+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2025, 09:50

“Мин тауыҡ итенән кәтлит яратам, ә мин - винегрет ...”

Мәктәптә балаларҙы туҡландырыу мәсьәләһе һуңғы йылдарҙа айырыуса көнүҙәккә әйләнде. Республика етәкселегенең мәктәп туҡланыуы сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән эше яҡшы һөҙөмтәләр бирә.

“Мин тауыҡ итенән кәтлит яратам, ә мин - винегрет ...”“Мин тауыҡ итенән кәтлит яратам, ә мин - винегрет ...”
“Мин тауыҡ итенән кәтлит яратам, ә мин - винегрет ...”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәп ашханаларын тикшереү, менюҙы яҡшыртыу өҫтөндә эшләү, аҙыҡ-түлек һайлап алыуҙы контролдә тотоу хаҡында йыш һөйләй, был теманы кәңәшмәләрҙә лә күтәрә. Районыбыҙ мәктәптәрендә балаларҙың туҡланыуы нисек ойошторолған, ҡайнар аш менән кем тәьмин итә, сифаты ҡәнәғәтләнерлекме һәм уны кем контролдә тота?

Беҙҙе һәм ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырған ошондай көнүҙәк мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереү маҡсатында райондың бер нисә мәғариф учреждениеһында туҡланыуҙы ойоштороусы операторҙарҙың береһе - “Сифат тирмәне” ЯСЙ-е туҡланыу операторы” директоры Олеся Ярышева менән һөйләштек.

Иң башта директорҙан: "Мәктәптәргә ниндәй аҙыҡ-түлек ебәрәһегеҙ?" – тип ҡыҙыҡһынам. Олеся Александровна:

-Районда Красноусолдағы 1, 2, 3-сө, филиалдары менән Табын һәм Аҡкүл мәктәптәрен, Курорт, Ташлы мәктәптәрен беҙҙең "Сифат тирмәне" ЯСЙ-е туҡланыу операторы” хеҙмәтләндерә. Мәктәп рационын формалаштырыуҙа төп өҫтөнлөк – аҙыҡтың тәбиғи булыуын тәьмин итеү. Мәктәптәргә балалар туҡланыуы өсөн дәүләт теркәүе үткән һәм балалар туҡланыуында ҡулланыу өсөн тейешле тип танылған сертификатланған аҙыҡ-түлек кенә килтерелә”, - тип яуапланы. - Һәм “Сифат тирмәне” ЯСЙ-е базаһында улар “Меркурий” программаһы буйынса үткәнме-юҡмы икәне тикшерелә.Продукция менән беҙҙе төрлө етештереүселәр тәьмин итә. Ярма менән тәьмин итеүселәр Башҡортостандыҡылар, нигеҙҙә Мәләүез, Талбазынан килтерәләр, дөгө – Рәсәйҙеке, ҡарабойҙай, борсаҡ, бойҙай ярмалары – республика етештереүселәренән. Беҙ бөтәһен дә Башҡортостандыҡын алырға тырышабыҙ, ҡуйыртылған һөтөбөҙ ҙә Ҡарлымандыҡы. Бөтә ҡулланылған продукттарҙың, шулай уҡ һуттар, печенье, ярымфабрикаттарҙың балалар туҡланыуы өсөн сифат дәүләт теркәү сертификаты (СГР) булыуы шарт, СГР-һыҙ ҡуллана алмайбыҙ. Йәғни сырҙар, аҡ майҙар мотлаҡ ГОСТ буйынса булырға тейеш, майҙы алмаштырыусы продукцияны ҡулланырға ярамай. Икмәк, икмәк-ҡалас изделиеларын, туҡмасты “ШЭ Фомин”, бөтөн итле, йәшелсәле ярымфабрикаттарҙы үҙҙәре етештереп “Дубрава” ауыл хужалығы кооперативы тәьмин итә, йомортҡаны - “Восход – СТ” КФХ-нан, балыҡты филе рәүешендә алабыҙ. Һөт продукцияһы поставщигы – “Уфамолгорзавод”, томат пастаһын, повидлоны Стәрлетамаҡ ҡалаһы етештереүселәре килтерә, - тине ул.

-Мәктәптәрҙәге туҡланыу операторҙарға күсерелгәс, һыйыр ите кооператив аша тап Ғафури районының ярҙамсы хужалыҡ тотоусы пайсыларынан ҡабул ителә башланы.

Бөтә мәктәптәрҙә берҙәм меню, балалар бер тапҡыр ашай, күбеһенсә төшкө аш, ә льготалы категорияға ҡараған, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, шулай уҡ беренсе сменала беренсе класс уҡыусылары ике тапҡыр - иртәнге һәм төшкө аш менән туҡлана. Меню технолог Анастасия Владимировна тарафынан үҫеп килеүсе организмға кәрәкле матдәләрҙе, витаминдарҙы күҙ уңында тотоп, аҙыҡ-түлек ҡиммәте, блюдоларҙың төрлөлөгө, баланслығы принциптарын үтәп, шулай уҡ балаларҙың яратҡан ризыҡтарын иҫәпкә алып төҙөлә, сөнки сифатлы туҡланыу уҡыусыларҙың физик торошона һәм дөйөм кәйефенә, яҡшы белем алыуына туранан-тура йоғонто яһай. Кәбеҫтә лә, борсаҡ та файҙалы, емештәр, йәшелсә, ит һәм балыҡ тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Шуға ҡарамаҫтан, дөрөҫ туҡланыу режимын үтәргә кәрәк. Менюла емеш-еләк тә бар, ул аҙнаһына ике тапҡыр. Туңдырылған йәшелсәне беҙ башлыса йылдың икенсе яртыһында ҡулланабыҙ. Әлеге мәлдә пайсыларҙан кооператив аша йәшелсә ҡабул итеп, яңы йыйып алынған уңыш йәшелсәһен ҡулланабыҙ. Әйткәндәй, көндәлек меню мәктәптәрҙең сайтында ҡуйылып бара, ата-әсәләр уның менән көн дә таныша ала. Бөтә дөйөм белем биреү ойошмаларында ла ҡайнар аш хеҙмәтен башҡарыусы хаҡындағы мәғлүмәт һәм уҡыусылар өсөн меню менән ҡулланыусы мөйөштәре эшләп ҡуйылған. Меню ата-әсәләр комитеты күҙәтеүе аҫтында. Мәктәптәрҙәге аҙыҡ-түлек блоктарында балаларҙың туҡланыуы сифатын туҡланыу операторы ғына контролдә тотмай, ә мәктәп бракераж комиссияһы тарафынан көн һайын мотлаҡ рәүештә әҙер аҙыҡты тәмләп, ҡулланыуға рөхсәт биреү эше алып барыла, ата-әсәләр яғынан да туҡланыу сифаты даими контролдә тотола. Был маҡсатта һәр белем биреү учреждениеһында ата-әсәләр контроле тураһында положениеға ярашлы, “Асыҡ ишектәр көнө”, “Мәктәптәге иртәнге һәм төшкө аштарҙы тәмләү”ҙәр ойошторола.

-Республика Башлығы Радий Хәбировтың балаларҙың туҡланыуына иғтибар итеп, мәктәп туҡланыуын үҙ контроленә алды, туҡланыу системалаштырылды, стандарттар барлыҡҡа килде. Төбәк етәксеһе балаларҙың сәләмәтлеге һәм сәләмәт туҡланыуы менән даими ҡыҙыҡһына, төрлө форумдар үткәрә, тикшереүҙәр ебәрә, кәңәшмәләр үткәрә, үҙе мәктәптәргә бара. Ысынлап та, тикшереүҙәр һаны артты. Ил Президенты В. Путин күрһәтмәһе буйынса, Роспотребнадзор йылына ике тапҡыр иҫкәртеүһеҙ планлы тикшереүҙәр ойоштора, шулай уҡ прокуратура графигы буйынса планһыҙ тикшереүҙәр ҙә үткәрелә. Сауҙа министрлығы ҡарамағында Социаль туҡланыу идаралығы эшләй башланы, улар уртаса ике айға бер планһыҙ сығып тикшерә, - тип тә өҫтәне Олеся Александровна.

Белем биреү учреждениеларындағы туҡланыу менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙ беҙҙе Красноусолдағы 2-се урта мәктәп ашханаһына алып  килде. Беҙ ашханаға килгәндә, икенсе сменала уҡыусы башланғыс класс уҡыусылары өсөн өҫтәлдәрҙе әҙерләй башлағандар, шуның менән 14.10 сәғәттә төшкө аш башланырға тейеш ине. Өлкән ашнаҡсы Светлана Владимировна Марьина үҙ эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы:

-Ашханала беҙ өс кеше - ашнаҡсы һәм кухня хеҙмәткәре - эшләйбеҙ. Мәктәп ашханаһында 550 уҡыусы туҡлана. Аҙыҡ-түлек менән бер ниндәй ҙә проблема юҡ, улар сифатлы, һәр ваҡыт яңы була. Туҡланыу буйынса технолог алдан билдәләгән менюға ярашлы эш итәбеҙ. Бөгөн, мәҫәлән, балалар меню буйынса борсаҡ ашы, ҡаймаҡ менән сырҙа быҡтырылған балыҡ филеһы менән ҡарабойҙай бутҡаһы ашай, сәй һәм икмәк бирәбеҙ. Аштарҙы үҙебеҙ әҙерләйбеҙ, ярымфабрикаттарҙы әҙер килеш килтерәләр. Мәктәптең дүрт кешенән торған бракераж комиссияһы көн һайын, ата-әсәләр ай һайын ризыҡтарҙы тәмләп ҡарай, менюны баһалай. Көн һайын  күргәҙмә рәүешендә контроль блюдо ла  ҡуябыҙ, - тине ул.

Тәнәфескә ҡыңғырау яңғырау менән уҡыусылар уҡытыусылары оҙатыуында теҙелешеп ашханаға килде. Бында ашнаҡсылар менән сәләмләшеп, уҡыусылар үҙ урындарын биләнеләр һәм, аштарығыҙ тәмле булһын тип теләп, ашарға тотондолар.

Мәктәп ашханаһында туҡланған 2 “А” класы уҡыусыларынан (26 бала): “Һеҙгә мәктәп ашханаһында туҡланыу оҡшаймы? Айырыуса ниндәй аштарҙы яратаһығыҙ?”, - тигән һорауға барыһы бер тауыштан: “Оҡшай! Аштар тәмле!”, – тип яуапланылар. Ашнаҡсыларҙың аштарҙы тәмле итеп әҙерләүҙәрен, айырыуса макарон, йәки иҙелгән бәрәңге менән ит кәтлиттәре, борщ, һалмалы аш, винегретты яратып ашауҙарын әйттеләр. Еләк-емеште, һуттарҙы күберәк бирһендәр ине, тигән теләктәрен дә еткерҙеләр.

Ашап сыҡҡас та уҡыусылар беҙҙең менән ихлас аралашты.

-Миңә ашханала туҡланыу бик оҡшай, бында өйҙәге кеүек тәмле бешерәләр. Иң яратҡан ризығым – тауыҡ итенән кәтлит менән макарон, - ти Вера Фәйзуллина.

-Ә миңә винегрет бик ныҡ оҡшай, ашханала иң тәмлеһе винегреттыр ул, тағы ла борщ, борсаҡ ашын яратам, - тип ҡушыла ҡыҙҙың класташы Лев Ярышев.

Балалары янына килгән әсәйҙәрҙе осратып, уларҙың фекерҙәрен дә белдек.

-Улым 2-се класта уҡый. Ашханала туҡланыу беҙҙе тулыһынса ҡәнәғәтләндерә. Ризыҡтар төрләндереп бешерелә, аш һәр ваҡыт йылы, сифатлы һәм тәмле була,  беренсе һәм икенсе блюдолар, салаттар әҙерләйҙәр, компот та бирәләр. Туҡланыу күпкә яҡшырҙы. Аштарҙы тәмле бешерәләр, балалар ризыҡтарҙы ашап бөтә, ҡайһылары хатта өҫтәп һорап ала, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты 2-се класс уҡыусыһының әсәһе Раушания Фәхретдинова.

Мәктәптә туҡланыу өлкәһе вәкилдәре менән аралашҡандан һуң шундай һығымтаға килдек: Ғафури уҡыусыларының ата-әсәләре уларҙың туҡланыуын профессионалдарға ышанып тапшыра ала, уның сифаты һәм файҙаһы өсөн борсолмаҫҡа мөмкин - улар юғары кимәлдә ҡала.

Индира ИШКИНА.

“Мин тауыҡ итенән кәтлит яратам, ә мин - винегрет ...”
“Мин тауыҡ итенән кәтлит яратам, ә мин - винегрет ...”
“Мин тауыҡ итенән кәтлит яратам, ә мин - винегрет ...”
“Мин тауыҡ итенән кәтлит яратам, ә мин - винегрет ...”
“Мин тауыҡ итенән кәтлит яратам, ә мин - винегрет ...”
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас