+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
26 Сентябрь 2025, 04:40

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата – Ауырлы ҡатындар көнө барлыҡҡа килде

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата – Ауырлы ҡатындар көнө барлыҡҡа килде. Ул йылына ике тапҡыр – 7 апрелдә һәм 7 октябрҙә, тереклек уянған яҙын һәм емеш тирер мәлдә – көҙөн билдәләнә.

Ауырлы ҡатындар көнө Рәсәй Президентының халыҡты һаҡлауға, ғаилә тормошон популярлаштырыуға, Рәсәйҙәге традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм нығытыуға йүнәлтелгән курсын хуплау булараҡ үткәрелә.

Хәҙерге заман шарттарында ауырлы ҡатындарға ярҙам итеү демографик үҫеш өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Ауырлы ҡатындарға иһә айырым хәстәрлек һәм иғтибар кәрәк.

Үҙҙәренең байрамында ауырлы ҡатындар өсөн мәҙәниәт учреждениеларында саралар үткәреү, музей, театр, күргәҙмә һәм башҡа сараларға улар өсөн ташламалы билеттар тәҡдим итеү, әсәлекте, ғаиләле тормошто популярлаштырыуға йүнәлтелгән мәғлүмәт кампаниялары ойоштороу, шулай уҡ урындағы предприятиеларҙың һәм бизнес йәмәғәтселегенең үҙ тауарҙарына һәм хеҙмәттәренә йөклө ҡатындар өсөн ташламалар яһауын һәм башҡа саралар ойошторорға тәҡдим ителә.

Был саралар йәмғиәттә әсәлеккә һәм балалыҡҡа һаҡсыл ҡараш мәҙәниәте булдырыуға, һәр бер ауырлы ҡатынға хәстәрлек күрһәтеүгә булышлыҡ итәсәк. 

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас