

- Беҙҙең бурыс - был мөһим өлкәне үҫтереүҙең яңы этабын башлап, эште аныҡ ҡарарҙар киңлегенә күсереү. Беҙ әүҙем ижад кешеләрен бер командаға тупланыҡ. Үҙ-ара фекер алышып, кәңәшләшеп, конкрет проекттарҙы, башланғыстарҙы һәм уларҙы яҡлау сараларын тикшерәсәкбеҙ. Һәм был эш барышын шәхсән үҙем контролдә тотасаҡмын, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
8-10 августа Стәрлетамаҡ ҡалаһында республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда мөһим сараларҙың береһе булған “Сауҙагәр-2.0” юбилей фестивале үтте. Төбәгебеҙҙең бай милли мираҫын заманса ижади формалар аша асып биргән фестиваль мәҙәниәт менән йолаларҙың берҙәмлеген сағылдырып, “Һәләттәр хазинаһы” тигән девиз аҫтында үтте. Унда ҡатнашҡан һәр кем йәнле тарихтың бер өлөшө булды. Сарала республикабыҙҙың төрлө райондарынан, хатта Үзбәкстан менән Ҡаҙағстандан 300-ҙән ашыу һөнәр эйәләре, оҫталар ҡатнашты.
Республика Башлығы Радий Хәбиров йәрминкә менән танышып, төрлө тарафтан килгән оҫталар менән аралашты.
- Бына бишенсе тапҡыр илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән генә түгел, хатта сит илдәрҙән иң оҫталар, ижади кешеләр ошонда йыйыла, - тип билдәләне Радий Хәбиров фестивалдең үҙәк майҙанында сығыш яһап. - Ябай булмаған ваҡытта ла беҙ берҙәмлек менән ҡаршылыҡтарҙы йырып алға барабыҙ һәм яратҡан республикабыҙҙы артабан үҫтерәбеҙ.
V“Сауҙагәр-2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивале майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров креатив (ижади) индустрияларҙы үҫтереү буйынса республика советының күсмә ултырышын да үткәрҙе. Унда Хөкүмәт ағзалары, төбәктең министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, муниципаль хакимиәт башлыҡтары урынбаҫарҙары, ижади коллективтар һәм оҫтаханалар етәкселәре, эшҡыуарҙар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
- Бөгөн беҙ Советтың икенсе ултырышын үткәрәбеҙ. Уның бурысы – креатив индустриялар өлкәһендәге эштең төп йүнәлештәрен билдәләү. Тәүге осрашыуҙан алып беҙ, беренсенән, “Башҡортостан Республикаһында креатив индустрияларҙы үҫтереү тураһында” закон, шулай уҡ иҡтисадтың был өлкәһен яйға һалыусы норматив-хоҡуҡи акттар ҡабул иттек. Бындай проекттарға ярҙам итеү системаһын булдырабыҙ - стратегик эшләнмәләр үҙәге ҡарамағындағы креатив индустрияларҙы үҫтереү дирекцияһы, продюсерҙар клубы эшләй башланы. Инвесторҙар мәсьәләләрен оператив хәл итеү һәм уларға ярҙам сараларын ҡабул итеү өсөн даими рәүештә “Ижади индустриялар сәғәте” үткәрәбеҙ.
Ултырыштың көн тәртибенең төп темаһы булып ижади иҡтисадты үҫтереүҙә йәштәрҙең ролен арттырыу һәм уның ҡатнашлығында заманса ҡала мөхитен булдырыу тора. Был хаҡта Рәсәйҙең халыҡ артисы, Дон дәүләт техник университетының Креатив индустриялар институты директоры Анита Цой ентекләберәк һөйләне. Ул мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы был өлкәлә яңы проекттарҙы әҙерләүгә һәм идара итеүгә йәлеп итеү кәрәклеген билдәләне. Һүҙ тәү сиратта уҡыу йорттары һәм ижади киңлектәр араһындағы кооперация тураһында бара, шул иҫәптән акселерация программалары нигеҙендә.
Радий Хәбиров тармаҡҡа ярҙам саралары хаҡында ла иҫкә төшөрҙө. Мәҫәлән, Башҡортостанда йыл һайын кинематографияны үҫтереүгә дөйөм суммаһы 50 миллион һумлыҡ гранттар бүленә.
Ултырыш аҙағында төбәк етәксеһе, советҡа ағзалыҡ иҡтисадтың ижади секторын әүҙем үҫтереүҙе күҙ уңында тота, тип билдәләне. Унда ҡатнашыусылар, асылда, республикала ижади индустрияларҙың амбассадоры булырға тейеш. Был маҡсатҡа тармаҡтағы ҡаҙаныштар өсөн йыл һайын премиялар тапшырыу тантанаһы булышлыҡ итәсәк. Тәүге тапҡыр сараны 2025 йыл аҙағында үткәреү планлаштырыла.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы:
- Кешеләрҙең һәләте халҡыбыҙҙың тарихы һәм мәҙәниәтендә күренә. Шуға ла беҙ халыҡ ижадының ошо өлкәһен тергеҙәбеҙ. Был еңел эш түгел. Ҡануниәтте төҙәтергә һәм ярҙам саралары тураһында уйларға кәрәк. “Сауҙагәр-2.0” байрамының йылдан-йыл киңерәк ҡолас алыуын күреп күңел шатлана. Йылдан-йыл ҡатнашыусыларҙың һаны артыуын, иң мөһиме – сифаттың күтәрелеүен күрәм.