң ҡайнар теләктәрен юллап, Башҡортостан Республикаһының “Халыҡтар дуҫлығы йорто” исеменән Миңнияр Ибраһимовҡа, Данил Триндюкка, Василий Курбатовҡа, Юрий Ардашовҡа, Николай Дорофеевҡа, Виталий Узелковҡа Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.
Был көндө байрам уңайынан матур йәшәүсе ғаиләләр ҙә бүләкләнеп, Илдар Вәлиев үҙенең шәхси бүләген Айҙар Ишбулдиндың ғаиләһенә тапшырҙы, ауыл биләмәһенең бүләген Николай Дорофеев, Данил Триндюк ғаиләләре алды.
Байрамдың иң ҡыҙыҡлы, сағыу өлөшө мотоблоктар парады булғандыр. Сәхнә алдынан биҙәлгән техникалары менән үткәс, уларҙың хужалары ла бүләкләнде. Байрам концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Үҙҙәренең йыр-моңдары менән “Ташлы” ансамбле, күрше Ташбүкән ауылы йырсыһы Роза Кәримова һәм башҡалар биҙәне. Педагогик хеҙмәт ветераны Лидия Анатольевна Ускова-Кузьминаның үҙе яҙған шиғыры ла ауылдаштарына бүләк булып яңғыраны. Миңзилә Монасипованың бейеүе барыһының күңеленә хуш килде.
Балалар өсөн халыҡ уйындары ла ойошторолғайны. Улар арҡан тартышып, ауыш бағанаға менеп, тоҡ менән һуғышып, волейбол уйнап рәхәтләнде.
Ысынлап та, был байрам киләсәк быуынға ла күп милләтле халыҡтың дуҫ йәшәүен, берҙәмлекте күрһәтеп тора ине. Был көндө ташлылар илебеҙҙең төрлө тарафтарына һибелгән ауылдаштарын, балаларын барланы, бергәләп күңел асты. Шулай бер-береңдең хәлен белеп, ауыр саҡта ярҙам ҡулын һуҙып, татыу йәшәгәндә генә бар булырбыҙ, киләсәгебеҙ, ауылыбыҙҙың йолалары юғалмаҫ. Байрам һуңға тиклем дауам итеп, кискелектә йәштәр өсөн дискотека ойошторолдо. Һәр кем байрамдан ҡәнәғәт булып таралышты.