+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2025, 06:00

Башланған эш – бөткән эш!

23 августа Яңы Заһит ауылы халҡы ҡасандыр тыуған ауылдары булған ергә тағы ла йыйылды.

Башланған эш – бөткән эш!Башланған эш – бөткән эш!
Башланған эш – бөткән эш!

Был юлы ла уй-ниәтебеҙ изге – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ауылдаштарыбыҙға обелиск ҡуйыласаҡ урынды таҙартып, кәртәләп алыу ине. Яңы Заһит ауылынан һуғышҡа байтаҡ ҡына кеше киткән. Әле исемлектә 87 кеше яҙылған. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы билдәләнгән быйылғы йылда уларҙың исемен мәңгеләштереп ҡуйырға тигән өмөттә торабыҙ.
Ауылдаштар өмәгә дәррәү килделәр – бөтәһе 27 кеше көн оҙоно берҙәм эшләп, тәүҙә зыяратты таҙарттыҡ, обелиск биләмәһен заманса штакетник менән уратып, ҡапҡа ла эшләп ҡуйҙыҡ. Ир-егеттәр тимер бағаналар ултыртып, иретеп йәбештереү, ҡаҙыу эштәре менән булһа, ҡатын-ҡыҙҙар таҙартыу эштәрен башҡарҙы. Бар материалдар халыҡтан йыйылған аҡсаға һатып алынды.
Шуныһы һөйөнөслө булды, был юлы еңел машиналарыбыҙҙы Ҡолҡан ауылында ҡалдырмай, Яңы Заһитҡа тиклем төҙөкләндерелгән яңы юлдан барып етә алдыҡ. Бының өсөн юлдағы тәрән йырындарға һалырға ҙур торбалар биргән район хакимиәте башлығы Венер Вахитовҡа, юлды эшләткән Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Венер Ҡунафинға рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ беҙҙең башланғысты һәр ваҡыт хуп-лап ярҙам ҡулы һуҙған ра-йон Советы секретары Марсель Йәнмырҙинға, Бельский ауыл биләмәһе башлығы Юнир Әхмәровҡа, өмә ваҡытында ярҙам иткән тракторсы Рәфит Заһиҙуллинға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Башланған эш – бөткән эш, тиҙәр. Ошо сентябрь айында ниәтләгән эшебеҙҙе тамамлап, ветерандарыбыҙға таҡтаташты ҡуйыуға өлгәшергә тип торабыҙ. Һәр эште күтәреп алып, дәррәү эшләгән ауылдаштарға рәхмәт әйтке килә. Алда ла шулай берҙәм булайыҡ!
Фәнир ФӘТҠУЛЛИН,
Яңы Заһит ауылы старостаһы.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас