

Ошондай күренекле яҡташтарыбыҙ менән бер рәттән хөрмәтле хеҙмәт ветеранын, Рәсәй Федерацияһы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһын, "Почёт Билдәһе" ордены кавалеры, Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейын ойоштороу инициаторы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтовты ғорурлыҡ менән атайбыҙ. Ғ.Ш.Шәйәхмәтов (1930-2020) – танылған уҡытыусы, бөтә ғүмерен һәм талантын ысын граждан, патриот тәрбиәһенә бағышлаған арҙаҡлы шәхесебеҙ.
Ғ.Ш.Шәйәхмәтовтың тормош юлы – ысын мәғәнәһендәге шәхестең формалашыуы һәм халыҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәт итеү өлгөһө. Ғиндулла Ширияздан улы 1930 йылдың 15 авгусында БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны, хәҙерге Ғафури районы, Сәйетбаба ауылында крәҫтиән-колхозсы ғаиләһендә тыуған.
Тыуған ауыл мәктәбендә 10-сы класты тамамлағандан һуң, 1948 йылда, күрше Ҡолҡан ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эш башлай. 1949-1950 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия училищеһында, 1951-1953 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡый. 1953-1957 йылдарҙа Ҡурған өлкәһенең Искәндәр ете йыллыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм директоры булып эшләй.
1957-1967 йылдарҙа Ғафури ра-йоны Йөҙимән, Имәндәш, Сәйетбаба ауылдарында мәктәп директоры булып эшләй. Уның дөйөм педагогик стажы 43 йыл, шуларҙың 14 йылында ул директор булып эшләй. 1953 йылдан 1990 йылға тиклем "Белем" йәмғиәтенең алыштырғыһыҙ рәйесе, пропагандист, уҡытыусылар өсөн теоретик семинарҙар етәксеһе, халыҡ араһында йәмәғәт эше алып бара. Ҡурған өлкәһендә булғанда уҡ район гәзите менән хеҙмәттәшлек итә башлай.
Тыуған Ғафури районына ҡайтҡас, үҙен йәмәғәт эшенә арнай. Ул бөтә тәжрибәһен һәм белемен башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға бағышлай. 1968 йылдан күренекле ғалим, филология фәндәре докторы һәм талантлы яҙыусы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың хәтерен мәңгеләштереү буйынса әүҙем эш алып бара. 1974 йылда Сәйетбаба урта мәктәбендә районда тәүгеләрҙән булып башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын булдыра, "Тыуған яҡты өйрәнәбеҙ" тип исемләнгән түңәрәк ойоштора. Һуңынан был түңәрәк профессор Ж.Ғ.Кейекбаевҡа арналған мәктәп музейына әүерелә һәм таныҡлыҡ ала.
Педагог 22 йыл дауамында (1969-1991) райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһен етәкләй. 1982 йылда "Уҡытыусы-методист" исеменә лайыҡ була. Үҙ ваҡытында Ғафури районының партия комитеты һәм район халыҡ мәғарифы бүлеге Ғ.Ш.Шәйәхмәтовтың педагогик һәм йәмәғәт эшенең күп йыллыҡ тәжрибәһен сағылдырған махсус биттәр сығарҙы. Уның исеме бер нисә тапҡыр район һәм өлкә Почёт китаптарына индерелә.
Ғ.Ш.Шәйәхмәтовтың тырышлығы һөҙөмтәһендә остазының тыуған яғында, Ҡаранйылға ауылында, профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың мемориаль йорт-музейы булдырыла. Бөгөн музей республика статусына эйә, районда ғына түгел, республикала ла киң билдәле мәҙәни учреждениеларҙың береһе булып тора. Ғалим һәм яҙыусы иҫтәлеген мәңгеләштереүгә индергән өлөшө өсөн Ғ.Ш.Шәйәхмәтов 1991 йылда Жәлил Кейекбаев исемендәге премия менән бүләкләнә.
Ғ.Ш.Шәйәхмәтов һәр ваҡыт ижади эҙләнеүҙә, ваҡиғалар үҙәгендә тулы ҡанлы тормош алып бара, райондың һәм республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, I һәм II Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы делегаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитетын яулау хәрәкәте йылдарында Ғ.Ш.Шәйәхмәтов беренсе рәттәрҙә була, унда үҙенең бөтә гражданлыҡ позицияһын һәм ойоштороу һәләтен сағыу күрһәтә.
Был йылдарҙа уҡытыусы даими рәүештә республика киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек итә: "Башҡортостан", "Йәшлек", "Ҡыҙыл таң", "Замандаш" гәзиттәре, "Башҡортостан уҡытыусыһы", "Ағиҙел", "Ватандаш", "Бельские просторы" журналдары, "Аҡтирәк-күктирәк", "Уҙаман" телевизион программалары, радио аша сығыштар – бына уның төп аудиторияһы исемлеге. Әүҙем пропагандист Ғиндулла Шәйәхмәтовтың халыҡ алдындағы, республика баҫмалары биттәрендәге сығыштары һәр ваҡыт актуаль, йәмғиәттең киң ҡатламдарына аңлайышлы ине.
Хәбәрсе, активист-йәмәғәтсе булараҡ төрлө темаларға 200-ҙән ашыу мәҡәлә баҫтырып сығара. Мәҡәләләренең һәм сығыштарының темалары төрлө була: туған телдең яҙмышы һәм таҙалығы; мәктәптәрҙә, ғаиләлә башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләләре; башҡорт телен дәүләт теле булараҡ хоҡуҡи тәьмин итеү һәм гарантиялау; тәбиғәткә, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш; топонимика. 90-сы йылдар аҙағында Ғ.Ш.Шәйәхмәтов үҙенең мәҡәләләрендә тәүгеләрҙән булып башҡорт шәжәрәһе темаһына мөрәжәғәт итә.
Айырыуса шуны билдәләп үтергә кәрәк: тыуған яҡты өйрәнеүсе булараҡ, Ғ.Ш.Шәйәхмәтов "Башҡортостан энциклопедияһы" ғилми нәшриәте менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Уның тырышлығы менән ваҡытында Ғафури районының 18 ауылы буйынса мәғлүмәт йыйылып, ошо ғилми нәшриәттең география редакцияһына тапшырыла. Ғ.Ш.Шәйәхмәтов авторлығындағы "Башҡортостан энциклопедияһы"ның I томында Аҡташ, Байымбәт, Бажыҡ, Оло Үтәш, Бурлы, Буруновка ауылдары тураһында мәғлүмәт баҫыла. "Башҡортостан энциклопедияһы"ның III томында Ибраһим, Имәнлек, Ҡарағай ауылдары буйынса мәҡәләләр баҫылып сыға.
Профессор Ғ.С.Ҡунафин менән авторҙашлыҡта Сәйетбаба урта мәктәбенең 100 йыллығына арналған "Изге лә ул, нурлы ла" китабын баҫтырыуҙа ҡатнаша. Үҙ аллы "Йөрәгемде илтәм илемә", "Башҡорт теленә һәйкәл" китаптарын баҫтырып сығара, Ж.Ғ.Кейекбаевтың биографияһы һәм Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейы буйынса буклеттар төҙөй.
Педагогик эшмәкәрлегенән тыш, Ғ.Ш.Шәйәхмәтов көнүҙәк темаларға мәҡәләләре менән халыҡты үҙенең асылына ҡайтыуға, рухи таҙарыныуға, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡарашҡа саҡыра. 1993 йылдан Ғиндулла Ширияздан улы Сәйетбаба ауылының имам-хатибы булып эшләй: яҡташтарын рухи үҫешкә саҡырыу өсөн бөтә көсөн һала, үҙенең инициативаһы менән Сәйетбаба һәм Ҡаранйылға ауылдарында мәсеттәр төҙөүгә өлгәшә һәм иман нуры тарата.
Изге төшөнсәләргә тоғролоғо менән күптәргә өлгө булған Ғиндулла Ширияздан улы үҙенең сағыу тормошо, фиҙаҡәр хеҙмәте, тирә-яғындағы кешеләргә һөйөүе менән халыҡ хөрмәтен яулап йәшәне, бөтә ғүмерен халыҡҡа арнаны. Ошо яҙма уның рухына хәйер-доға булып ирешһен ине, ятҡан урыны йомшаҡ, йәне йәннәттә булһын.
Римма Ишмырҙина,
филология фәндәре кандидаты,
Н.Фәрхшатов, Ж.Кейекбаев
премиялары лауреаты,
Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейы директоры.