+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
5 Сентябрь 2025, 06:23

Иң лайыҡлыларҙы һайларға

Быйыл 14 сентябрҙә Ғафури районында берҙәм тауыш биреү көнө үтә. Районда өҫтәмә һайлауҙар нисек ойошторола, уға ниндәй әҙерлек эштәре бара – район территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Римма ЗВЕРЕВА шулар хаҡында һөйләй.

Иң лайыҡлыларҙы һайларғаИң лайыҡлыларҙы һайларға
Иң лайыҡлыларҙы һайларға

- Римма Ишмырҙа ҡыҙы, ғафуриҙар алдында ниндәй һайлау кампанияһы тора?
- Һүҙҙе шунан башлайыҡ: быйыл Башҡортостан Республикаһында 150 һайлау кампанияһы үтәсәк, уларҙа 48 территориаль һәм 256 һайлау комиссияһы ҡатнашасаҡ.
Ғафури районы биләмәһендә: бер мандатлы 8-се Аҡкүл һайлау округы буйынса VI саҡырылыш БР Ғафури районы МР Советы депутатын өҫтәмә һайлау, бер мандатлы 7-се һайлау округы буйынса БР Ғафури районы муниципаль районының XXIX саҡырылыш Ташлы ауыл советы ауыл биләмәһе Советы депутатын өҫтәмә һайлау, 7-се һәм 9-сы һайлау округтары буйынса БР Ғафури районы муниципаль районының XXIX саҡырылыш Үтәк ауыл советы ауыл биләмәһе Советы депутаттарын өҫтәмә һайлау, 10-сы һайлау округы буйынса БР Ғафури районы муниципаль районының XXIX саҡырылыш Еҙем-Ҡаран ауыл советы ауыл биләмәһе Советы депутатын өҫтәмә һайлау үтәсәк.
Беҙҙә һайлауҙар Һайлауҙар тураһындағы республика Кодексына ярашлы уҙасаҡ. 14 сентябрь берҙәм тауыш биреү көнө булып тора. Был көндә һайлау участкалары иртәнге сәғәт 7-нән 21.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Һайлауға йәлеп ителгән участкалар һаны буйынса ҡарағанда, һайлау ҙур түгелдер, ләкин беҙҙең өсөн ул бик әһәмиәтле.
- 14 сентябрҙә төрлө сәбәп менән һайлау участкаларына килә алмаусылар нисек тауыш бирә ала?
- Райондың территориаль һайлау комиссияһы тарафынан алдан тауыш биреүҙе уҙғарыу өсөн участка һайлау комиссияларының эш графигын раҫлау тураһында 2025 йылдың 21 авгусында 137/2-5 һанлы ҡарар ҡабул ителде, уға ярашлы, участка комиссиялары 2 сентябрҙән үҙ эшен башланы, ә 3 сентябрҙән алдан тауыш биреү башланды. Әгәр һайлаусы һайлаусылар исемлегенә индерелгән, ләкин берҙәм тауыш биреү көнөндә ниндәйҙер етди сәбәп буйынса (отпускыла, командировкала, уҡыуҙа булыу, эштә дежурлыҡ итеү, һаулыҡ менән проблема арҡаһында) һайлау участкаһына килә алмаһа, ул алдан тауыш бирергә мөмкин. Бының өсөн ул һайлау комиссияһына, алдан тауыш бирергә теләүенең сәбәбен күрһәтеп, ғариза бирә. Тауыш биреү участка һайлау комиссияһы бүлмәһендә 13 сентябргә тиклем уҙғарыла. Райондың участка һайлау комиссиялары 3 августан алып 13 авгусҡа тиклем түбәндәге график буйынса эшләй: эш көндәрендә 16.00-дән 20.00 сәғәткә тиклем, ял һәм байрам көндәрендә 10.00-дән 14.00 сәғәткә тиклем.
Шулай уҡ участка һайлау комиссияһы бинаһынан ситтә лә тауыш бирергә була. Бының өсөн сентябрҙең 3-өнән 14-енә тиклем 14.00 сәғәткәсә телефондан йәки туғандар, күршеләр аша үҙеңдең участка комиссияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һайлау көндө комиссия ағзалары күсереп йөрөтмәле бюллетень йәшниктәре алып, уларҙың өйөнә барасаҡ.
Шуны ла өҫтәп әйтәм, был юлы КОИБ-тар (һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы, икенсе төрлө – электрон урналар) ҡулланылмай, сөнки һайлаусылар һаны сағыштырмаса әҙ.
- Һәр ваҡыттағыса, һайлауҙа тәртип һаҡлау йәһәтенән төрлө саралар күреләлер?
- Һис шикһеҙ. Һайлау процесында ҡатнашыусыларҙың барыһының да хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында хоҡуҡ һаҡлау һәм башҡа органдар менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек булдырыла. Әйтәйек, һәр һайлау участкаһында ла полиция хеҙмәткәре буласаҡ, ул үҙ вазифаһына ингән кимәлдә биналарҙы һаҡлау, һайлау документацияһын һаҡлау, һайлау участкаһында булған барлыҡ һайлау процесында ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән саралар комплексын үтәй. Һәр бер тауыш биреү бинаһы билдәләнгән нормативтарға һәм критерийҙарға тап килеү-килмәүгә, шул иҫәптән янғын хәүефһеҙлеге, террорҙан һаҡланыу, санитар ҡағиҙәләр һәм нормаларға тап килеү йәһәтенән МЧС, Эске эштәр министрлығы һәм ведомствонан тыш һаҡ тарафынан тикшерелә. Участка һайлау комиссиялары эшенә йәлеп ителгәндәрҙең барыһы ла уҡыу һәм инструктаж үтте. Штаттан тыш хәлдәр килеп сығыу осрағына, һайлау процесының өҙөклөкһөҙ барыуын тәьмин итеү маҡсатында, тауыш биреү өсөн резерв биналар бүленде.
- Римма Ишмырҙа ҡыҙы, алда торған һайлауҙа ҡатнашыу ни өсөн мөһим?
- Көндәлек тормошобоҙҙа осрап торған һорауҙар йыш ҡына төбәк һәм урындағы кимәлдә хәл ителә. Уларға биләмәләрҙе төҙөкләндереү, инфраструктураны үҫтереү, социаль-мәҙәни өлкәгә ярҙам кеүек халыҡ тормошоноң мөһим мәлдәрен үҙ эсенә алған урындағы әһәмиәтле мәсьәләләр инә. Был мәсьәләләр менән кем һәм нисек шөғөлләнәсәгенән күп нәмә тора. Беҙ, алда торған һайлауҙа әүҙем ҡатнашып, ошо процесҡа йоғонто яһай алабыҙ. Депутаттар үҙ һайлаусылары мәнфәғәтенән сығып эш итә бит, шуға ла граждандар тауыш биреүгә аңлы рәүештә килһен һәм барлыҡ варианттарҙы ентекле үлсәһен ине.
Һайлаусылар үҙҙәренең гражданлыҡ аңлылығын, яуаплылығын күрһәтеп, 2025 йылдың 14 сентябрендә һайлау участкаларына килеренә, үҙ тауыштарын халыҡ мәнфәғәтен һөҙөмтәле яҡларға, үҙ ауыл биләмәһе үҫеше өсөн эшләргә һәләтле лайыҡлы кандидаттар өсөн биреренә мин ныҡлы ышанам.
Рөстәм ХӘЛИМОВ.

Иң лайыҡлыларҙы һайларға
Иң лайыҡлыларҙы һайларға
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас