

- Мин бәләкәйҙән ҡорт араһында үҫтем, тип әйтергә була, - ти Азат. - Олатайым Рөфҡәт Дәүләтбаев мәктәптәге төп эшенән тыш ҡортсолоҡ менән дә шөғөлләнә ине. Химиянан уҡытты ул. Ҡорттоң, балдың шифаһы, ҡорттарҙы тәрбиәләү нескәлектәрен уҡытыусыларға хас булғанса ғына тәфсирләп, төплө итеп аңлата, өйрәтә торғайны...
Шуға ла мәктәптән һуң артабан уҡырға ҡайҙа барырға, ниндәй һөнәр һайларға тип баш ватмай Азат. Красноусолдағы һөнәрселек училищеһының умартасылар әҙерләү бүлегенә уҡырға инә һәм шул ваҡыттан “нәҙекәй биллеләрҙән” айырылмай. Ҡатыны Луиза иһә уның уң ҡулы, төп ярҙамсыһы.
- Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтлем наҙы бар, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер ололар. Уларҙы ҡарауҙың байтаҡ серҙәренә лә төшөнөргә тура килә умарта тотоусыларға. Күстәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү, ҡышҡылыҡҡа ябыу, ауырыуҙарын дауалау кеүек мәшәҡәттәрҙе дөрөҫ һәм ваҡытында башҡарырға кәрәк.Ҡортсолоҡтоң бар нескәлектәрен белеп, башкөллө үҙеңде “нәҙекәйбил”дәргә арнамаһаң, был өлкәлә ҡолас ташлап эшләп китә алыуың икеле, - ти Исмәғилевтар.
Бөгөн уларҙың ихатаһы, дөрөҫөрәге иркен баҡсаһы элекке колхоз умарталығын хәтерләтә. Бөтә тирә-яҡҡа таралған бал еҫе танауҙы ҡытыҡлай, 150-нән ашыу умарта тигеҙ рәттәр булып һуҙылып киткән. Рәттәр араһында емеш ағастары урын алған. Ә баҡса артында - заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған бал һурҙырыу цехы.
- Быйыл нисек, бал, дөрөҫөрәге йүкә балы, булдымы? - тип һорайым Азаттан.
- Ямғырҙарға тиклем йүкә балын әҙерәк йыйып өлгөрҙөләр. Аҡташ башында йүкәләр иртәрәк сәскә ата, нигеҙҙә шунан ташынылар. Ә Уяу буйындағы йүкәләр сәскә атыуға ямғырҙар башланып, балды йыуып ҡына төшөрҙө лә ҡуйҙы, - ти Азат. - Шул тик-лем йәл булды инде, урманға барһаң, йүкәләрҙән бал, ысын мәғәнәһендә, ағып тора, ямғыр ҡойғас ҡорттар оса алмай бит инде...
- Һуңғы өс-дүрт йыл умартасылар өсөн ауырға тура килде, йә йүкәне ҡырау һуға, унан ебәк күбәләге бөтөрҙө ағастарҙы, былтыр ҡойма ямғырҙар туҡтаманы, - тип дауам итә умартасы. - Ә бына 21-се йыл шикелле, бик уңышлы булды. 12 авгусҡаса көн һайын тигәндәй бал һурҙырҙыҡ. Үҙебеҙ генә өлгөрә алмағас, көнлөк хаҡы түләп ярҙамға кешеләр саҡырҙыҡ хатта. Быйыл да Аллаһ Тәғәлә ҡорттарға бал йыйырға әҙерәк көн бирҙе бына. Ҡорттар бызылдашып иртәнге 4-тән урманға осоп китәләр ҙә ҡояш байығансы эшләйҙәр. Уларҙың бал йыйып осоп ҡайтҡандарын күҙәтеү үҙе күңелле, илаһи бер мәл. Йылы уңышлы килгәндә бер оянан 180 килограмдан ашыу бал алған саҡтар ҙа була.
- Бал һораусылар бармы һуң?
- Бар, әлбиттә. Олатайым заманынан бал алған кешеләрҙең икенсе быуыны килә хәҙер беҙгә. Өфөнән, хатта алыҫ Себерҙән заказ бирәләр. Клиенттарҙы юғалтмаҫ өсөн намыҫлы булырға, һан артынан ҡыуып сифатты онотмаҫҡа, һатып алыусыларҙың ышанысын юғалтмаҫҡа кәрәк, - тип яуапланы улар икеһе берҙәй булып.
- Ҡортсолоҡ бик мәшәҡәтле булыу өҫтөнә, ниндәй һөҙөмтә алыуың билдәһеҙ булған шөғөл дә. Уңышһыҙ булған йылдарҙа һөҙөмтәләргә ҡарап күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән саҡтар ҙа булалыр, моғайын.
- Бер йылды байтаҡ ҡына ҡорттар ҡыш сыға алманы. Яҙ етеп, уларҙы “баҙҙан” сығарып түгә башлағас, бер килке ныҡ ҡыйын, йәл булды. Эстән янып, һыҙланһаң да тышҡа сығармай түҙәһең инде. Шунда йәш ҡортсолар курсына йөрөгәндәге һөйләшеү, кәңәштәр иҫкә төштө. Ныҡлы булырға, күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә ярамай. Булған юғалтыуҙы шул уҡ йылда икеләтә-өсләтә ҡапларға була, тип өйрәткәйнеләр унда беҙҙе. Шөкөр, ысынлап та, шулай булды. Шул уҡ йылдамы, әллә киләһендә булдымы, ҡайһы бер көндәрҙә 37 ҡорт айырып, бер юлы 3-әр күс һоҫоп япҡан саҡтар булды. Кискә арманһыҙ булып йығыла инек. Мин ишшеү йөклө инем, нисек түҙгәнмендер тип әле аптырайым, - тип шул көндәрҙе иҫенә төшөрөп алды Луиза.
Әйткәндәй, Исмәғилевтар ғаиләһендә биш бала үҫә. Өлкәндәре Сулпан ҡыҙҙары менән улдары Рамаҙан атай-әсәһенең ныҡлы терәге. Сулпан өйҙәге бар мәшәҡәттәрҙе, аш-һыу әҙерләүҙе үҙ яуаплылығына алһа, Рамаҙан инде ҡорттар араһында.
- Хәҙер элекке шикелле ярҙамға кеше саҡырмайбыҙ. Ағайым Рәмзил менән Рамаҙан ҡортсолоҡтоң бөтә нескәлектәрен беләләр, ихлас эшләйҙәр, - ти Азат.
- Барыбер уларға ла көнлөк хаҡын “түләйбеҙ”, бушҡа эшләтмәйбеҙ, былтыр, ана, эш хаҡтары иҫәбенә Сулпан менән Рамаҙан “электр самокаты” алдылар. Быйыл нимә һорарҙар инде. Фатима менән Клара 3 йәшлек Ниязбай ҡустыһы өсөн яуаплылар. Бына шулай беҙҙә, һәр кемдең үҙ бурысы бар, - тип көлә бәхетле әсә.
- Хәйер, башҡаса барыһына ла өлгөрөү мөмкин дә түгел. Бал ҡорттары менән булышыу миҙгелле эш бит. Яҙын ваҡытында осороп алырға, ояларын киңәйтергә, айырһа, күсте ваҡытында тотоп ябырға кәрәк. Йәйге аяҙ көндәрҙә, айы-рыуса бал йыйыу осоронда умарталыҡтан китеп булмай. Был бик яуаплы мәл, - тип уны йөпләй ғаилә башлығы.
- Бөтә ошо мәшәҡәттәр, тынғыһыҙ көндәр үҙен аҡлаймы? Ауылда һеҙҙең шикелле күпләп бал ҡорто тотоусылар бармы? - тип һорайым тәжрибәле ҡортсонан.
- Йылдың нисек килеүенә ҡарап төрлөсә була инде. Тик һуңғы йылдарҙа урмандарҙа йүкә ағастарын күпләп ҡырҡыу, йүкәлектәрҙән диләнкә бүлеү арҡаһында районыбыҙ умартасыларының төп бренды булған йүкә балы кәмеүгә бара. Был хәлгә сик ҡуйырға кәрәктер. Ултыртылған йәш ағастарҙың продуктлылығы түбән була, ҡорттар иң күп балды 30-40 йыллыҡ ағастарҙан ғына йыя ала, - ти ул һорауға яуап-
лап. - Яҡын тирәләге ҡортсолар менән даими осрашып, аралашып торабыҙ, ошо хаҡта ла һөйләшеп алабыҙ. Тәжрибә уртаҡлашабыҙ, бер-беребеҙҙән кәңәш һорайбыҙ. Был йәһәттән Иһраһим ауылынан Мансаф ағай Килмөхәмәтовҡа бик рәхмәтлемен, күп нәмәгә унан өйрәнәм. Ә инде йәш умартасыларға килгәндә, ауыл-
да Азамат менән Азат Әлмөхәмәтовтар уңышлы ғына эшләй. Үҙҙәре өсөн генә ҡорт тотоусылар ҙа бар, әлбиттә.
Исмәғилевтар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, госпиталдә дауаланыусы яралыларға ла даими рәүештә шифалы бал оҙаталар, уларға кәрәкле әйберҙәр алыу өсөн Санкт-Петербургта йәшәп, көн аралаш ундағы госпиталдәге яралыларға ярҙам иткән апаһы Лариса Рөфҡәт ҡыҙы аша аҡса ебәрәләр, райондан гуманитар ярҙам йыйыуға ла тос өлөш индерәләр. Уларҙың изгелектәре, даими ярҙамдары иғтибарһыҙ ҡалмаған: республиканың “Еңеү өсөн” хәйриә фонды Азат Шамил улын “Махсус хәрби операцияла еңеүгә өлөш индергән өсөн” миҙалы менән бүләкләгән.
- Оҙаҡламай Умартасылар көнө етә бит. Районыбыҙҙың барлыҡ ҡортсоларын байрамыбыҙ менән ҡотлап, һәр береһенә уңыштар теләйем, - тине Исмәғилевтар беҙҙең менән хушлашып. Уларҙың ҡотлауҙарына беҙ ҙә ихлас ҡушылабыҙ.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.