+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2025, 10:15

Республикала “Геосаҡырыу” халыҡ-ара чемпионаты старт алды

 Ҡунаҡтарҙы һәм чемпионатта ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.

Республикала “Геосаҡырыу” халыҡ-ара чемпионаты старт алдыРеспубликала “Геосаҡырыу” халыҡ-ара чемпионаты старт алды
Республикала “Геосаҡырыу” халыҡ-ара чемпионаты старт алды
  • "Башҡортостанда “Геосаҡырыу” халыҡ-ара чемпионатында ҡатнашыусыларҙы сәләмләйбеҙ. Беҙ уны өсөнсө тапҡыр ҡабул итәбеҙ, һәм йылдан-йыл ул популярлаша бара. Быйыл республикабыҙға Рәсәйҙең 16 төбәгенән һәм 16 сит илдән 38 команда килде. Сарала иң яҡшы студенттар, буласаҡ геологтар ҡатнаша. Улар был һөнәрҙең абруйын күтәрә, ә Башҡортостан геология фәненең үҙәгенә әүерелә. Бай ер аҫты, уникаль ландшафты булған республикабыҙ өсөн был бик мөһим», - тип яҙҙы төбәк етәксеһе үҙенең социаль селтәрендә.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, бер нисә көн дауамында студенттар теоретик белемдәрен камиллаштыра, практик күнекмәләрҙә үҙҙәрен һынап ҡараясаҡтар. Республиканың төрлө төбәктәрендә экскурсиялар ойоштороласаҡ. Ул шулай уҡ, «ГеоВызов» чемпионаты — ер аҫты Байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ менән берлектә күп пландағы ҙур эштең бер өлөшө, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.Башҡортостан чемпионатты үткәреү өсөн даими майҙансыҡ булырға әҙер.

Хәтерегеҙгә

төшөрәбеҙ, быйыл чемпионатта донъяның 16 иленән: Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Беларусь, Алжир, Гана, Эфиопия, Монголия, Фәләстин, Мозамбик, Гвинея, КАР, Буркина-Фасо, Ираҡ, Зимбабве, Ҡытай һәм Мысырҙан 300 кеше ҡатнаша. Ун бер көн дауамында геологтар үҙҙәренең белемен һәм оҫталығын ялан шарттарында күрһәтәсәк, төрлө ярыштарҙа һәм практик заданиеларҙа ҡатнашасаҡ.

Республикала “Геосаҡырыу” халыҡ-ара чемпионаты старт алды
Республикала “Геосаҡырыу” халыҡ-ара чемпионаты старт алды
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас