Емеш иҙмәһен әҙерләү өсөн иң тәүҙә уны һыуҙа яҡшылап йыуырға, һуңынан төшөн алып, таҙартырға. Ҡаҡ ике төрлө әҙерләнә. Беренсеһе емеш-еләкте блендер аша үткәреп, бешермәй генә эшләнә. Икенсе ысул буйынса иһә емеште 40 минут самаһы ҡайнатырға кәрәк. Ҡайнатҡан ваҡытта бүленеп сыҡҡан һутын түгергә онотмағыҙ. Ҡалғанын шулай уҡ блендер менән иҙеп, киптерергә генә ҡала.
Ҡаҡты киптереүҙең дә бер нисә ысулы бар. Асыҡ һауала - ҡаҡты майланған батмусҡа йәйеп һалып, ҡояш аҫтына ҡуйып киптереү. Эҫе көндә тәүлек эсендә әҙер булыуы ихтимал. Мейестә - бының өсөн еләк иҙмәһен пергамент ҡағыҙы йәйелгән табаға ҡойоп, 80-90 градусҡа тиклем йылытылған мейескә ҡуйырға. Ҡаҡ 5-6 сәғәттән әҙер була. Махсус киптергес - хужабикәләр өсөн ҡаҡ әҙерләүҙә бик яҡшы ярҙамсы. Уның тәрилкәләренә шулай уҡ пергамент ҡағыҙы һалып, ҡаҡ йәбешмәһен өсөн өҫтөн әҙ генә майлап, емеш иҙмәһен ҡойорға. Ҡаҡтың әҙерлеген бармаҡҡа йәбешмәүенә ҡарап белергә була. Ҡаҡты ҡапҡас ябылған быяла банкала һаҡларға мөмкин. Шулай уҡ шыптыр ҡаптарға төрөп, һыуытҡыста һаҡлайҙар. Оҙаҡ һаҡлау өсөн махсус ҡаптарҙа туңдырғысҡа ҡуялар.
Сейәнән
1 кг сейә, 200 г бал. Сейәнең төшөн алып, ҡуйырғансы талғын утта бешерергә һәм бал ҡушып бутарға. Был ҡаҡты тәбиғи ысул менән ҡояшта киптерергә мөмкин.
Алманан
1 кг алма һәм тәменә ҡарап шәкәр. Алманың ҡабығын һәм үҙәген таҙартып, ҙур булмаған киҫәктәргә турап, кәстрүлгә һалырға һәм бер аҙ шәкәр, емештең өҫтөнә 1 см сығырлыҡ итеп һыу өҫтәп, талғын утта ҡайнатырға. Йомшарғас, блендер менән иҙергә. Һыуы күп булһа, иҙерҙән алда һарҡытырға онотмағыҙ. Ҡаҡ шыма, йоҡа ғына булһын тиһәгеҙ, иләк аша үткәрергә була. Әҙер иҙмәне шулай уҡ пергамент ҡағыҙы йәйелгән табаға тигеҙ итеп ҡойоп, 50-70 градус ҡыҙыулыҡтағы мейескә 20 минутҡа ҡуйырға. Һуңынан электр мейесен һүндереп, ишеген бер аҙ асып ҡуйығыҙ. Бер нисә сәғәттән һуң мейесте тағы ҡыҙҙырырға кәрәк. Унан тағы һүндерергә. Шул рәүешле ҡаҡ кипкәнгә тиклем ҡабатларға. Ғәҙәттә, 1-2 көндә ул әҙер була.
Сливанан
1 кг слива, 100 г шәкәр. Емеште яҡшы итеп йыуып, урталай киҫергә һәм һөйәген алырға. 2-3 ҡалаҡ һыу өҫтәп, кәстрүлдең ҡапҡасын ябып, талғын утҡа ҡуйырға һәм йомшарғансы 15 минут тирәһе бешерергә. Бер тигеҙ масса килеп сыҡһын өсөн блендер менән яҡшы итеп иҙергә. Шулай уҡ иләк аша үткәрергә лә мөмкин. Иҙмәгә шәкәр ҡушып, ул иреп бөтһөн өсөн яҡшы итеп бутарға. Слива әсе булһа, шәкәрҙе күберәк ҡушырға кәрәк. Артабан талғын утта болғата-болғата тағы 10-15 минут бешерергә һәм батмусҡа тигеҙ итеп ҡойоп, киптерергә.
Ҡабаҡтан
500 г ҡабаҡ, шәкәр, 2 балғалаҡ имбирь һәм 2 балғалаҡ дәрсен. Ҡабығы таҙартылған ҡабаҡты бәләкәй шаҡмаҡтарға турап, кәстрүлгә һалырға һәм көймәһен өсөн саҡ ҡына һыу ҡушып, бешерергә. Йомшарғас, блендер менән иҙергә, тәмләткестәр һәм шәкәр ҡушып бутарға. Ҡабаҡ татлы булһа, шәкәр ҡушмаҫҡа ла мөмкин. Әҙер ҡабаҡ иҙмәһен йоҡа итеп пергамент ҡағыҙы түшәлгән табаға йәйергә һәм 4-5 сәғәт самаһы ишеге асыҡ мейестә тоторға. Әҙер булғас, ҡағыҙҙан тиҙ генә айырылған ҡаҡты рулет итеп төрөргә.