+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2025, 05:00

Кинәнеп ял итеү өсөн кәрәкле бөтә нәмә - бер урында!

Үҙенсәлекле тәбиғәте менән айырылып торған районыбыҙҙа эске туризмды үҫтереүгә мөмкинлектәр бик ҙур. Был тармаҡ социаль-иҡтисади үҫешкә тос өлөш индерә. Хозур тәбиғәте һәм саф һыулы йылғалары менән дан тотҡан районыбыҙға республиканан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан килеүсе туристар һаны артҡандан-арта бара.

Кинәнеп ял итеү өсөн кәрәкле бөтә нәмә - бер урында!Кинәнеп ял итеү өсөн кәрәкле бөтә нәмә - бер урында!
Кинәнеп ял итеү өсөн кәрәкле бөтә нәмә - бер урында!

Башҡортостанға туристар ағымы йыл һайын 20-25 процентҡа арта, тип хәбәр итте Республика Башлығы Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында биргән интервьюһында.

-Илебеҙ өсөн эске туризм йәһәтенән уникаль мөмкинлек барлыҡҡа килде. Аңлашылған сәбәптәр арҡаһында рәсәйҙәр сит илдәргә сыҡмай. Йыл һайын Башҡортостанға туристар ағымы 20-25 процентҡа арта. Беҙҙең бурыс - туристар ағымын 3 миллион кешегә еткереү, - тине Хәбиров.

Уның һүҙҙәренсә, төбәк властарының төп эше — «сәйәхәт инфраструктураһын» үҫтереү: урынлашыу урындары, туристик хеҙмәттәр, килеүселәрҙең уңайлы ял итеү шарттары.

Республиканың туристик брендын бер һүҙ менән генә тасуирлап булмай, тип билдәләне Радий Хәбиров. Ул экологик, гастрономик, сәләмәтләндереү, студенттар һәм этнотуризмды берләштерә.

Йәнтөйәгебеҙҙең ожмахтай хозур, бай тәбиғәтен ситтәргә күрһәтеү, шул уҡ ваҡытта “ҡырағай туристар”ҙан һаҡлап ҡалыу йәһәтенән туристик ойошмалар эшләп килә. Шуларҙың береһе – Красноусол шифаханаһынан шәхси эшҡыуарҙар Айгөл Салауат ҡыҙы менән Рәмил Мансур улы Марваевтарҙың “MARVAI” тип аталған атлы туристик базаһы. Үҙ эштәрен тәбиғәт ҡосағында әүҙем ял яратыусылар өсөн аттарҙа йөрөүҙән һәм уҡ атыуҙан башлаған был ойошма хәҙер ныҡлы үҫеш алып, уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Көгөш (Усолка) йылғаһы буйында Красноусол шифаханаһы янында саф һауалы, матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан был база тормош ығы-зығыһынан ял итеү өсөн яҡшы, тыныс, уңайлы урын. Бында ғаилә менән дә, яңғыҙ ҙа килеп ялдарҙы үткәрергә мөмкин.
Үҙҙәренең бәләкәй бизнесын, өҫтәүенә, бер ҡайҙан ярҙам алмай, үҙ көстәре менән башлап китеүе бик еңелдән булмай, әлбиттә. Эшмәкәрлектәрен ат ихатаһы рәүешендә өс аттан башлайҙар, уларҙы бүлеп түләү килешеүе менән алалар. Өйрәтелмәгән аттарҙы менгегә өйрәтеп, 2017 йылдың июнь айында тәүге клиенттарын ҡабул итәләр. Шунан бирле бынан кеше өҙөлмәй.
Марваевтар бының менән генә ҡәнәғәтләнмәй, 2023 йылда ат ихатаһы биләмәһендә ялға килеүселәр өсөн ҙур булмаған хәләл кафе (ризыҡтар экологик йәһәттән саф хәләл продукттарҙан әҙерләнә) асалар.

Радий Хәбиров республикала эшләй башлағанда Башҡортостанда эске туризмды үҫтереү менән бәйле хәлде киҫкен тип атаны. Ул проблеманы кәрәкле инфраструктураның булмауы менән бәйләне. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса эске туризм менән шөғөлләнгәнеүселәр өсөн гранттар һәм субсидиялар, һалым льготалары һәм административ йомшартыуҙар системаһын булдырырға ҡарар ителде. Тап ошондай ярҙам сараларынан файҙаланған да инде Марваевтар. Бәләкәй бизнес менән мәшғүл булған эшҡыуарҙар туризмды, үҙ эшмәкәрлектәрен үҫтереү маҡсатында туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ өлкәһендәге милли проекттары менән дәүләт программаһына мөрәжәғәт итеп, 5 миллион һумлыҡ грант отоуға өлгәшәләр. Дәүләт ярҙамы ҡунаҡ йорттары төҙөүгә тотонолған. 2024 йылда грант аҡсаһына ихатала биш ҡунаҡ йорто ҡалҡып сыҡҡан. Быйыл яҙ улар файҙаланыуға тапшырылған. Бындағы эстән дә, тышҡы яҡтан да йылытылған йорттарҙа йыл әйләнәһенә ял итеү мөмкинлеге буласаҡ. Ял итеүселәр заманса йыһазландырылған, зауыҡ менән биҙәлгән һәм бөтә шарттар булдырылған йылы (электр менән йылытыла, ҡышҡылыҡҡа йылытҡыстар урынлаштырыу күҙаллана) өйҙәрҙә йәшәйәсәк. Өйҙәрҙең һәр береһе дүрт урынлыҡ, мини-кухня, йоҡо бүлмәһе бар. Биләмәһендә мунса, кафе, атта йөрөү һәм тәбиғәттә ял итеү өсөн башҡа күп нәмәләр бар.
Туризмдың үҫеше был эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға ғына түгел, ә халыҡҡа ла файҙалы – киләсәктә ял базаһында эш урындары булдырыласаҡ. Ҡунаҡ йорттарына администратор талап ителәсәк. Йәйге миҙгелдә йәштәрҙе эшкә ҡабул иткәндәр. Әлегә бында ике яҡтан да туғандары ярҙамға килә.
Хозур тәбиғәт ҡосағында ултырған туристик база хужалары ялдарын үткәрергә теләүселәргә төрлө экскурсия программалары тәҡдим итеү, йылғанан ағып төшөүҙәр (сплав) ойоштороуҙы планлаштыра. Биләмәлә балалар майҙансығы, беседкалар һәм башҡаларҙы урынлаштырыу, прокат пункты (велосипед, саңғы, сап, ҡармаҡ һәм башҡалар) асыу, емеш ағастары (алма, груша, слива) ултыртып, алма баҡсаһы булдырыу – Марваевтарҙың киләсәккә пландары. Шулай уҡ уйҙарында киләһе йыл йәйгә эргәнән генә аҡҡан Көгөш йылғаһы буйын, пляжды тәртипкә килтереүҙе тормошҡа ашырыу.
Марваевтар хәйриәселек менән дә шөғөлләнә. Красноусолдағы “Өмөт нуры”нан, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Өфө, Мәләүез ҡалаларынан сәләмәтлек мөмкинлектәре сик-ле инвалид балалар төркөмөн үҙҙәренә саҡырып, аттарҙа, квадроциклдарҙа йөрөтөп, кафела хәләл ризыҡтары менән туҡландырып, ял итеүҙе ойошторалар. Табын ауылындағы балалар приютында тәрбиәләнгән балалар өсөн ошондай ял ойошторорға уйлашалар. Махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам йыйыуға үҙ өлөштәрен индерәләр. Сираттағыһына медикаменттар, үҙҙәре йыйған төрлө шифалы үләндәрҙән сәйҙәр ебәрергә әҙерләйҙәр.
Айгөл Салауат ҡыҙы йәнә үҙенә матур шөғөл тапҡан – кейтеринг менән шөғөлләнә. “Фуршет мастеры” тигән һөнәргә уҡып, белемен камиллаштырып, лицензия алған һәм был үҙенсәлекле шөғөлгә тотонған. Кейтеринг - төрлө ойошмалар менән килешеүҙәр, шәхси кешеләргә заявкалар буйынса төрлө сараларға, кисәләргә, юбилейҙарға, фуршеттарға өҫтәл биҙәү, аштар, ризыҡтар, ҡабымлыҡтар әҙерләү кеүек хеҙмәтте үҙ эсенә ала.
Бизнес кеүек ҙур эшкә тотонған Марваевтарҙың үҙҙәре тураһында ла ҡыҙыҡһыныусылар булыр.
Курорт ауылында йәшәүсе Марваевтарҙы ғаиләләре менән бизнесмендар тип әйтергә була. Күптәр уларҙы йәшелсәселек, нигеҙҙә кәбеҫтә үҫтереү менән шөғөлләнеүселәр тип белә. “MARVAI” туристик базаһы хужаһы Рәмил Мансур улының ата-әсәһе Миңзилә менән Мансур Марваевтар заманында Красноусол шифаханаһы янында бер нисә гектар ер алып, фермер хужалығы төҙөй, уларҙың гектарлап үҫтерелгән эре-эре кәбеҫтәләре ҙур һорау менән файҙаланды. Улдары Марат менән Рәмил дә уларға ярҙамлашып, бизнесты үҙ итеп үҫәләр. Хәҙер иһә атай-әсәйҙәренең эшен дауам итеп, бер нисә гектар ер биләмәһендә үҙ эштәрен асып, эшмәкәрлек алып баралар. Өлкәне - Марат Мансур улы ҡатыны менән еләкселек бизнесы менән шөғөлләнәләр, тиҫтәгә яҡын сортлы баҡса еләге үҫтереп, йәй буйына уларҙы йыйып аҡсаға әйләндерәләр, үҙҙәре өлгөрә алмағанда, халыҡҡа йыйып алыуҙы ла ойошторалар. Ял итеүселәр өсөн мангал зонаһы менән мунса бар.
Кесеһе - Рәмил иһә мәктәпте тамамлағас, Аграр университетта уҡып, агроном һөнәренә эйә була. Ишембай районының Әхмәр ауы-
лы ҡыҙы Айгөл Салауат ҡыҙы менән өйләнешкәс, бер төрлө фекер йөрөтөп, бер маҡсат менән янған йәштәр үҙ эштәрен асалар. Өс ҡыҙға атай-әсәй булғандар. Ҡыҙҙары Самира Красноусолдағы 3-сө урта мәктәптә 1-се класта уҡый, 5 йәшлек Сафия балалар баҡсаһына йөрөй. Әминәгә - 2,5 йәш.
- Минең бәләкәйҙән иң яратҡан малым – ат булды һәм булып ҡала. Тормош юлдашым - башҡорт, аты, умартаһы булһын, тип, теләй инем, теләгем ҡабул булды. Юлымда Ғафури егете Рәмилде осратҡас, бер-беребеҙҙе оҡшатыу ғына түгел, икебеҙҙең дә донъяға ҡарашыбыҙ, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ, хатта уй-пландарыбыҙ ҙа тап килде, уның аты ла, умартаһы ла бар ине, өҫтәүенә, башҡорт, - ти ҡәнәғәт йылмайып Айгөл Марваева. - Шуға ла танышып, оҙаҡ та осрашып йөрөмәнек, мин дин юлында булғанға ла (хәҙер икебеҙ ҙә диндәбеҙ), никахты тиҙләттек. 7 майҙа өйләнешеп, бер ғаилә булып йәшәй башлаһаҡ, 25 майҙа аттар алып, үҙ эшмәкәрлегебеҙҙе башланыҡ. Хәҙер ял итеү өсөн кәрәкле бөтә нәмә - бер урында! Матур маршруттар буйлап атта йөрөргә, бөтә уңайлыҡтары булған йорттарҙа туҡталырға, хәләл кафела тәмле итеп ашарға, мангал зонаһы булған мунсала йәнде ял иттерергә, Красноусол сығанаҡтарына 10 минутта йәйәүләп барырға мөмкин.
Районыбыҙҙың Айгөл менән Рәмил Марваевтар кеүек алға ҡарап эш иткән эшҡыуарҙарының туризмды үҫтереү, яйға һалыу йүнәлешендә тағы ла әүҙемерәк эшләүен, ял итеүселәрҙе һәм сәйәхәтселәрҙе күберәк ылыҡтырыуын теләргә генә ҡала.

 

Әйткәндәй,

- Республикала 600 – ҙән ашыу ҡунаҡхана һәм шифахана, 120 глэмпинг эшләй, шуларҙың 101-е йыл әйләнәһенә эшләй.

- Ғаилә бизнесын асыу һәм үҫтереү өсөн грант ярҙамы күрһәтелгән осорҙа туризм өлкәһендә 54 инвестиция проектына финанс дәүләт ярҙамы күрһәтелгән.

- Йыл һайын туристар ағымының артыуы 20-25 процент тәшкил итә, маҡсат-йыл һайын 3 миллионға тиклем туристы йәлеп итеү.

- Ағымдағы йылда туризмды үҫтереүгә дәүләт ярҙамы суммаһы - 404 миллион һум.

- Ваҡиғалар календарында саралар һаны - 84, башлыса йәй һәм көҙ айҙарында.

Кинәнеп ял итеү өсөн кәрәкле бөтә нәмә - бер урында!
Кинәнеп ял итеү өсөн кәрәкле бөтә нәмә - бер урында!
Кинәнеп ял итеү өсөн кәрәкле бөтә нәмә - бер урында!
Кинәнеп ял итеү өсөн кәрәкле бөтә нәмә - бер урында!
Кинәнеп ял итеү өсөн кәрәкле бөтә нәмә - бер урында!
Кинәнеп ял итеү өсөн кәрәкле бөтә нәмә - бер урында!
Кинәнеп ял итеү өсөн кәрәкле бөтә нәмә - бер урында!
Кинәнеп ял итеү өсөн кәрәкле бөтә нәмә - бер урында!
Кинәнеп ял итеү өсөн кәрәкле бөтә нәмә - бер урында!
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас