

Унда район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының район бүлексәһе етәксеһе Гүзәл Килдебаева, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Эльвира Вәлиева, район Советы белгесе Альбина Ғәзизова, “Ғаилә” үҙәге белгесе Флүзә Дәүләтҡол ҡыҙы, Красноусол үҙәк район дауаханаһы терапевты Салауат Насиров ауыл халҡын ҡабул итте. Һау-сәләмәт тормош алып барыу өсөн Лора Маркисова скандинав таяҡтары менән йөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Район мәҙәниәт һарайы артистары Рәүилә Йәнтүрина, Гөлфирә Әлмөхәмәтова, Хызыр Нәзиров, Фәнзил Ғәлин ауыл халҡына йыр-моң бүләк итте.