+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
12 Сентябрь 2025, 06:04

Хеҙмәт менән биҙәлгән ғүмер

Күркәм йәшкә етеп, матур итеп ҡартая белеү ҙә бәхет. Бер быуатҡа яҡын ғүмер кисереүсе Ерек ауылы ағинәйе, Красноусолда йәшәүсе тыл һәм хеҙмәт ветераны Сания Ҡотлогилде ҡыҙы Зәйнетдинова үҙ тиҫтерҙәре кеүек тормош ауырлыҡтарын әҙ татымаған, әммә бирешмәгән. Ошо көндәрҙә ғүмеренең 90-сы көҙөн ҡаршылай ул.

Хеҙмәт менән биҙәлгән ғүмерХеҙмәт менән биҙәлгән ғүмер
Хеҙмәт менән биҙәлгән ғүмер

Сания Ҡотлогилде ҡыҙы сығышы менән хәҙер күптән бөтөүгә дусар булған Ҡуйлытамаҡ ауылынан (элек Белорет районына ҡараған). 1935 йылдың 13 сентябрендә Латифа менән Ҡотлогилде Баймөхәмәтовтарҙың биш балалы ғаиләһендә өсөнсө ҡыҙ бала булып яҡты донъяға ауаз һала. Ағаһы менән апаһына - иш, ике һеңлеһенә хәстәрлекле апай булып буй еткерә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа киткән атаһына яу яланынан әйләнеп ҡайтырға насип булмай, хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡара ҡағыҙы ғына килә. Әсәһе биш бала менән тороп ҡала, таңдан алып ҡараңғыға тиклем колхоз эшендә була. Уның һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙағы фиҙаҡәрлеген һоҡланып та, аптырап та иҫкә ала Сания апай. “Ул ҡара көндәрҙе мәңге оноторлоҡ түгел, атай булмағас, инәйем беҙҙе, күмәк баланы, туйындырыр өсөн көндө төнгә ялғап, егелеп эшләне, хатта уны күрмәй ҙә инек. Аҙаҡ ағайым, ҡул араһына ингәс, уға ярҙамға йөрөнө. Артабан үҙебеҙ ҙә колхоз эшенә егелдек, 10-12 йәштән бер эштән дә ҡалмай, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләп үҫтек. Эшләнек тә, эшләнек, башыбыҙ эштән сыҡманы”, тип хәтер йомғағын һүтә. Бала сағын һуғыш урлаған быуын булараҡ, ул осорҙағы атайһыҙ балаларҙың тормошта күргән ауырлыҡтарын, аслыҡ-яланғаслыҡты Сания Ҡотлогилде ҡыҙы ла күреп-кисереп үҫә. Уға атай наҙын татып, иркәләнеп үҫергә, уның “ҡыҙым” тип өндәшеүен ишетергә насип булмай. Ҡәһәрле һуғыш йылдарын иҫенә төшөргәндә, күҙенә йәштәр тула Сания апайҙың. Был осор сыныҡтырып, ҡатҡылландырып, көс етмәҫтәй эштәрҙе лә саялыҡ, таҫыллыҡ, тырышлыҡ менән йырып сығырлыҡ итеп үҫтерә уны.
Йәшлектең иң матур мәле – ғаилә ҡороу. Санияға Ерек ауылы егете Һәҙиәт Ғәлиулла улы менән яҙмышын бәйләргә насип була. 1955 йылда өйләнешеп, никахҡа ингән йәш ғаилә Ерек ауылында донъя көтә башлай. Килен булып төшкәс, фермала эшләүсе ире менән бергә колхоз эшенә сыға. Төрлө эштәрҙә эшләй: сөгөлдөр ҙә үҫтерә, келәт мөдире лә була, ырҙын табағында иген дә елгәрә, һатыусы, ауыл клубында йыйыштырыусы булып эшләргә лә тура килә. Хат ташыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, килен һынатмай, таҫыллығы, тәүәккәллеге, тырышлығы, бөтмөрлөгө, намыҫлы булыуы менән алдыра. Төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр шул хаҡта һөйләй. Һәҙиәт Ғәлиулла улы ла заманында яҡшы эшләгәне өсөн райкомдың ҙур бүләктәренә лайыҡ булған.
Сания менән Һәҙиәт Зәйнетдиновтар 6 балаға: өс ул, өс ҡыҙға ғүмер биргән. Хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған, һәр кемгә өлгө булырлыҡ ғүмер юлы үтеп, Еректә үҙ кешегә әйләнгән Сания Ҡотлогилде ҡыҙына ире менән бәхеткә-шатлыҡҡа төрөнөп, парлы ғүмер кисерергә насип булмай. Йәшәүҙәренә 19 йыл тигәндә, балаларын атайһыҙ, үҙен 38 генә йәшендә тол ҡалдырып, ире 42 йәшендә гүр эйәһе була. Балаларын яңғыҙына тәрбиәләп үҫтереп, уҡытып, һәр ҡайһыһына яратҡан һөнәр алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарырға тура килә. Улдары Камил – Красноусолда, Фаил – Табында, ҡыҙҙары – Миңнира - Стәрлетамаҡ районында, Нурия Табында төпләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Сания апай бала ҡайғыһын да кисергән. Мәскәү гарнизонында хеҙмәт иткән улы Шамил күптән мәрхүм булған. Ғаиләлә иң кесеһе - ҡыҙы Зөбәржәт тормош ҡороп, Себер тарафтарында медицина өлкәһендә эшләп, ул-ҡыҙға әсәй булып, ғаиләһе менән Красноусолға ҡайтып төпләнеп, матур итеп йорт һалып йәшәп ятҡанда, барыһын ауыр ҡайғыға һалып, бынан ике йыл элек яҡты донъяны ҡалдырып киткән. Балаларының ҡалғандары инәйҙәренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, өлгөлө тормош көтәләр, ярҙамдарынан ташламайҙар. Малайҙар араһында иң кесеһе булған, район ветеринария станцияһы начальнигы вазифаһын башҡарған улы Фаил Һәҙиәт улы Сания апайҙың оло терәге-таянысы: “Фаил улым бәләкәйҙән сос, изгелексән булды, һәр йәһәттән изгелеген күреп, ярҙамын тойоп йәшәйем, Аллаға шөкөр, рәхмәтемдең сиге юҡ уға”, - ти бәхетле әсә ҡәнәғәт йылмайып.
Ғүмер юлдашы мәрхүм булғас, яңғыҙлыҡтың ауырлығын татыған Сания апай үҙе кеүек алты балаһы менән тол ҡалған Кашфулла Ғарифулла улы Хәсәнов менән тормош ҡорорға йөрьәт итә һәм бер бөтөн булып, Красноусолға күсеп донъя йөгөн тарта башлай. Йорт һалып керәләр, 25 йыл иңгә-иң терәп йәшәгәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул да яҡты донъяла юҡ инде. Артабан аяғында саҡ-саҡ йөрөгәнлектән, Табындағы Нурия ҡыҙы янына күсеп, бер аҙ йәшәп торған. Балаларының башҡалары ла әле береһе, әле икенсеһе килеп, хәл белешеп торалар. 13 ейән-ейәнсәрҙең, 24 бүлә-бүләсәрҙең яратҡан әсәһе, өләсәһе булыу бәхетен кисереп йәшәй бөгөн Сания Ҡотлогилде ҡыҙы.
Яҙмыш ҡанундары ниндәй генә һынауҙар алдына ҡуйһа ла, ҡартлығы бәхетле Сания Зәйнетдинованың. Бер быуатҡа яҡын ғүмер кисерһә лә, төҫ ташламаған, салт зиһенле, зирәк аҡыллы, көр тауышлы, ни бары атлап йөрөүе генә ауыр, махсус ҡулайлама менән хәрәкәтләнә. Балаларын үҙе өлгөһөндә матур тәрбиә биреп, лайыҡлы кешеләр итеп үҫтереп, изгелек орлоҡтары сәскәнгә лә бөгөн татлы емештәрен татый, ҡәҙер-хөрмәттәренә төрөнөп, изгелектәрен күреп, таянысын тойоп, аҡыллы кәңәштәрен биреп, барыһына шөкөр итеп, ғүмер йомғағын һүтә.
Бер быуатҡа яҡын ғүмер кисергән Сания апайҙың күңеле күтәренке, йөҙө яҡты. Юбилейығыҙ ҡотло, һаулығығыҙ ҡаҡшамаҫ ныҡлы, ғүмерегеҙ оҙон булһын, ғүмер йомғағын артабан да ҡартлыҡ бәхетенә төрөнөп һүтергә яҙһын, хөрмәтле Сания Ҡотлогилде ҡыҙы!

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас