+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
1 Сентябрь 2025, 08:20

Владимир Путин Рәсәй халҡын Белем көнө менән ҡотланы

“Ҡәҙерле дуҫтар. Мәктәп  һәм колледж уҡыусылары,  вуз студенттары, педагогтарҙы һәм ата-әсәләрҙе Белем көнө менән ҡотлайым. Һәр кемдең биографияһы был байрам менән бәйле- барыбыҙ ҙа оло тормош юлын мәктәптән башланыҡ, 1 сентябрҙәге шатлыҡтарҙы һәм тулҡынланыу хистәрен яҡшы иҫләйбеҙ.

Беренсе ҡыңғырау тауышын ишетәсәк балаларҙы  айырым ҡотлағым килә. Һеҙҙең өсөн яңы, яуаплы, мауыҡтырғыс осор башлана. Беҙ Рәсәй балаларының , йәш быуындың заманса белемдәрҙе үҙләштереүҙә барлыҡ шарттар булдырыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Илдең киләсәге бөгөн һеҙҙән- мәктәп,  колледж һәм вуз тупһаһы  аша атлап уҙыусыларҙан тора. Уларҙың педагогтары, ата-әсәләре,  өләсәй-олаталарына ихлас күңелдән уңыштар, һаулыҡ, именлек  теләйем”, - тиелә ил президенты ҡотлауында.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас