+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2025, 05:40

Баҡсала көҙгө эштәр

Баҡсалағы ағастарҙан мул уңыш йыйып алдыҡ, хәҙер уларға киләһе йыл өсөн көс йыйырға ярҙам итергә кәрәк. Сөнки алда ҡарлы һәм һалҡын ҡыш көтә. Ағастар өсөн был – оло һынау. Тупраҡта дым һәм туҡлыҡлы матдәләр етерлек күләмдә булырға тейеш.

Алмағас һәм груша. Был ағастарға органик һәм фосфор-калийлы ашламалар мөһим. Һәр алмағас төбөнөң 1 квадрат метры һайын яҡынса 3-5 кг органик ашлама, 10-12 г калий һәм 3-14 г суперфосфат индерергә онот­мағыҙ. Калийлы ашламалар ағас­тарҙың һалҡынға сыҙамлығын, ә фосфор буласаҡ уңыштың күләмен арттыра. Ашламаны, ағастың йәшенә ҡа­рап, 5-20 см тәрәнлектә олоно тирә­ләй тигеҙ күләмдә индерергә кәңәш ителә. Әгәр тупраҡ ҡоро булһа, тәүҙә һыу һибеп алығыҙ.
Ремонтант баҡса еләген әсетелгән һыйыр тиҙәге (1:15 миҡдарында), сүп үләндәре төнәтмәһе менән ашларға мөмкин.
Виноград. Был емеш тә ашламаларҙы бик ярата. Уңышын йыйып алғас, ҡыуаҡтар төбөнә монофосфатлы калий (1 силәккә 30-40 г) һибергә онотмағыҙ. Виноградҡа айырыуса тиреҫ кәрәк, сөнки ул уны азот, калий, фосфор менән байыта. Ҡыуаҡ төбөнә өс йыл һайын 1 квадрат метрға 6-8 кг самаһы ҡаҙып һалырға кәңәш ителә. Виноград төбөнә шулай уҡ көл һалырға ла ярай.
Баҡсаны эшкәртеү. Уңышты йыйып бөткәс, ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы мочевина иретмәһе (1 биҙрә һыуға 500 г) менән эшкәртегеҙ. Ошо иретмәгә 700 г хлорлы калий ҙа өҫтәргә мөмкин. Уны алдан һыуҙа иретегеҙ. Әлеге шыйыҡсаны һиптереү ағастарҙы бәшмәк ауырыуҙарынан, ҡоротҡостарҙан һаҡлай. Эшләгән саҡта ағастың ботаҡтарын ғына түгел, тупраҡты ла эшкәртегеҙ: ҡышлай торған ҡоротҡостар ҡалмаясаҡ.
Көҙ ағастарҙың ҡороған ботаҡтарын да ҡырҡып ташлайҙар. Ҡоротҡостар зарарлағандарын да бысығыҙ. Һуңынан улар бөтә ағастарға ла күсәсәк.
Ҡурай еләге. Уңышты йыйып алыу менән ауырыу һәм зәғиф ботаҡтарҙы ҡырҡығыҙ. Ҡалған ботаҡтарҙы толомлап бәйләп, ергә эйҙертегеҙ.
Ағастарҙы сысҡандан һаҡлау өсөн креолин һеңдерелгән торф йәки бысҡы онтағы һибергә кәрәк. Шулай уҡ ылыҫлы ағас ботаҡтары менән дә уратып бәйләргә мөмкин.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас