

Унда Афған һәм Чечен һуғышы, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендәге хәрби бәрелештәр ветерандары, махсус хәрби операция яугирҙары, яу яланында һәләк булған яугирҙарҙың атай-әсәйҙәре, “Хәрби туғанлыҡ” республика төбәк ойошмаһы вәкилдәре, район халҡы, ойошма һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәре, “Йәш армиясылар”, мәктәп уҡыусылары һәм башҡалар ҡатнашты.
Митингыны алып барыусы Альбина Ишкина сараны асыу өсөн тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығының мобилизация буйынса ярҙамсыһы, 2-се ранг капитаны Владимир Герасимовҡа бирҙе. Владимир Ильич тантаналы рәүештә митингыны асыҡ тип иғлан итеүгә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғыраны.
Артабан һүҙ район хакимиәте башлығы Венер Вахитовҡа бирелеп, ул үҙ сығышында: “Ғафуриҙан 200-ҙән ашыу егет Афған һуғышында, 265 яугир Төньяҡ Кавказдағы бәрелештәрҙә ҡатнашҡан. Улар араһында геройҙарыбыҙ – Фәрүәт Яҡупов, Андрей Мигунов та бар. Бөгөнгө көндә 400-ҙән ашыу яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙ именлеген һаҡлай. Улар беҙҙең яҡты, тыныс киләсәгебеҙ өсөн көрәшә. Хәрби хәрәкәттәр барышында үҙҙәренең хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған ҡаһармандарҙың атай-әсәйҙәренең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Беҙҙең бурыс – яу яланында һәләк булған яугирҙарҙы онотмау, уларҙың батырлыҡтарын киләсәк быуынға еткереү. Үҙҙәренең хәрби бурысын намыҫ менән үтәп, илебеҙ именлеге өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән ҡаһармандарыбыҙҙың батырлығын мәңге онотмабыҙ. Уларға мәңгелек дан! Барығыҙға ла һаулыҡ, тыныс, аяҙ күк йөҙө теләйем”, - тине.
“Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Илфат Закиров сығыш яһап, хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алыу көнөнә йыйылыусыларға рәхмәт белдереп, бөгөн дә Тыуған илебеҙ тыныслығы өсөн махсус хәрби операция шарттарында төрлө бәрелештәрҙә, ҡыҙыу нөктәләрҙә ҡаһарман егеттәребеҙ ҡатнашыуын, улар араһында ябай һалдаттан офицер дәрәжәһенә еткәндәр ҙә күп булыуын әйтеп үтте һәм илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, яҡташтарыбыҙҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Шулай уҡ махсус операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыуға тос өлөш индереүселәргә яуҙағы ир-егеттәребеҙҙең рәхмәтен еткереп, һәр саҡ шулай берҙәм булырға саҡырҙы.
Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, Ғафури районы буйынса МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Илья Макаров та үҙ сығыштарында батырҙарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтары үлемһеҙ булыуын билдәләп, еребеҙгә тыныслыҡ, именлек теләнеләр. Был сарала Андрей Мигуновтың “Монгол” ҡушаматлы дуҫы сығыш яһап, йыр ҙа башҡарҙы.
Сара аҙағында унда ҡатнашыусылар бер минут тынлыҡ менән Еңеү, тыныс тормош, бәхетле киләсәк өсөн төрлө яуҙарҙа һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алды. Хәрби бәрелештәрҙә һәләк булғандар һәйкәленә сәскәләр һалынды. Был көндө райондаштарыбыҙ ил алдында бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән яугир батырҙарыбыҙҙы иҫкә алып, уларҙың рухтарына дан йырланды.