+28 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
26 Сентября 2025, 09:29

Ағалы-энеле нацистарға ҡаршы көрәшә

Күптән түгел Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә махсус хәрби операция яугирҙары менән осрашыу үтте. Ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапхана менән берлектә уҙғарылған сара йылы һәм тулҡынландырғыс шарттарҙа барҙы. Уҡыусылар ағалы-энеле “Колхоз” һәм “Чугун” позывнойлы яугирҙарҙың һөйләгәндәрен ҡыҙыҡһынып тыңланы, фронт тормошо, армия дуҫлығы һәм яугирҙар хаттарҙы һәм посылкаларҙы нисек алыуҙары тураһында һорауҙар бирҙеләр. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һәм уҡыусыларҙың концерт номерҙары сараны биҙәне. Осрашыу сәй эсеү менән тамамланды.

Ағалы-энеле нацистарға ҡаршы көрәшәАғалы-энеле нацистарға ҡаршы көрәшә
Ағалы-энеле нацистарға ҡаршы көрәшә

Еҙем-Ҡаран ауылында тыуып үҫкән ағалы-энеле Динар менән Илнар Вәлиевтар илгә ҡурҡыныс янағанда Ватан һағына баҫалар. 36 йәшлек “Чугун” позывнойлы Илнар өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, 2022 йылдың октябрендә иң тәүгеләр рәтендә мобилизациялана. Өс йыл водитель, зенитчик, штурмлаусы булып ауыр һуғыш юлы үтеп, ҡаты яралана, оҙаҡ ваҡыт госпиталдә дауаланып ятҡандан һуң, демобилизациялана. 1985 йылғы Динар (“Колхоз”) 2023 йылдың сентябрь аҙаҡтарында РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөшөп, туғаны артынан махсус операцияға юллана. Водитель, БПЛА операторы булып яу юлында нацистарға ҡаршы көрәшә. Ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булып киткән.
Теләк бер: илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, яу юлынан иҫән-имен әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас