+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2025, 05:00

Булмышы ла, яҙмышы ла - балаларға арналған

Красноусолдағы “Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлнара Рамазан ҡыҙы Вәлиева ошо эшкә 34 йыл ғүмерен бағышлаған һәм әле лә уның һәр көнө сабыйҙар араһында үтә. Ошо йылдар арауығында үҙен ысын тәрбиәсе итеп танытты, коллективта хөрмәт ҡаҙанды, ата-әсәләр менән дә һәйбәт, йылы мөғәмәләлә.

Булмышы ла, яҙмышы ла - балаларға арналғанБулмышы ла, яҙмышы ла - балаларға арналған
Булмышы ла, яҙмышы ла - балаларға арналған

Тәрбиәсе эше тәү ҡарашҡа ғына бик ябай һөнәр кеүек. Был еңел булмаған һәм яуаплы эштә иңенә оло яуаплылыҡ алырға ҡурҡмаған, тыныс холоҡло, бала йәнле кеше генә оҙаҡ йылдар дауамында эшләй ала. Ул изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүсе. Был юлды һайлаған кеше үҙе лә итәғәтле, киң даирәле булырға тейеш, сөнки ул баланы белеме менән генә түгел, тышҡы ҡиәфәте, холоҡ-фиғеле, һөйләү мәҙәниәте, яҡты йөҙө, күңел паклығы менән дә тәрбиәләй. Гөлнара Рамазан ҡыҙы алда һанап үтелгән тәрбиәсегә хас сифаттарҙың барыһына ла эйә. Шуға ла ул тәрбиәсе һөнәрен дөрөҫ һайлаған, тип әйтергә мөмкин. Үҙ эшен яратҡан тәрбиәсене балалар ҙа ярата. Ипле, тыныс холоҡло тәрбиәсе үҙ тәрбиәләнеүселәренең һәр яҡшылығына ҡыуанып, яңылышлыҡтарына борсолоп, хаталарын төҙәтеп, наҙлы ҡарашы, йылы һүҙҙәре менән уларҙың күңеленә юл һалған.
Ҡаранйылға ауылы ҡыҙы Гөлнара Вәлиева Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлағас, Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. Күңелле студент йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп китә, уҡыу йортон уңышлы тамамлап, тыуған районына әйләнеп ҡайта. Красноусолдағы “Әкиәт” балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә урынлашып, тәүге хеҙмәт юлын ошонда, йәсле балалары (хәҙер кеселәр төркөмө) төркөмөндә башлай. Бер йыл эшләгәс, башҡорт төркөмөнә күсерәләр. Тап ошо беренсе сығарылыш башҡорт төркөмө балалары бөгөнгөләй күҙ алдында уның. Хәҙер уларҙың һәр береһе һөнәр алып, төрлө урындарҙа эшләп йөрөйҙәр. Тәжрибә туп-
лап, үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән алдынғы ҡарашлы, булдыҡлы тәрбиәсене һигеҙ йыл эшләгәс, өлкән тәрбиәсе итеп тәғәйенләйҙәр, ике тиҫтә йылдан ашыу был йөктө тарта Гөлнара Рамазан ҡыҙы. Балалар баҡсаһы мөдирҙәренең элеккеләре Альмира Ғәлим ҡыҙы Кандалова, Любовь Васильевна Воронова, Татьяна Михайловна Ефремова, хәҙергеһе Әлфиә Совет ҡыҙы Ефремова менән ҡулға-ҡул тотоношоп, бер төптән булып, матур итеп эшләргә тура килә уға. Хәҙер иһә дүртенсе йыл инде тәрбиәсе булып “Аҡбуҙат” исемле мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә хеҙмәт юлын дауам итә. Эш дәүерендә ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, юғары белемгә эйә була.
- Баланың мәктәпкәсә осоро – бик яуаплы, мөһим мәл. Көн һайын балаға иғтибар, күңел йылыһы биреп, кескәйҙәрҙе төрлө яҡлап үҫтерергә тырышабыҙ. Күпме бала – шунса холоҡ. Шуға күрә уларға яраҡлашырға, айырым бер шәхес итеп тәрбиәләүгә ҙур көс һалырға кәрәк. Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеге ойош-
торола. Кескәйҙәрҙә тирә-йүнгә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, хеҙмәткә һөйөү, ата-әсәгә, дуҫтарға хөрмәт кеүек бик күп ыңғай һыҙаттар тәрбиәләйбеҙ. Күнекмәләр бөткәс, балалар үҙ аллы уйындар менән мәшғүл, улар менән әкиәттәр уҡыйбыҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ. Шулай уҡ бында балаларға тәртип мәҙәниәте нигеҙҙәре һалына. Мәктәпкә әҙерләүҙән тыш уларҙы шәфҡәтлелеккә һәм изгелеккә өйрәтәбеҙ, әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәр тураһында һөйләйбеҙ, - ти балаларҙы тәрбиәләүгә бөтә күңелен һалып эшләүсе Гөлнара Рамазан ҡыҙы мәктәпкә әҙерлек төркөмөндәге эшмәкәрлеге хаҡында.
Һөнәри байрамы менән ҡотлап, Гөлнара Рамазан ҡыҙына артабан да илһамланып, арымай-талмай эшләүен теләйбеҙ.

Булмышы ла, яҙмышы ла - балаларға арналған
Булмышы ла, яҙмышы ла - балаларға арналған
Булмышы ла, яҙмышы ла - балаларға арналған
Булмышы ла, яҙмышы ла - балаларға арналған
Булмышы ла, яҙмышы ла - балаларға арналған
Булмышы ла, яҙмышы ла - балаларға арналған
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас