+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
9 Сентябрь 2025, 04:00

Хыялым – үҙ студиямды асыу

Башҡорт ҡыҙҙарының матурлығына һоҡланмаған кеше юҡтыр. Әүәл-әүәлдән уларға арнап йырҙар ижад ителгән, риүәйәттәр һөйләнгән. Бөгөн дә һоҡланғыс ҡыҙҙарыбыҙ бик күп һәм интернет киңлектәре, ил, донъя кимәлендә үткәрелгән матурлыҡ конкурстары халҡыбыҙҙың сибәр, һомғол, талантлы һәм аҡыллы ҡыҙҙарының данын тағы ла нығыраҡ тарата. Башҡорт ҡыҙҙары һөйкөмлөлөктәре, нәзәкәтлелектәре, тәбиғи булмыштары менән Рәсәй, хатта донъя кимәлендә танылыу яулай. Уларға ҡарап, балалар баҡсаһына йөрөгән ҡыҙсыҡтар ҙа үҙҙәрен модель ролендә хис итеп, әсәйҙәренең үҙҙәренә оҡшаған кейемдәрен, бейек үксәле туфлийын кейеп “мода күрһәтә”. Ҡасандыр ошондай ҡыҙсыҡ булған, бөгөн инде йәш модель булып төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға өлгөргән Лина Мөхәмәтйәнова менән таныштырмаҡсымын.

Хыялым – үҙ студиямды асыуХыялым – үҙ студиямды асыу
Хыялым – үҙ студиямды асыу

Красноусол ауылы ҡыҙы ул, быйыл 1-се урта мәктәптең 8-се класына уҡырға барҙы. Уҡыуға тырыш булыу өҫтөнә спортсы, оҫта бейеүсе лә Лина. 5 йәше тулыр-тулмаҫтан “Эксклюзив” бейеү мәктәбендә шөғөлләнә, һуңғы бер-нисә йылда “Dance-А” коллективында бейей. Был йылдарҙа ниндәй генә конкустарҙа еңеүгә өлгәшмәне улар. Ғөмүмән, бик әүҙем тормош алып бара ул. “Форсат” йәштәр үҙәге, “Беренселәр хәрәкәте” эшмәкәрлегендә ҡатнашырға ла өлгөрә.
Юғарыла һанап үтелгән шөғөлдәренән тыш Лина бер бер йыл самаһы инде Өфө ҡалаһындағы “Luna models Kids” балалар модель мәктәбендә шөғөлләнә икән. Күптән түгел генә ул “Ер шары һылыуҡайы” (Beauty of the Globe) Халыҡ-ара конкурсының Вице-мисс” титулына һәм “Ер шарының иң яҡшы моделе” номинацияhына лайыҡ булған йәш модель тип танылды.
- Унда нисек барып эләктең? - тип һорайым унан.
- Беҙ ғаиләбеҙ менән фотограф Гөлнара Сөләймәнова етәкселегендә әленән-әле фотосессиялар ойошторабыҙ. Унда инде төрлө костюмдар менән төрлө образға инәһең. Сираттағы фотосессиянан һуң әҙер фотоларҙы ҡарап ултырғанда әсәйем: “Лина, Өфөлә йәш моделдәр мәктәбе эшләй икән, шунда үҙеңде һынап ҡарағың килмәйме?” - тип әйтеп ҡуйҙы. Ә кемдең модель булғыһы килмәй?! Күмәкләп Өфөгә юлландыҡ һәм... мин йәш модель булып киттем, - тип һөйләй башланы ул. Линаның шул тиклем бирелеп, мауығып һөйләүенән, уға был мәктәптә шөғөлләнеү нығыраҡ оҡшайҙыр, тип уйлап та өлгөрмәнем, - Бейеүҙе лә ташламайым. Тик хәҙер Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы бейеү коллективына барырға йыйынам. Унда кимәл юғарыраҡ, һөнәри кимәл, тип әйтер инем. Сөнки мин киләсәктә үҙемдең остаздарым кеүек хореограф булырға теләйем, - тип өҫтәп ҡуйҙы.
- Ә моделдәр мәктәбендә нисек, үҙеңә оҡшаймы? Унда дәрестәр нисек үтә, барыһына ла өлгөрөргә лә кәрәк бит, - тим.
- Оҡшай, әлбиттә. Бөтөнләй икенсе донъя бит. Ә өлгөрөүгә килгәндә, дәрестәр йәкшәмбе көндәрендә генә. Әсәйем менән атайым аҙна һайын үҙҙәре алып бара, алып ҡайта.
- Ауыр түгелме?
- Бәләкәйҙән бейеү менән шөғөлләнеп, ҙур сәхнәләрҙә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып өйрәнгәнгә микән, ундағы талаптарҙы ауыр ҡабул итмәнем. Уҡытыусым киң билдәле модель – республика кимәлендәге генә түгел, тотош донъя кимәлендәге матурлыҡ конкурстарында еңеүсе, “Мисс Азия-24” Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы еңеүсеһе Илүзә Иҫәндәүләтова.
- Лина, Сочи ҡалаһындағы Халыҡ-ара конкурс нисек үтте? Шундай ҙур сарала ҡатнашыу ҡаушатманымы?
- Илдең төрлө төбәктәренән һәм ҡалаларынан йәш моделдәр ҡатнашҡан конкурс дүрт көн дауам итеп, Сочиҙың киң билдәле майҙансыҡтарында сығыш яһаныҡ. Әкиәт донъяһына эләккәндәй булдым унда. Ҡара диңгеҙҙә яхтала, яр буйында автомобилдәр менән фотосессиялар ойошторолдо, профессиональ моделдәр ҡатнашлығында ойошторолған оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаштыҡ. Финал Олимпиада проспектындағы билдәле “Сочи Парк Арена”ла үтте. Сағыу костюмдар, шундай тулҡынландырғыс мөхит... Баштараҡ әҙерәк ҡаушап, юғалып ҡалғандай булғайным да, аҙаҡтан тиҙ үк үҙемде ҡулға алдым, - тип уйҙары менән Сочиға әйләнеп ҡайтҡандай булды Лина. – Мин шундай еңеүгә өлгәшермен тип өмөт тә итмәгәйнем. Ысын мәғәнәһендә минең өсөн “шок” булды был. Бик шатмын, бик ҡәнәғәтмен. Әйткәндәй, мине был конкурсҡа икенсе модель клубы етәксеһе Елена Лоҡманова әҙерләне.
Конкурсҡа милли кейемде үҙебеҙ әҙерләнек. Миңә тиҙ арала стиләштерелгән милли кейем теккән тегенсе Галина Ивановаға, милли биҙәүестәр өсөн Ирина Баҡыеваға, башҡорт биҙәктәре төшөргән Гөлназ Теләүбаеваға һәм, әлбиттә, миңә мода донъяһына этәргес биргән, минең өсөн янып-көйгән, ныҡлы таяныс булған әсәйем Ләйсән Хөрмәт ҡыҙы менән атайым Данияр Әхиәр улына рәхмәтлемен.
- Һинең быға тиклем дә еңеүҙәрең булғандыр бит. Һәм бындай конкурстарҙа ҡатнашыу һиңә нимә бирә?
- Булды, әлбиттә. “Мини топ модель Башкортостана” конкурсында - “Мисс фотомодель” һәм “Башҡортостандың йәш моделе” номинацияларына лайыҡ булдым. Күптән түгел генә йәнә “Face оf Bashkortostan” конкурсына кастингта ҡатнашып, финалға сыҡтым. 26 августа финал булды, тик әле һаман еңеүселәр билдәле тугел, тулҡынланып һөҙөмтәләрҙе көтәбеҙ. Унда еңеүселәр октябрҙә Көньяҡ Кореяла үтәсәк “Fase of Asia” конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.
Быларҙан тыш, Елена Лоҡманова ойошторған кейем өлгөләрен күрһәтеүҙә, төрлө фотосессияларҙа ҡатнашам.
Моделдәр мәктәбендә шөғөлләнеп күпкә: иң башта матур итеп атларға, зауыҡлы кейенергә, биҙәнергә, кешеләр араһында, төрлө сараларҙа үҙемде тоторға, төрлө тарафтан килгән тиҫтерҙәрем менән дөрөҫ итеп аралашырға өйрәндем, үҙемә ышанысым, ҡыйыулығым артты.
- Киләсәккә хыялдарың менән дә бүлешерһең, бәлки.
- Хыялдар ҙур. Беренсе сиратта тырышып уҡып, мәктәпте уңышлы тамамлау. Артабан инде хореограф һөнәрен үҙләштереү һәм үҙемдең студияны асып, балаларҙы бейеү серҙәренә өйрәтеү. Шул уҡ ваҡытта модель булып эшләүемде дауам итеү.
- Лина, һиңә “Афарин” тип әйтергә генә ҡала. Күп тиңдәштәрең ише телефонға ҡаҙалып ултырмайынса, күңелеңә яҡын шөғөлдәр табып, әүҙем тормош алып бараһың. Артабан да шулай булып ҡал, тағы ла ҙурыраҡ уңыштар һәм, әлбиттә, төп хыялдарың тормошҡа ашыуын теләйем.

Мәҡәлә сайтта донъя күргәнсе “Face оf Bashkortostan” конкурсының еңеүселәре билдәле булды һәм Лина еңеү яуланы! Ул Октябрҙә Көньяҡ Кореяла үтәсәк «Fase of Asia» конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Линаға уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Мәрхәбә Собханғолова.

Хыялым – үҙ студиямды асыу
Хыялым – үҙ студиямды асыу
Хыялым – үҙ студиямды асыу
Хыялым – үҙ студиямды асыу
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас