

Тимер юлсы һөнәре иң боронғо, иң ауыр һәм яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе. Һөнәри байрамын Куйбышев тимер юл селтәренең Башҡортостан бүлексәһенә ҡараған Дарьино-Аҡкүл тимер юл станцияһы коллективы ла лайыҡлы ҡаршылай. Байрамдары уңайынан тимер юл станцияһы начальнигы Елена Наил ҡыҙы Горячева менән әңгәмәләшеп алдыҡ. Әйткәндәй, Елена Наил ҡыҙы был вазифала бер йыл самаһы ғына эшләй.. 40 йылға яҡын ғүмерен тимер юлы хеҙмәтенә арнаған элекке начальник Светлана Шәрәфетдинованы ул үҙенең остазы тип иҫәпләй һәм был яуаплы эштең нескәлектәрен төплө итеп аңлатҡаны өсөн уға сикһеҙ рәхмәтле. Санкт-Петербургта тимер юлы хеҙмәткәрҙәрен әҙерләүсе уҡыу йортонда дүрт ай уҡығандан һуң эш башлаған Елена Волга буйы бәйләнеш юлдары дәүләт университетында ситтән тороп уҡып, махсус белемгә лә эйә булған.
- Беҙҙең коллектив 36 километр оҙонлоҡтағы тимер юлды тейешле тәртиптә тотоу, поездарҙың тотҡарлыҡһыҙ үтеүен тәьмин итеү өсөн яуаплы булып, иңебеҙгә станцияла бәхетһеҙ осраҡтарға, аварияларға юл ҡуймау бурысы йөкмәтелгән, - ти ул үҙе етәкләгән коллективтың эшмәкәрлеге менән таныштырып. – Ҡасандыр беҙҙең Аҡкүл-Дарьино станцияһы аша үткән күп кенә пассажир поездары туҡтап китә ине. Хәҙер тик ҡала яны “Өфө-Стәрлетамаҡ”, “Стәрлетамаҡ-Өфө”, “Өфө- Күмертау”, “Күмертау-Өфө”, йәнә “Стәрлетамаҡ-Ҡарлыман”, “Ҡарлыман-Стәрлетамаҡ” поездары туҡтала. Был поездар һәр кем өсөн бик тә уңайлы, шуға ла пассажирҙар ағымы өҙөлмәй тип әйтергә була.
Юлсыларға уңайлы мөмкинлектәр булдырыу маҡсатында станция бинаһының эске өлөшөндә санбүлмә, йәғни бәҙрәф (ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм инвалидтар өсөн айырым) йыһазландырылды.
Йәнә шуны билдәләп үтергә кәрәк, Аҡкүл станцияһы базаһында “Регион-Ресурс” предприятиеһы элеваторҙан килгән игенде тауар вагондарына тейәп, Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренә, хатта сит илдәргә оҙатыу, шулай уҡ нефть продукт-тарын тейәү-бушатыу менән шөғөлләнә.
Станция буйынса дежурный пульт артында тәүлек әйләнәһенә эшләй, һәр поезд, туҡталыш, хәрәкәт тураһында ентекле мәғлүмәт бирә. Әйткәндәй, оҙаҡ йылдар эшләгән күпселек ветерандарыбыҙ хаҡлы ялға туҡтағас, уларға алмашҡа нигеҙҙә йәштәр килде тип әйтер инем. Бына, мәҫәлән, күптән түгел Тимер юл техникумын тамамлаған Аделина Уматкулова станция дежурныйы булып эш башланы. Уға ла ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Йәнә Рөстәм Рәзил улы Әсәҙуллин етәкселегендә өс кешенән торған электриктар бригадаһы Күмертауҙан алып Төкөнгә тиклемге электр үткәргес линияларҙы хеҙмәтләндерә. Өлкән электромеханик Денис Радик улы Маннанов етәкселегендәге электромеханиктар (сигнализация-централизация-блокировка эшселәре) бригадаһы, йәш белгес, бик яуап-
лы һәм үҙен һәйбәт яҡтан күрһәткән юлсылар бригадаһы мастеры (уның ҡарамағында 11 эшсе, 2 бригадир) Артём Радик улы Хәмиҙуллин тимер юлдарын яҡшы торошта тотҡаны өсөн күп тапҡырҙар Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Артём Радик улының Тимер юл техникумын тамамлап эш башлауына ла 11 йыл. Уның атаһы Радик Хәмиҙуллин да байтаҡ йылдар юлсы булып эшләгән.
Тимер юл станцияһы һәм вокзал биләмәһен, перронды тәртиптә тотоу Роза Георгиевна Фёдорова яуаплылығында. Уның хеҙмәт стажы – 30 йылдан ашып китә. Әйткәндәй, уның балалары ла тимер юлсылар династияһын дауам итеп, Дим биҫтәһендәге тимер юл техникумында уҡыны. Улы Андрей Өфө ҡала яны поезында машинист булһа, ҡыҙы Анастасия Ырымбур тимер юл институтын тамамлап, Аллағыуат станцияһында инженер-технолог булып эшләй.
Әлбиттә, хаҡлы ялға сығыусылар урынына эшселәр талап ителеүен дә әйтмәй булмай, белгестәрҙе эшкә саҡырабыҙ.
Тимер юлы хеҙмәтендә тир түгеүселәрҙең хеҙмәттәре лайыҡлы баһалана. Бында эшләүсе һәр кемгә хакимиәт һәм профсоюз ойошмаһы яғынан юбилейҙарға, байрамдарға бүләктәр һәм премиялар бирелә. Миҙгелгә ҡарап даими рәүештә махсус формалар һәм аяҡ, баш кейемдәре менән тәьмин итеү ҡаралған. Тимер юлсылар юлдарҙың торошон тикшереп-ҡарап сыҡҡандан һуң инеп ял итеп, тамаҡ ялғап алһын өсөн уңайлыҡтар булдырылған көнкүреш бүлмәһе, душ, бәҙрәфе лә бар. Сәләмәтлеген нығытырға теләүселәргә шифахана-курортҡа ял итергә путёвка бирелә, теләгәндәр йылына бер тапҡыр Рәсәй буйлап тимер юл транспортында сәйәхәт тә итә ала. Шулай уҡ поезда 200 саҡрым араға бушлай йөрөү мөмкинлеге бар, балаларға лагерға путёвкалар бүленә.
Коллектив һөнәри байрамды, әлбиттә, хеҙмәт вахтаһында ҡаршылай. Форсаттан файҙаланып, пассажирҙарҙың уңайлы ла, осһоҙ ҙа тимер юл транспорты барлығын онотмауҙарын, уның менән йышыраҡ файҙаланыуҙарын теләйем. Барлыҡ хеҙмәттәштәремде, коллегаларҙы, ветерандарыбыҙҙы Тимер юлсылар көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйем. Ауыр һәм яуап-лы эштәрендә ҙур уңыштар, иң мөһиме иҫәнлек-һаулыҡ, шатлыҡ-һөйөнөстәр, махсус хәрби операциялағылар иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын, тимер юлында һәр ваҡыт йәшел ут янып тороуын, байрамса кәйеф теләйем.
Елена Наил ҡыҙының ҡотлауҙарына һәм теләктәренә беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Байрамығыҙ менән!
М.МӘМӘТҠОЛОВА.