

Ир Рәсәй территорияһында наркотиктарҙы айырыуса ҙур күләмдә һатырға ниәтләгән. Уның эшмәкәрлеген социаль селтәрҙәрҙең береһендә мессенджер аша енәйәтсе координациялай. Енәйәтсе Ғафури районына килә һәм Ивановка ауылы янындағы урманда йәшерен урындан тыйылған наркотиктарҙы алған. Бынан һуң ул УФСБ хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алына. Шәхси тикшереү ваҡытында ирҙән дөйөм ауырлығы 4 килограмдан ашыу булған дүрт пачкаға төрөлгән мефедрон тартып алына. Элек мутлашыу өсөн яза алған наркотик һатыусы әйтеүенсә, наркотиктарҙы ул үҙенең шәхси автомобилендә Ямал-Ненец автономиялы округының Ноябрьск ҡалаһына алып барып, йәшерен урынға урынлаштырырға тейеш була. 53 йәшлек ғәйепләнеүсегә ҡарата айырыуса ҙур күләмдә наркотикты законһыҙ һатырға маташыу өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған. Киров район суды уға һаҡ аҫтына алыу сараһын һайланы, тип хәбәр итәләр Федераль Именлек хеҙмәтенең БР буйынса Идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.