- Газ менән эш итеү – үтә лә яуаплылыҡ, теүәллек һәм һаҡлыҡ талап итә. Шуға күрә беҙҙә үҙҙәренең хеҙмәт бурыстарына яуаплы ҡараған эшселәр тупланған. 71 кешене (бер хеҙмәткәребеҙ МХО-ла) берләштергән Ғафури газ хеҙмәтенең квалификациялы белгестәренән торған коллективы һөнәри байрамды һәйбәт ҡаршылай. Бөгөн газ хеҙмәте ра-
йон буйынса 570 километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы газ үткәргестәрҙең даими һәм өҙөклөкһөҙ эшләүе өсөн яуап бирә. Унан тыш 115 газ бүлеү пунктын техник хеҙмәтләндерәбеҙ. Бөгөнгө көндә абоненттар һаны 10 мең 245-кә етте.
“Газпром” үҙенең инвестиция программаһы буйынса бығаса газ үткәргестәр булмаған ауылдарға ла ауыл-ара линиялар төҙөү менән шөғөлләнә. Районыбыҙҙың төпкөл урман төбәге ауылдарына ла, ниһайәт, газ селтәрҙәре барып етте. Сәйетбаба ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡолҡан һәм Ҡаранйылға, Ташбүкән ауыл биләмәһенең Үрге һәм Түбәнге Ташбүкән, Ҡурғашлы ауылдарына газ үткәргестәр һуҙып, файҙаланыуға тапшырылды. 2022 йылда башланған газды өйгә килтереп еткереү (догазификация) программаһы буйынса башта эш йылдам барһа, хәҙер ул һүлпәнләнә төштө. Кешеләр белеп еткермәйме, аңлатып үтергә кәрәк. Программа буйынса 100 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы - субсидия аҙ тәьмин ителгән күмәк балалы, ғаиләләргә, пенсионерҙарға бирелә. Был программаға ярашлы, тораҡ пунктҡа тиклем һуҙылған газ үткәргес торбанан кеше йәшәгән биләмә сигенәсә газ бушлай һуҙыла, йәғни сығымдар беҙҙең газ бүлеүсе ойошма иңенә һалына. Ошо сиктән өйөнөң эсенә газ үткәреү һәм кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуҙы ҡулланыусы үҙ иҫәбенә башҡара. Программаға эләгеү өсөн газ хеҙмәте офисына килеп, йәки Күп функциялы үҙәктә ғариза ҡалдырырға кәрәк. Программа сиктәрендә район үҙәгенең Һабантуй, Лубат. Йәштәр, Сахалин биҫтәләрендә, Р.Сабитов, З.Иҙрисов, Һамар биҫтәһендә Ягодная, Ясная поляна урамдарына газ үткәргестәр һуҙылды. “Г.М.Тахтаров” КФХ-һының ярҙамсы хужалығы, “Сатурн” КФХ-һы, “Восток-СТ” АП ЯСЙ-е, элеваторҙың ашлыҡ киптереү объекттары газ яғыулығына тоташтырылды. Быйыл Ленин исемендәге колхоздың ашлыҡ киптереү биналары газлы буласаҡ. Беҙ булған газ селтәрҙәрен, ҡорамалдарҙы файҙаланырлыҡ хәлдә тотоу менән шөғөлләнәбеҙ, уларҙың туҙыу кимәлен тикшерәбеҙ, кәрәк икән реконструкция һәм ағымдағы ремонт яһайбыҙ, шулай уҡ йорт эсендәге газ приборҙары һәм селтәрҙәре хәүефһеҙ файҙаланылһын өсөн граждандар менән дә эш алып барабыҙ. 2025-2026 йылғы көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек эштәрен тамамлау алдындабыҙ.
Матди-техник базабыҙ даими яңыртып торола. Автотранспорт, махсуслашҡан техника, кәрәкле ҡорамалдар менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр ҡайҙағыса, кадрҙарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Электрогазосварщик, газ үткәргес трассаларға обход буйынса слесарь талап ителә. Һөнәри белеме булмағандарҙы үҙебеҙ уҡытабыҙ.
Коллективҡа килгәндә, бер кемде лә айырып билдәләргә теләмәйем, сөнки һәр кем үҙенең һөнәри бурысына яуаплы ҡарай, эштәре күләмле булыуға ҡарамаҫтан, уны етди һәм теүәл башҡара. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан араларынан бер нисәүһен бүләкләүҙәргә тәҡдим иттек. Өс тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә, тәжрибәле экскаваторсы Ришат Әхмәт улы Кәбиров БР Хөкүмәтенең Маҡтау грамотаһына, Фәүәрис Вәрис улы Вәлиәхмәтов “Газпром”дың, Руслан Илдар улы Фәхретдинов филиалдың Маҡтау грамоталарына лайыҡ буласаҡ. Беҙҙең үҙ магазиныбыҙ бар, унда газ плиталары, газ ҡорамалдары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатыла, район буйынса бушлай илтеп бирелә, һатыусы булып Марина Павловна Сабитова уңышлы эшләй. “Берҙәм хеҙмәтләндереү үҙәге”ндә халыҡты хеҙмәтләндереүсе Әлфиә Рафаэль ҡыҙы Конькова менән Зарина Айҙар ҡыҙы Баҡыеваның эшенән халыҡ ҡәнәғәт.
Форсаттан файҙаланып, үҙемдең һәм Филиал етәкселеге исеменән барлыҡ коллективты, беҙҙең тармаҡта эшләп, хаҡлы ялдағы хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы һәм коллегаларҙы һөнәри байрамыбыҙ – Нефтселәр һәм газсылар көнө уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайым. Еңел булмаған яуаплы эштәрендә хеҙмәт уңыштары, иҫәнлек-һаулыҡ, ғаиләләрендә именлек, байрамса күтәренке кәйеф теләйем.