

Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы В.Ф.Вахитов, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының беренсе урынбаҫары Р.Р.Иштуков, "Красноусол" шифаханаһы директоры, БР Дәүләт Йыйылышы-
Ҡоролтай депутаты Р.Р.Бәҙретдинов, Красноусол Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Х.С.Сәфәрғолов, Бельский ауыл биләмәһе башлығы Ю.З.Әхмәров ҡатнашты.
Ҡотлоғужа һәм Игенйылға ФАП-тары хужабикәләре - фельдшерҙары өр-яңы, уңайлы шарттарҙа эш башлап, халыҡ сәләмәтлеге һағында торасаҡ.
Башҡортостанда медицина көндән көн арзаная бара, юғары технологиялыға һәм замансаға әйләнә. 2023 йылда ғына мәҫәлән һаулыҡ һаҡлауға республикаға бөтә финанслау сығанаҡтарынан 106,9 миллиард һум йүнәлтелгән. "Һаулыҡ Һаҡлау" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә матди-техник база яңыртыла, йәғни беренсел медицина ярҙамы инфраструктураһы үҫешә.
Рәсәй президенты Владимир Владимирович Путин беренсел звеноны комплекслы модернизациялау программаһын башлап ебәрҙе. Был аҡса менән нығытылған етди документ. 2025 йылға тиклем был маҡсатҡа Башҡортостанға 18 млрд һум бүленәсәк.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә республика буйлап сәйәхәт иткәндә ауыл халҡы өсөн бик мөһим булған фельдшер-акушерлыҡ пункттарына йыш булыуы хаҡында һөйләне.
- Башҡортостанда - ауыл биләмәләре байтаҡ өлөштө тәшкил итә, кешеләрҙе медицина ярҙамынан тыш ҡалдырырға ярамай, - тип билдәләне ул.
-Республика ауыл медицинаһын үҫтереүҙе дауам итә, - тип өҫтәне Радий Хәбиров.
Башҡортостанда 50-гә яҡын ФАП, унға яҡын участка дауаханаһы һәм амбулатория яңыртылған.
Ул был медицина учреждениеларында эшләгән кешеләрҙе төп көс тип атаны. Кадрҙарға ярҙам итеү өсөн «Ауыл табибы / Ауыл фельдшеры» федераль программаһы эшләй. Параллель рәүештә республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттарына иҫәпләнгән «Ауыл фельдшеры» программаһы эшләй. Уға ярашлы быйыл 33 хеҙмәткәр 500-шәр мең һум аласаҡ.