

Кәңәшмә эшендә район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, район Советы рәйесе Галина Петрова, мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡов һәм мәртәбәле ҡунаҡтар: БР транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Регина Баҡыева, БР Мәғариф һәм фән министрлығының махсус белем биреү бүлеге начальнигы Миләүшә Латипова, М.Акмулла исемендәге БДПУ-ның педагогика кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы Алина Әхмәтйәнова, Өфө Фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы директорының йәштәр сәйәсәте һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, доценты, физика-математика фәндәре кандидаты Александр Потапов, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.
Сараны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова алып барҙы.