

Йәйҙең һуңғы - йәмле һәм муллыҡ айы булған августың 5-ендә, Родина ауылында Нажиә менән Сәхи Рәхимовтар ғаиләһендә донъяға килә Ғәлиә. Башланғыс белемде тыуған ауы-
лында ала, артабан уҡыуын күршеләге Дубровка ауылы мәктәбенә йөрөп дауам итә, ә урта белемде Табын урта мәктәбендә алып, 1972 йылда өлгөргәнлек аттестатына эйә була. Ҡыҙ күп уйлап тормай, ауылда ветеринар табип булып эшләгән Морозовтар өлгөһөндә Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумының ветеринар фельдшерҙар әҙерләү бүлегенә документтарын тапшыра. Һәм имтихандарҙы уңышлы тапшырып, техникумға ҡабул ителә.
Тиҫтерҙәренән әүҙемлеге менән айырылған, һәр яҡлап алдынғылар рәтендә булған, спортты үҙ иткән Ғәлиә техникумда ла һынатмай. Тырышып уҡып, буласаҡ һөнәренең бар нескәлектәрен төплө итеп үҙләштерергә ынтыла. Өлгөлө студенттың фотоһүрәте уҡыу йортоноң Маҡтау таҡтаһынан төшмәй. Техникумда бер төркөмдә Ғафуриҙан үҙе менән бергә дүрт егет З.Мирхәйҙәров, Р.Мәҡсүтов, Ә.Ҡаһарманов, Р.Солтанморатов менән уҡырға насип була уға. Әйткәндәй, коллегалары В.Хәкимов, хәҙерге ветстанция начальнигы Ф.Зәйнетдинов та ошо бүлекте тамамлаған.
Студент йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп китә. 1975 йылда техникумды тамамлап, ҡулына дип-лом алған йәш белгесте йүнәлтмә менән тыуған районына, элекке “Ғафури” сов-хозына, эшкә ебәрәләр. Бында иһә совхоздың Павловка бүлексәһенә ветфельдшер итеп тәғәйенләйҙәр. Берёзовка һөтсөлөк фермаһында мөдир, зоотехник булып эшләргә лә тура килә уға. Ферма малдарынан тыш Берёзовка, Яңы Бурлы, Павловка ауылдарындағы шәхси хужалыҡтарҙағы мал-тыуар ҙа Ғәлиә Сәхи ҡыҙының ҡарамағында була. Йәш белгес бар белемен, тырышлығын, булмышын һайлаған һөнәренә бағышлап, уңышлы эшләй, һынатмай. Йәшлек мөхәббәтен дә ошонда осрата. Яңы Бурлы ауылынан Закир Мөхәмәт улы Хисамов менән ғаилә ҡороп, өс балаға: улдары Радик, Рәмил, ҡыҙҙары Рәмиләгә атай-әсәй булыу бәхетен кисерәләр. Хәҙер балалары үҙҙәре атай-әсәй, улдары Стәрлетамаҡ ҡалаһында, ҡыҙҙары Красноусолда төпләнгән. Хисамовтар күпләп мал-тыуар, йылҡы малдары, ҡош-ҡорт аҫрап йәшәгән. Берёзовкала ике яҡлы ҙур, иркен йорт һалып кергән. Ғәлиә апай бөгөн дә ошонда йәшәй.
Малдың сәләмәтлеге ветеринар фельдшерҙың үҙ эшенә яуаплы ҡарауына, үҙ мәлендә прививкалар эшләүенә, төрлө ауырыуҙарҙы ваҡытында иҫкәртеп, уның артабан таралы-уына юл ҡуймауына, бер һүҙ менән әйткәндә, ветеринарҙың төплө белеменә, булдыҡлылығына, һәм, әлбиттә, тырышлығына, оҫталығына бәйле. Хаҡлы ялдағы ветеринарҙан ауылдаштары һәм башҡалар кәңәш һорап мөрәжәғәт итеүҙәре уның төплө белемле, үҙ эшенең оҫтаһы булыуына ишаралай ҙа инде.
-Һөнәр һайлауҙа яңылышмағанмын тип уйлайым. Үҙ эшемде яратып, күңел биреп башҡарҙым, йөҙөп йөрөп эшләнем, мал йәнле булдым. Ҡартатай-ҡартөләсәй тәрбиәһендә буй еткерҙем. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡартатайым һәр ҡайҙа мине үҙе менән алып йөрөр ине, шуға ла бар эште белеп, эшкә ҡатҡыл, талымһыҙ булып үҫтем. Техникумда беҙгә белемде төплө биргәндәр, тием, ҡайһы бер ирҙәр баҙнат итмәҫтәй эштәрҙе, әйтәйек, мал бесеүҙе лә бер ҡурҡыу-өркөүһеҙ атҡара инем хатта. Йәш саҡтарҙа эш буйынса ат егеп, егеүле атта, һыбай килеш тә йөрөргә тура килә ине, - ти Ғәлиә апай хәтер йомғағын һүтеп. – Күп нәмә эште дөрөҫ ойоштора белгән етәкселәрҙән тора. Етәкселектән уңдым, һәр ҡайһыһы үҙ ҡулы аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн һәйбәт булды. Район ветеринария станцияһының хәҙерге начальнигы Фаил Һәҙиәт улының етәкселегендә эшләп, хаҡлы ялға сығыуым менән бәхетлемен. Ул үҙ эшен төплө белеү менән бер рәттән хәстәрлекле етәксе, хеҙмәткәрҙәре һәм хаҡлы ялдағыларҙы һәр яҡлап хәстәрлегенән ташламай, эшемде күреп баһалай белде, барыһы өсөн дә рәхмәт уға. Бар халыҡҡа, ауылдаштарға рәхмәтлемен, хөрмәт итәләр, - ти ҡәнәғәт йылмайып Ғәлиә Сәхи ҡыҙы. - Эшләгән дәүерҙә ике тапҡыр шифаханала булып, сәләмәтлекте нығытып ҡайтырға, районыбыҙҙан ике тиҫтәгә яҡын алдынғылар менән бер рәттән бушлай путёвка менән Белоруссияла сәйәхәттә йөрөп ҡайтырға насип булды. Былар ҙа етәкселектең хәстәрлеге.
Әүҙемлеге менән айырылған, спортты үҙ иткән Ғәлиә Хисамова заманында төп эшенән тыш, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәгән.
Дүрт тиҫтә йыл үҙ эшен яратып, күңелен биреп башҡарған Ғәлиә Хисамованың хаҡлы ялға туҡтағанғаса хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу була – 1975 йылда район ветеринария станцияһына ветеринар фельдшер вазифаһына эшкә ҡабул ителгән, икенсеһе иһә хаҡлы ялға туҡтауға бәйле эштән китеүе хаҡында.
Әлбиттә, Ғ.Хисамованың тырышлығы, намыҫлы хеҙмәте баһаланмай ҡалмай. Тыуған районының ауыл хужалығы тармағы үҫешенә дүрт тиҫтә йылға яҡын фиҙаҡәр, намыҫлы хеҙмәте төрлө кимәлдәге Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған. Улар араһында иң ҡәҙерлеһе - Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы, БР-ҙың һәм РФ-ның хеҙмәт ветераны ул. 2024 йылдың авгусында республика ветеринария хеҙмәткәрҙәренең семинар-кәңәшмәһе беҙҙең районда үтеп, тап ошонда Ғәлиә Сәхи ҡыҙын Башҡортостан Республикаһы Ветеринария буйынса Дәүләт комитетының “Хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләйҙәр.
Тормош тик шатлыҡлы мәлдәрҙән генә тормай икән шул. Яҙмыштан уҙмыш юҡ тигәндәй, яҙмыш һынауҙарын да кисерергә тура килә Ғәлиә апайға. Тормош юлдашы йәшләй, 43 йәшендә генә, мәрхүм булып, 42 йәшендә тол ҡала. Яңғыҙына балаларын үҫтереп, һөнәрле булырға ярҙам итеп, оло тормош юлына баҫтырырға тура килә. Яңғыҙлыҡтың ауырлығын кисергән ҡатын тормош юлында үҙенә терәк-таяныс булырҙай – сығышы менән Мәндем ауылынан Фәрит Шәфиевты осратып, яҙмыштарын бәйләйҙәр һәм бына ике тиҫтә йылдан ашыу инде парлы булып, донъя йөгөн бергә тарталар. Быйыл Ғәлиә апайға ҡайғы кисерергә тура килә, мобилизация буйынса МХО-ға алынған улы Рәмил 43 йәшендә һәләк була. Килене 37 генә йәшендә тол, ике ейәнсәре етем ҡала. Радик улы өс ҡыҙ атаһы, бер ейәнгә олатай, ҡыҙы Рәмилә ул һәм ҡыҙға әсәй. Бер ейән, алты ейәнсәргә өләсәй, бер бүләгә ҡарт өләсәй булыу бәхетен кисереп йәшәй бөгөн Ғәлиә Сәхи ҡыҙы. Балалары ярҙамдарынан ташламайҙар, һәр йәһәттән уларҙың ярҙамын то-йоп йәшәй бәхетле әсә. Иң өлкән апай булараҡ, Венер, Әмир, Наил энеләре – таяныстары.
Ғәлиә апайҙың гөл-сәскәләр яратыуы ҡапҡаны асып инеү менән күҙгә ташлана, ихатаны төрлө-төрлө сәскәләр, йорт эсен һәм тәҙрә төптәрен төрлө төҫтәге яран һәм башҡа гөлдәр биҙәй. Эре малдарын бөтөрөп, хәҙер йыл да 50-ләп өйрәк, ике тиҫтәләп ҡаҙ алып һимертә, йомортҡа тауыҡтары бар.
Матур, өлгөлө тормош һәм хеҙмәт юлы үткән, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡәҙерле, һөйөклө әсәй, өләсәй, кәрәк-терәк, таяныс, аҡыллы кәңәшсе булып, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп йәшәүсе Ғәлиә Хисамоваға һаулыҡ-именлектә, балалары үҫкән тыуған йорт усағын һүндермәй, артабан да ғүмер йомғағын ҡартлыҡ бәхетенә төрөнөп һүтергә яҙһын.