Ошо хаҡта Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте белдерә:
Украин мутлашыусылары нығыраҡ әүҙемләшә бара: рәсми запрос һылтауында дәүләт предприятиелары һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәренән мәғлүмәт алыу өсөн Рәсәй домен зонаһының электрон почта сервистарын йышыраҡ ҡуллана башланылар.
Граждандарға Террорға ҡаршы милли комитет йәки Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәте исеменән пилотһыҙ осоу аппараттары һәм FPV-дрондар йыйыу пункттары, шундай келәттәрҙең урынлашҡан ере, шулай уҡ ошондай эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән кешеләр, ойошмалар (ирекмән берләшмәләре) хаҡында мәғлүмәт биреүҙәрен һорап запростар килә.
Яуаптарҙы, йәнәһе лә, Террорға ҡаршы милли комитеттың һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең рәсми сайттарына, адрестарына оҡшаған ялған электрон адрестар буйынса ебәрергә тәҡдим итәләр.
Шул мәғлүмәттәрҙе диверсион акттар ойошторорға ҡулланыуҙары ихтимал (шул иҫәптән пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында).
Башҡортостандың барлыҡ халҡынан һәм ҡунаҡтарҙан иғтибарлы булыуҙарын, адрестары рәсми сайттарҙыҡы менән тап килмәһә, ниндәй ҙә булһа айырмалыҡ күҙәтелһә, электрон хаттарҙы асмауҙарын һорайбыҙ.
Иғтибар итегеҙ: Террорға ҡаршы милли комитеттың рәсми интернет-ресурсы – WWW.NAC.GOV.RU, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенеке — WWW.FSB.RU.
ҺӘМ ИҢ МӨҺИМЕ: именлек органдары хеҙмәткәрҙәре хаттарҙы, документтарҙы электрон почталар аша таратмай!
Әгәр билдәһеҙ кешеләр һеҙҙән ошондай мәғлүмәт һораһа, ниндәйҙер күрһәтмәләр бирһә, тиҙ арала Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының дежур часына ышаныс телефоны буйынса шылтыратығыҙ: 8 (347) 273-73-72.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.