+28 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
13 Сентября 2025, 06:00

Матурлыҡ бүләк итеүсе

Бөгөнгө көндә бөҙрәхана хеҙмәте менән файҙаланмаған һәм парикмахерға мөрәжәғәт итмәгән кеше бик һирәктер. Ҙур ижадилыҡ талап иткән мөһим һөнәрҙәрҙең береһе ул – парикмахер эше. Был һөнәр эйәләренә гүзәллекте нескә тойоу хас.

Матурлыҡ бүләк итеүсеМатурлыҡ бүләк итеүсе
Матурлыҡ бүләк итеүсе

Үҙ эшенең оҫтаһы булған матурлыҡ бүләк итеүсе парикмахерҙар Красноусолда байтаҡ. Эльвира Яҡупова – шуларҙың береһе. Уның был өлкәлә эшләүенә - 25 йыл. Өфө ҡалаһында тыуып-үҫеп, ошонда мәктәп тамамлап, парикмахер һөнәрен һайлаған ҡыҙ хеҙмәт юлын баш ҡалала башлай. Ғаилә ҡорғас, Красноусолда төпләнеп, башта "Эгоистка" бөҙрәханаһында эшләй. Ике улға әсәй булып, декрет ялынан һуң, ете йыл элек үҙенең шәхси бөҙрәханаһын аса. Хәҙер үҙмәшғүл булып теркәлгән Эльвира Роберт ҡыҙының район үҙәгендәге “Фонтан” сауҙа үҙәгенең икенсе ҡатында шәхси хеҙмәтләндереү урыны, бихисап үҙ клиенттары бар.
Парикмахерға көнө буйы аяғүрә тороп эшләргә тура килә. Әммә был һөнәрҙең ыңғай, отошло яғы – уның бөгөнгө көндә ҙур һорау менән файҙаланыуы. Һәр кемгә асыҡ йөҙлө, тыныс холоҡло Эльвира янынан кеше өҙөлмәй. Сөнки ул оҫта ғына түгел, клиенттарға ҡарата иғтибар-ихтирам кеүек күркәм сифаттарға ла эйә.
Һайлаған һөнәренә тоғро Эльвира, ул кешеләргә шатлыҡ, гүзәллек бүләк итә, һөнәре уға табыш ҡына түгел, ҡәнәғәтлек тойғоһо ла килтерә.

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас