+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
9 Август 2025, 05:10

Бөйөк шағир хәтерен һаҡлап...

Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры, башҡорт әҙәбиәтенең классигы Мәжит Нурғәни улы Ғафуриҙың тыуыуына 145 йыл тулыу районыбыҙҙа киң билдәләнде. Ғафуриҙың ижады һәм тормош юлына арналған төрлө кимәлдәге акциялар, шиғри бәйге, викторина, видео сығыштар, “түңәрәк өҫтәл”, осрашыуҙар үтә.

Бөйөк шағир хәтерен һаҡлап...Бөйөк шағир хәтерен һаҡлап...
Бөйөк шағир хәтерен һаҡлап...

1 августа Красноусол ауы-лында билдәле шағир, яҙыусы һәм башҡорт әҙәбиәте классигы Мәжит Ғафуриҙың 145 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы сара үтте.
Матур йола буйынса, митинг Красноусол ауылының данлыҡлы яҡташыбыҙ исемен йөрөткән майҙандағы һәйкәл янында үтте. Митингыны асып, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова сәләмләү телмәре менән сығыш яһаны. Ул Мәжит Ғафуриҙың әҙәби мираҫын һаҡлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып: “Бөгөн беҙ беренсе халыҡ шағирыбыҙҙың 145 йыллығын билдәләйбеҙ. 1940 йылдан район уның исемен ғорур йөрөтә. Һәр беребеҙ өсөн М.Ғафури – башҡорт әҙәбиәтенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән абруйлы шәхес. Уның әҫәрҙәрендә бер нисә быуын үҫкән, улар бөгөнгө көндә лә өйрәнелә. Мәжит Нурғәни улының тыуған көнөн беҙ – яҡташтары ғына билдәләмәйбеҙ, яҡташыбыҙҙың тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранда, шулай уҡ Өфө ҡалаһында ла күләмле саралар планлаштырылған”, – тине.
Сараның рәсми өлөшө тамамланғас, ҡатнашыусылар Мәжит Ғафури бюсына тере сәскәләр һалды. Шиғри флешмобта Ғафури шиғырҙарын уҡынылар.
Был көндә төп сараларҙың береһе Ғафуриҙың тыуған ауы-
лы Еҙем-Ҡаранда үтте. Бында ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы бай программа көтә ине: Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Эдуард Ханнановтың күргәҙмәһен асыу, музей буйлап экскурсия һәм бөйөк яҡташыбыҙҙың исемен ғорурлыҡ менән йөрөткән паркта булыу. Сарала “Мәжит Ғафури ХХI быуат” мәҙәниәт Фонды советы рәйесе Люциә Камаева, Мәжит Ғафури фонды директоры Ринат Ба-йымов һәм ғалим-филолог, журналист, яҙыусы, Башҡортостан Милли архивының директор урынбаҫары Ниязбай Сәлимов һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Ғафури паркы ҡаршыһында баш ҡала ҡунаҡтарын Еҙем-Ҡаран ауыл хакимиәте башлығы Миңнира Шәйәхмәтова һәм ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле йыр-бейеү, ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Ҡунаҡтар Ғафури шишмәһенең һалҡын һыуы, ҡасандыр халыҡ шағиры иҫтәлегенә ултыртылған ағастарҙың, ҡоштар һайрауының да бөйөк шағирҙы хәтерләтеп тороуына һоҡланып, шағирҙың йорт-музейына юл алды.
Музей алдындағы шағирҙың бюсы янында тантаналы митингыны башлап, Ғафуриҙың ҙур ауырлыҡтар кисереп белемгә ынтылыуы, мәғрифәтсе булыуы, балалар әҙәбиәтен үҫтереүе, мәҫәл жанрына нигеҙ һалыуы тураһында сараны алып барыу-
сы Фәнзил Ғәлин хәбәр итте. Филология фәндәре кандидаты, Милли архив хеҙмәткәре Ниязбай Булатбай улы Ғафуриҙың милли сығышы буйынса бәхәстәргә юл ҡуйылмаҫлыҡ архив материалдарынан дәлилдәр килтерҙе. Люциә Мозакир ҡыҙы Мәжит Ғафуриға арнап үткәрелгән “Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ” халыҡ-ара әҙәби-нәфис конкурсының географияһы киңәйеүе һәм ҡатнашыусылар һаны арта бары-
уын билдәләп, 14 илдән 21 меңдән артыҡ ҡатнашыусы булыуы, ә бы-
йыл был конкурсҡа республиканың 22 районынан видео-сығыштар ҡабул ителеүен әйтеп үтте. Бер ыңғайҙан үткән йыл Гран-приға лайыҡ булған Камила Садиҡованы ноутбук менән бүләкләне. Артабан сығыш яһаусы Ринат Байымов Ғафуриҙың шиғырҙарына көйҙәр яҙыуы, робағиҙар ижад итеүе тураһында һөйләне. Мәғариф ветераны Зәйтүнә Йомағолова, уҡыусылар Розалина Рәхимова, Камила Садиҡова һәм Рәмил Ғимраниҙың халыҡ шағирына арналған шиғырҙары, Динислам Шафиҡовтың тыуған ауылы Еҙем-Ҡаран тураһында “бөйөк шағир Ғафуриҙың һин тыуған ере, ул һаман да беҙҙең янда, әйтерһең, тере” тип моңло йырлауы сараны биҙәне. Тантаналы митинг “Уҡлыҡая” халыҡ йыр ансамбленең Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәмил Ғимрани ижад иткән район гимнын башҡарыуынан һуң халыҡ шағирының бюсына сәскәләр һалыу менән тамамланды.
Сараның программаһына ярашлы М.Ғафуриҙың йорт-музейы менән танышыу ҙа ҡаралған. Ҡунаҡтар һәм Ғафури ижадына битараф булмаған ауыл халҡы, райондаштар йорт-музей директоры Рәсилә Нәжметдинованың сығышынан шағир тормошона бәйле фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла тарихи мәғлүмәттәрҙе ҙур иғтибар менән ҡабул иттеләр.
Ғафури районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Эльвира Сабирова: “Эдуард Тәлғәт улы Ханнановтың картиналар күргәҙмәһе тап бөгөн ишектәрен асыуы бөгөнгө сараға бәйле”, - тип рассамдың күргәҙмәһенә саҡырҙы. Ысынлап та, Э.Ханнановтың картиналарында Ағиҙел буйындағы “Мәжит Ғафури ташы” тип йөрөтөлгән урынды, уның Өфөләге йәшәгән йортоноң тышҡы күренештәрен һәм баш ҡаланың шағирға бәйле башҡа урындарын күрергә мөмкин. Бәләкәй балаларҙың һәм йәш егеттәрҙең күргәҙмәне ҡыҙыҡһынып ҡарауҙары ҡыуандырҙы мине. 4-5 йәшлек малайҙың картиналарҙа иҫке өйҙәр төшөрөлгәненә иғтибар итеүе лә, үҙҙәренә оҡшаған картинаға оҙаҡ ҡына ҡарап тороуҙары ла Ханнановтың күргәҙмәһенең әһәмиәтен арттырҙы. Күргәҙмә алдында Люциә Мозакир ҡыҙының, рәссамдың үҙенең дә сығышы ҡатнашыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Бөгөнгө кеүек бай йөкмәткеле саралар Башҡортостандың беренсе халыҡ шағирына булған һөйөүҙе һәм уның ижады, яҡты хәтере оҙаҡ йылдар һаҡланыуын аңлатып ҡына ҡалмай, халыҡ күңеле әҙәбиәткә, нәфис һүҙгә мохтаж булыуын да күрһәтә.
Г.КИНЙӘБАЕВА, Л.Миниязова,
мәғариф ветераны.

Бөйөк шағир хәтерен һаҡлап...
Бөйөк шағир хәтерен һаҡлап...
Бөйөк шағир хәтерен һаҡлап...
Бөйөк шағир хәтерен һаҡлап...
Бөйөк шағир хәтерен һаҡлап...
Бөйөк шағир хәтерен һаҡлап...
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас