+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2025, 11:15

“Йәйге Шайморатов уйындары”нда беҙҙекеләр еңеүсе!

23 сентябрҙә Иглин ауылында Рәсәй Геройы генерал-майор М.Шайморатов исемендәге кубокка “Йәйге Шайморатов уйындары” төбәк этабы үтте. Унда беҙҙең район исеменән Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты командаһы лайыҡлы сығыш яһаны.

“Йәйге Шайморатов уйындары”нда беҙҙекеләр еңеүсе!“Йәйге Шайморатов уйындары”нда беҙҙекеләр еңеүсе!
“Йәйге Шайморатов уйындары”нда беҙҙекеләр еңеүсе!

Командала Рамаҙан Йәнбирҙин, Эмиль Батыршин, Вадим Хисаметдинов, Наҙгөл Зәйнетдинова, Арина Йәмғорова, Тимур Ҡотов, Алмаз Дәүләтшин, Эльмира Шәйәхмәтова ҡатнашып, һәйбәт һөҙөмтә күрһәтте.

Йәш шайморатовсылар көс, тиҙлек һәм оҫталыҡ буйынса ярышты. Һәр команда үҙ маршрутын үтте һәм унда уларҙы төрлө спорт һынауҙары -  оҙонлоҡҡа һикереү, бейек бағанаға күтәрелеү, туптар ярышы, тиҙлеккә йүгереү һәм спорт эстафетаһы көтә ине. Һөҙөмтәлә, беҙҙең район командаһы төбәк этабында еңеүсе булды.

Уҡыусыларҙы һәм уларҙың остаздарын еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Финалда ла уңыштар теләйбеҙ!

“Йәйге Шайморатов уйындары”нда беҙҙекеләр еңеүсе!
“Йәйге Шайморатов уйындары”нда беҙҙекеләр еңеүсе!
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас