+28 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
22 Августа 2025, 04:08

Линарҙың хыялы тормошҡа ашты

Үткән шәмбе Красноусол ауылында махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған яугир Линар Рәжәпов иҫтәлегенә йәштәр өсөн "Requiem" компьютер клубы асылды.

Линарҙың хыялы  тормошҡа аштыЛинарҙың хыялы  тормошҡа ашты
Линарҙың хыялы тормошҡа ашты

- Эх, ауылда йәштәр, балалар йыйылышып аралашыр, уйнар өсөн заманса берәй клуб булһын ине ул, ти торғайны Линар улым. Тап шунлыҡтан, уның хыялын тормошҡа ашырып, ошондай клуб булдырырға ҡарар иттек, - ти яугирҙың әсәһе Рәлиә Афзал ҡыҙы. – Һәм яңылышманымдыр, тим, сөнки тәүге көндән 10 йәше тулған балалар, йәштәр менән бер рәттән эштән һуң ололар ҙа килә клубҡа.
Мәғлүм булыуынса, Линар Әфҡәт улы махсус хәрби операция биләмәһендә именлегебеҙ, яҡты киләсәгебеҙ өсөн ғүмерен ҡорбан итте. 25 йәше лә тулып өлгөрмәгәйне уға был ваҡытта. Үҙе хыял иткән ошондай заманса клубтарҙа тиңдәштәре менән рәхәтләнеп аралашыр, күңел асыр сағы ғына ине...
- Үҙенә тейешле булған аҡсаны алғас та улымдың ошо һүҙҙәре иҫкә төштө. Һеңлемдең улы, вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләп йөрөгән Вилнур ялға ҡайтҡас, уның менән һөйләшеп, кәңәшләшеп эшкә тотондоҡ, - тип дауам итә Рәлиә Афзал ҡыҙы. - Бүлмә мәсьәләһен хәл итеүгә ҡеүәтле уйын компьютерҙары, уңайлы ял зонаһы булдырыу маҡсатында алкоголһеҙ эсемлектәрҙе һаҡлар өсөн һыуытҡыс, дивандар һатып алдыҡ...
Уйын бүлмәләрен йыһазландырыу, ҡорамалдарҙы урынлаштырыу кеүек күп эштәрҙе дуҫтары менән берлектә Вилнур Ғөбәйҙуллин үҙе атҡарып сыға. Клубта тейешле тәртип булдырыуҙы ла үҙ яуаплылығына алған ул.
- Клубта алкоголле эсемлектәр ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Ул көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып ял итеү, йәнле аралашыу урыны ғына буласаҡ, - ти яугир әсәһе.
Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тиҙәр. Һәм бына күп тә үтмәй Линарҙың хыялы булған клуб үҙенең ишектәрен асты. Бында инде улын юғалтыу ҡайғыһынан һығылып төшмәйенсә изге эшкә тотонған Рәлиә Афзал ҡыҙына һоҡланырға ғына ҡала. Әйткәндәй, Рәлиә булмышы менән ихлас, ярҙамсыл кеше. Ҡасандыр тыуған ауылы Ҡурғашлы ауыл клубында йыйыштырыусы булып эш башлай. Артабан ауыл биләмәһе хакимиәтендә эшләй. Бөгөн инде ярҙамға мохтаж булғандарҙы ҡарай. Ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре Рәлиәгә рухи ныҡлыҡ, көс бирә. "Ейәндәремде лә Линар ағаһы кеүек лайыҡлы, намыҫлы, эшсән ир-егет итеп үҫтереүҙе иң мөһим һәм төп бурысым тип иҫәпләйем", - ти ул.
Уйын компьютерҙары һәм консолдәр менән йыһазландырылған был клуб ял итеү урыны ғына түгел, Ватан өсөн ғүмерен биргән герой – Линар Әфҡәт улы тураһында яҡты хәтер урыны ла булып, балаларҙы, йәштәрҙе үҙенә саҡырып торһон, тип теләргә генә ҡала.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Линарҙың хыялы  тормошҡа ашты
Линарҙың хыялы  тормошҡа ашты
Линарҙың хыялы тормошҡа ашты
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас