+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
7 Август 2025, 05:15

Яҡын арала Владимир Путин Дональд Трамп менән осраша

Ике ил лидерҙарының осрашырға әҙерләнеүе тураһында Рәсәй дәүләте башлығы ярҙамсыһы Юрий Ушаков белдерҙе.

Яҡын арала Владимир Путин Дональд Трамп менән осрашаЯҡын арала Владимир Путин Дональд Трамп менән осраша
Яҡын арала Владимир Путин Дональд Трамп менән осраша

Киләһе аҙна Владимир Путин менән Дональд Трамптың осрашыу ваҡыты тип билдәләнде, тип хәбәр итте Рәсәй Федерацияһы президенты ярҙамсыһы Юрий Ушаков. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Кремлдә Владимир Путин АҠШ президентының махсус илсеһе Стивен Уиткоффты ҡабул итте. Һөйләшеү йомғаҡтары буйынса Рәсәй менән АҠШ алдағы көндәрҙә ил башлыҡтарының осрашыуы тураһында һөйләшеп килеште, тип хәбәр итә ТАСС Юрий Ушаковтың һүҙҙәренә һылтанма менән. Әле әҙерлек эштәре бара, тип белдерҙе журналистарға Юрий Ушаков. Дәүләт лидерҙарының осрашыу урыны билдәле, был турала һуңыраҡ иғлан ителә.

Яҡын арала Владимир Путин Дональд Трамп менән осраша
Яҡын арала Владимир Путин Дональд Трамп менән осраша
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас