

Татыу ғаиләлә үҫкән балаларҙың иң өлкәне – улдары Радмирға - 22 йәш. Иретеп йәбештереүсе һөнәренә эйә булған ул, Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Ғаиләлә берҙән-бер ҡыҙ – Рәзилә Имәндәш мәктәбенең 9-сы класын тамамлаған, артабан уҡыуын Стәрлетамаҡ медицина колледжында дауам итәсәк. Улдары Рәмил яңы уҡыу йылында – 8-се, Рушан 4-се класҡа уҡырға барһа, 4 йәшлек Раил балалар баҡсаһына йөрөй, иң кесеһе – 1 йәш тә 3 айлыҡ Рөстәм әлегә инәһе менән өйҙә “донъя көтә”.
Әлиә Тимерғәле ҡыҙы Еҙем-Ҡаран ауылында өс балалы Рәхмәтуллиндар ғаиләһендә, игеҙәк ағайҙарына иркәләнеп кенә, иң кесе бала булып буй еткерә. Ауылда урта мәктәпте тамамлағас, Салауат ҡалаһында крансы һөнәрен үҙләштереп, ҡулына диплом ала. Әммә уға был һөнәр буйынса эшләргә насип булмай. Имәндәш ауылына ҡунаҡҡа килгәндә ҡыҙ үҙенең ғүмерлек яртыһы, буласаҡ тормош иптәше - ауыл егете Радикты осрата. Бер-береһенә тәү күреүҙән ғашиҡ булған ике йәш йөрәктең танышыуы ҡауышыу менән тамамлана. 2002 йылда гөрләп туй үтә һәм йәш ғаилә, ситкә сығып китеүҙе уйламай, Имәндәштә төпләнә. Радик Рәжәп улы “Еҙем” колхозында эшләй. Еҙем-Ҡаран ҡыҙы Имәндәшкә килен булып төшә һәм, торған ерҙән төшкән ер яҡын тигәндәй, иренең ауылын үҙ итеп, бында үҙ кешегә әйләнгән.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете – ирҙән”, тигән боронғолар. Ишле балаларҙы бағыуҙа, уларҙы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыуҙа ире ҡатынының ныҡлы терәге, таянысы. Алты балам – алты шатлығым, тип һөйөүгә сорналған донъяһын көтөп, яҡындарына йөрәк йылыһын, изгелеген йомарт өләшеп йәшәй Әлиә. Уның иренән дә, тормошонан да, балаларынан да уңыуы көләс йөҙөндә, кеше менән ихлас һөйләшеүендә сағыла.
- Һәйбәт ғаиләгә килен булып төшөүем менән бәхетлемен, ҡәйнә-ҡайным Рәсимә Ғиззәт ҡыҙы менән Рәжәп Мөхәмәҙи улы кешелекле, изгелексәндәр, аҡыллы кәңәштәре менән беҙҙе хәстәрләп йәшәйҙәр. Йәшләй генә тормош ҡороп, бер-бер артлы балаларыбыҙ донъяға килгәс, уларҙы үҫтерешеүҙә, ҡарашыуҙа һәм башҡаһында ҡәйнәм (инәй тип әйтәм) терәгем-таянысым булды, аҡыллы кәңәштәре менән әленән-әле ярҙамын тоябыҙ. Уның кәңәше менән балаларыбыҙҙың киләсәген уйлап, Стәрлетамаҡ ҡалаһында фатир һатып алдыҡ. Тормош иптәшемдән дә уңдым мин. Радик бар эшкә лә оҫта, уңған хужа, бала йәнле атай. Мал-тыуар, башҡа хужалыҡ эштәре уның иңендә, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Улдарын үҙ өлгөһөндә ир-егеттәр белергә тейешле бар һөнәрҙәргә лә өйрәтеп үҫтерә. Үҙемдең атай-инәйем дә, ике яҡлап туғандар ҙа ярҙамдарынан ташламай, - ти бәхетле йылмайып Әлиә.
Бынан 13 йыл элек ауылдың Тау аҫты урамында үҙ көстәре менән кирбестән һалып ингән ҙур (11х11 м), иркен, күркәм, нурлы йорттарында балалар тауышы тынмай. Туғандары ла өҙөлмәй, өҫтәлдәрендә һәр саҡ мул аш-һыу, йөҙҙәрендә гел ихласлыҡ балҡыған Әминовтар ғаиләһенә һоҡланмау мөмкин түгел. Бәхет эҙләп ситкә китмәй, тыуып үҫкән төйәгендә төпләнеп, тырышып донъя көткән ғаиләнең тормошо ла бәрәкәтле, етеш. Йорттары ғаилә башлығының оҫта ҡулдары менән етештерелгән, матур итеп зәңгәргә буялған үҙенә генә хас күркәм ағас кәртәләр менән уратып алынған. Өйҙәре газ менән йылытыла, һыу ҙа өйҙә, крандан ағып тора, аш-һыу бүлмәһе, зал да иркен, йоҡо бүлмәләре лә айырым.
Ысынлап та, заманса иркен итеп һалынған күркәм йорт, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында ҡура тулы мал-тыуар (һыйырҙары ғына ла – 11 баш, шунса уҡ башмаҡ, 40-ҡа яҡын һарыҡ), аттар (6 баш), ҡош-ҡорт (тауыҡтар, тауыҡ себештәре, ҡаҙ-өйрәктәр алып үҫтерәләр), умарта күстәре – барыһы ла бөтмөр хужаларҙың көндәлек хеҙмәтен талап итә. Ҡатын-ҡыҙҙың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эштәрендә ярҙамсы булырҙай ҡыҙы үҫеп буй еткереүе менән дә сикһеҙ бәхетле Әлиә. Бөтмөр хужабикә көн дә 11 һыйырҙы һауып, үҙҙәренән артҡанын дәүләткә, һөт йыйыусы Айнур Зәйнешевҡа тапшыра. Һуғым мәлендә бер нисә баш малдарын һуйып, итләтә лә, тереләй ауырлыҡта ла һаталар, быларҙың барыһы ла ғаилә бюджетына ҙур килем сығанағы булып тора. Заказ буйынса ҡаймаҡ, эремсек, май, ҡаҙы әҙерләп тә аҡсаға әйләндерә, сыр ҙа эшләй уңған хужабикә. Әминовтарҙың экологик йәһәттән таҙа, сифатлы һәр төрлө продукциялары ҙур һорау менән файҙаланыла, һатып алыусы үҙ клиенттары барлыҡҡа килгән дә инде, туғандарын да ит менән тәьмин итәләр. Ишле малдарға аҙығы ла мул кәрәк. Бесән әҙерләү өсөн “Беларусь” тракторҙары бар, быйыл сапҡыс алғандар. Сабынлыҡ булмауы бер аҙ ҡыйынлыҡтар тыуҙырһа ла, йүнсел ғаилә башлығы бесәнде ситтән булһа ла хәстәрләргә тырыша. Гараж һалған, йәйге йорт (аласыҡ) төҙөлөшө менән була, ағас эшкәртеү өсөн үҙ пилорамалары бар, шиномонтаж асырға уйлашалар. Ауыл хакимиәте йорттары ҡаршыһында ғына күмәк балалы ғаиләләргә бушлай тәғәйенләнгән ер участкаһы бүлеп биргән. Уныһы ла матур итеп кәртәләнгән.
Алты балалары атай-инәһенең, һис шикһеҙ, алты бәхете, ә ҡартайған көндәрендә алты терәк-таянысы. Тимәк, бөгөнгөһө лә, киләсәге лә ышаныслы Әминовтарҙың! Киләсәктә лә балалар ҡыуанысы, именлек теләйбеҙ, донъяларығыҙ түңәрәк булһын, бәхеттәрегеҙ ишелеп килһен!
Республика Башлығы Радий Хәбиров:
“Беҙҙең юл - ныҡлы ғаиләләр, изгелек, намыҫлы хеҙмәт, ғаилә һәм тоғролоҡ ҡанундарына таянып балалар тәрбиәләү. Тыуым һәм, тимәк, күп балалы ғаилә – илебеҙҙең, милләтебеҙҙең йәшәү нигеҙе”.
Башҡортостанда “Әсәлек даны” миҙалы 1998 йылдан алып биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыла. Бөгөнгә 9 меңдән ашыу әсә ошондай миҙалға һәм бер тапҡыр түләнә торған 100 мең һум аҡсаға лайыҡ булған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ғаилә йылы булған 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда 306 ғаилә балалар тәрбиәләү өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн дәүләт наградаларын алған. Шуларҙан алты әсә – “Герой-әсә” ордены (улар бөтәһе 8), туғыҙ ғаилә – “Ата-әсәлек даны” ордены миҙалы, 10 ғаилә – “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы һәм 281 ҡатын-ҡыҙ “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.