

Ибраһим ауылынан ошо көндәрҙә үҙенең 85 йәшлек олпат юбилейын ҡаршылаған хеҙмәт ветераны, ауылының хөрмәтле уҙаманы Фәйез Ғирфан улы Садиҡовты ошондай кешеләрҙең береһе тип беләм.
Сынығыу йылдары
Ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар кешене сыныҡтыра, тейеүҙәре хаҡтыр. Фәйез ағай менән аралашып, уның бала сағына, тормош юлына байҡау яһағанда үҙенән-үҙе шундай уй тыуа. Эйе, һуғыш осоро балаларын, ауыр йылдар, шағир әйтмешләй, быуындарын тиҙ нығытып, тиҙ “өлгөрттө”. Атаһы Ғирфан ил именлеген һаҡлау өсөн һуғышҡа киткәндә Фәйез бер йәшлек сабый ғына булып ҡала. Бик күптәр шикелле Ғирфанға ла ғаиләһе янына әйләнеп ҡайтыу насип булмай. Атай һөйөүен, атай тәрбиәһен һәм хәстәрен күрмәй үҫә Фәйез. Әсәһе Шәрифә үҙе атай ҙа, әсәй ҙә булып, дүрт баланы яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Ғаиләлә берҙән-бер ир бала булған Фәйез мәктәпкә уҡырға төшкәнгә тиклем үк әсәһенең ныҡлы, ышаныслы ярҙамсы-таянысы була. Тап ана шул саҡта унда башҡалар өсөн яуаплылыҡ, ҡатҡыллыҡ, ныҡышмалылыҡ кеүек сифаттарға орлоҡ һалыналыр.
Башланғыс кластарҙа Ибраһимда уҡыһа, артабан Еҙем-Ҡаран мәктәбендә урта белем ала. Уҡыуға тырыш, отҡор булыу өҫтөнә, тиңдәштәре араһында әүҙем, һәр нәмәгә үҙ фекере, үҙ ҡарашы булған рухлы, тәүәккәл ойоштороусы-лидер булараҡ та айырылып тора. Урта мәктәпте тамамлағас, әрме хеҙмәтенә саҡырылғанға тиклем бер аҙ Мәжит Ғафури исемендәге колхозда эшләп өлгөрә.
1961 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырылып, 1964 йылға тиклем хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Бәләкәйҙән хеҙмәт сынығыуы алып үҫкән егет бында ла һынатмай, күптәр өсөн өлгө була һәм командование уға артабан юғары уҡыу йортона уҡырға инеү өсөн әҙерлек курсы үтеү мөмкинлеге бирә. Һөҙөмтәлә, хеҙмәтен тултырып ҡайтыу менән Фәйез Башҡорт дәүләт университетының биология факультетында уҡый башлай.
- Беренсе курсты тамамлаған йылды ауылдашым Динислам Мозафаровтың “үҙебеҙҙең колхозға эшкә ҡайтып, ауылыбыҙҙы күтәрәйек”, тигән өгөтөнә ҡаршы килә алмайынса, БДУ-ны ҡалдырып, аграрныйға күсеп, ситтән тороп агрономлыҡҡа уҡый башланым да ауылға эшкә ҡайттым, - тип ул йылдарҙы иҫкә ала бөгөн Фәйез Ғирфан улы.
Тыуған ергә ерегеп...
Ул йылдарҙа дәртләнеп, бар булмышын, белемен һалып эшләй ул, ойоштороу һәләтенә эйә булған йәш белгес-те бер осор Мәжит Ғафури исемендәге колхоздың партия ойошмаһы секретары итеп тә һайлап ҡуялар.
“Тартҡан атҡа өйәләр”, тигәндәй, халыҡ менән уртаҡ тел табып, уларҙы ойоштора алған һәм үҙ эшен төплө белгән белгесте бер йылды ялансылыҡ эше ныҡлы аҡһаған “Еҙем” колхозына агроном итеп күсерәләр. Өс йыл самаһы эшләй Фәйез Ғирфан улы был хужалыҡта. Был йылдар эсендә баҫыуҙарҙа сәсеү әйләнешен яйға һалып, орлоҡ сифатын яҡшыртыуға өлгәшә. Һөҙөмтәлә, уңдырышлылыҡ та бермә-бер күтәрелеп, иген етештереү планын ныҡ ҡына арттырып та ҡуялар.
Тынғыһыҙ эш аралаш институтта уҡыуын уңышлы дауам итеп, ҡулына юғары белемле агроном дипломын алып күп тә үтмәй, КПСС райкомының 1-се секретары Әсҡәт Шәмсетдинов үҙен һәр яҡлап тырыш, яуаплы белгес итеп танытып өлгөргән Садиҡовты ваҡытлыса тип Аҡкүл сөгөлдөр ҡабул итеү пунктына эшкә тәғәйенләй.
- Ваҡытлыса тигәндәре оҙаҡҡа һуҙылып, алты йылдан һуң ғына, үҙебеҙҙең колхозға эшкә ҡайта алдым, - тип ул осорҙо иҫкә ала бөгөн ветеран. Уның ҡарауы, тап ошо йылдар Фәйез Ғирфан улы өсөн һынау, тәжрибә туплау, белемен тағы ла камиллаштырыу осоро ла була. Үҙен һәр яҡлап тик яҡшы яҡтан күрһәткән белгес ул саҡтағы Өфөлә колхоздар һәм совхоздар өсөн етәксе кадрҙар әҙерләү курстарында әҙерлек үтә, артабан партия райкомының беренсе секретары Мөхәмәт Баҡыев тәҡдиме буйынса Юғары партия мәктәбендә белем ала.
19 йыл төп һөнәре буйынса баш агроном булып эшләй Фәйез Ғирфан улы. Был йылдарҙың төп өлөшө тыуған хужалығына тура килә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ниндәй генә хужалыҡта эшләһә лә ул үҙ бурысына етди ҡарап, белеменә таянып, һөҙөмтәле эшләй. Сәсеү әйләнешен яйға һалып, баҫыуҙарҙың уңдырышлылығын күтәреүгә өлгәшә, орлоҡтоң сифатын күтәрә.
- Йылдың-йылы көҙҙән I һәм II класлы орлоҡ һалып ҡалдыра инек. М.Ғафури исемендәге колхоз орлоҡ сифаты бу-йынса гелән генә алдынғылар рәтендә булды. Әсҡәт ағай Шәмсетдинов колхоз етәкселәре һәм баш агрономдарҙың бер кәңәшмәһе ваҡытында “районда үҙенең эшен төплө белгән өс ысын агроном бар: "Ленинизм" да - Сәүиә Ибраһимова, “Егән”дә - Ғәҙелшин һәм “Мәжит Ғафури”ҙа – Садиҡов” тип билдәләп үткәне хәтерҙә уйылып ҡалды, - тип иҫкә алды Фәйез Ғирфан улы әңгәмә барышында.
Халыҡ ышанысын аҡлай
80-се йылдарҙа бер осор Фәйез ағай Еҙем-Ҡаран ауыл советы секретары булып та эшләп ала. Ялансылыҡ буйынса күрһәткестәр кире төшә башлағас, йәнә агроном вазифаһына күсә. 1987 йылда бер нисә саҡырылыш рәттән ауыл Советы депутаты итеп һайланып, ауылдаштарының ышанысын, ихтирамын яулаған Фәйез Ғирфан улын тағы ла яуаплыраҡ эшкә – Еҙем-Ҡаран ауыл советы рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Ун өс йыл тарта ул был ауыр, яуаплы йөктө.
- Был ике вазифаның һеҙҙең өсөн ҡайһыһы яуаплыраҡ һәм ауырыраҡ булды? - тип ҡыҙыҡһынам Фәйез ағайҙан.
- Икеһе лә ауыр ҙа, тынғыһыҙ ҙа. Агроном саҡта көнө буйы баҫыуҙар буйлап йөрөп төн уртаһында ҡайтып йығылаһың да, таң һарыһынан йәнә сығып китәһең. Айырыуса сәсеү, ураҡ ваҡыттарында көсөргәнешле. Транспорт булмаған саҡта баҫыуҙар буйлап 60-70 саҡрым араны йәйәүләп үткән ваҡыттар ҙа булғыланы, - ти ул. - Ауыл советында ла эш еңелдән түгел, хатта күпкә яуаплыраҡ. Бында инде биләмәгә ҡараған ун бер ауыл халҡы өсөн яуап бирәһең. Эшләү дәүеремдә ауылдарҙа йәмғеһе социаль йүнәлештәге ун ете объект төҙөлдө, булғандарына капиталь ремонт үткәрә алдыҡ.
Кеше эше менән матур, тиҙәр. Фәйез Ғирфан улы ла ниндәй генә вазифала эшләһә лә һынатмай. Шуға ла бөгөн ауылдаштары, яҡташтары араһында уның йөҙө яҡты, намыҫы таҙа. Ә инде намыҫлы хеҙмәте өсөн бирелгән төрлө кимәлдәге Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, ҡиммәтле бүләктәре ана шул тынғыһыҙ йылдарҙың бер иҫтәлеге булып һаҡлана.
Илһам сығанағы - ғаиләлә
Фәйез ағай һәйбәт ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай-олатай булараҡ та күптәргә өлгө булып тора. Тәнзилә Әхмәтдин ҡыҙы менән бына 59 йыл инде бер бөтөн булып татыулыҡта-берҙәмлектә ғүмер кисереп, дүрт бала – өс ҡыҙ һәм ул үҫтергәндәр. Улары хәҙер үҙҙәре әсәй-атай ғына түгел, өлкәндәре өләсәй ҙә инде. Стәрлетамаҡта төпләнгән өлкән ҡыҙҙары Гөлсинә бухгалтер булып эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған. Рәшиҙә менән Гөлфирә уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Рәшиҙә Фәйез ҡыҙы бөгөн район мәғариф бүлегендә методик бүлек мөдире булһа, Гөлфирә Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә балаларға белем бирә. Улдары Рөстәм иһә ауылда төпләнгән, шәхси эшҡыуар-фермер, йылҡы малы үрсетә. Тәнзилә апай менән Фәйез ағай бөгөн 10 ейән-ейәнсәргә, 7 бүләр-бүләсәргә олатай-өләсәй ҙә. Балалары өсөн күңелдәре тыныс, йөҙҙәре яҡты Садиҡовтарҙың.
Туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған Фәйез ағай әле лә әүҙем тормош алып бара, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәй, бер осор ауылдың ветерандар советы рәйесе, староста булып ауылдаштары мәнфәғәтен хәстәрләп, ауылдағы һәр эштең уртаһында ҡайнаны.
Фәйез ағай элек-электән шиғри күңелле булып, матур-матур шиғырҙар ижад итә, редакциябыҙ янында эшләп килгән “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәнең әүҙем ағзаһы ла булып тора. Шиғырҙары әленән-әле гәзитебеҙ битендә лә донъя күрә. Бер шәлкем шиғырҙары “Мағаш тауышы” тип исемләнгән китапта урын алды. 2017 йылда үҙенең “Оҙон тормош юлында” шиғырҙар китабын нәшер итеүгә өлгәшһә, 2023 йылда инде тыуған ауылының тарихы, нәҫел-аралар шәжәрәһе тупланған бик һиммәтле булған “Ибраһим” тип аталған икенсе китабы донъя күрҙе.
- Илһам һаман ташламай әле, төн уртаһында ла “килеп уятып”, тағы бер китаплыҡ шиғырҙар яҙҙыртты, - тип шаяртып алды Фәйез ағай. Тимәк, киләсәктә уның тағы ла бер китабын уҡып ҡыуанасаҡбыҙ.
Артабан да шулай тормоштан ҡәнәғәт булып, ижад диңгеҙендә йөҙөп, эшләгән йылдарығыҙҙың мәнфәғәтен, балалар, ейәндәр, бүлә-бүләсәрҙәр шатлығы һәм игелегендә ғүмер кисерегеҙ, Фәйез ағай. Юбилейығыҙ менән һеҙҙе!
Мәрхәбә Собханғолова.
Төйәгемә арнап...
Тыуған яғым, һинең тәбиғәткә
Кемдәр генә икән һоҡланмай?!
Күңелдәре илһамланып китеп,
Ҡайһы шағир түҙер йыр яҙмай?
Ғорурланып бағам, ҡайҙа булһам,
Тыуған яғым тәбиғәтенә.
Һыҙланғанда шифа бирәһең һин
Йөрәгемдең йәрәхәтенә.
Бушҡа ғына тиңләмәйҙәр һине
Алыҫ Швейцария еренә.
Ситкә киткәндәр ҙә ҡайтып етә
Түҙә алмай һағыш-хисенә.
Һалҡын ҡыштарың да һағындыра,
Һағындыра яҙғы елдәрең.
Һиңә арнап бына шиғыр яҙҙым,
Тулышып та киткәс хистәрем.
Фәйез САДИҠОВ.