+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
28 Август 2025, 07:00

Мутлашыусылар мәктәп уҡыусыларын алдай

Улар үҙҙәрен мәктәп директоры йәки уҡытыусыларҙың береһе тип таныла.

Мутлашыусылар мәктәп уҡыусыларын алдайМутлашыусылар мәктәп уҡыусыларын алдай
Мутлашыусылар мәктәп уҡыусыларын алдай

Мутлашыусылар әйтеүенсә, баланың ата-әсәһенә нимәлер булған, мәҫәлән, дауаханаға йәки полицияға эләккәндәр һәм, йәнәһе, ярҙам итер өсөн, аҡсаны ашығыс рәүештә курьерға тапшырырға йәки махсус иҫәпкә күсерергә кәрәк.

Шулай уҡ енәйәтселәр:

- уҡыусыларға һорау алыуҙа тауыш биреүҙәрен үтенеп хәбәр ебәрә – улар аша шәхси мәғлүмәттәрҙе урлай;
- ялған мәктәп чаттарына саҡыра;
- уҡыу өсөн мөһим ҡушымтаны күсереп алырға күндерә.

Балаларығыҙға мутлашыусыларҙың нисек эш итеүен һәм уларҙан һаҡланыу ысулдарын аңлатығыҙ.

Мутлашыусылар мәктәп уҡыусыларын алдай
Мутлашыусылар мәктәп уҡыусыларын алдай
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас