+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
1 Октябрь 2025, 04:00

Лётчиктар үҫтергән әсә

Ҡурғашлы ауылына юл төшкәндә, йылдар һынауына бирешмәй, матур итеп ғүмер кисереүсе, лётчик улдар үҫтергән әсә менән осрашыу насип булғайны. Шунда әсә кешенең үткән ғүмер юлдарын байҡап, улдары ошо күкте иңләүсе һөнәрен нисек һайлауҙары тураһында ҡыҙыҡһынып, һөйләшеп алдыҡ. Ә үткәндәрҙә күпме тарих, иҫтәлектәр, кеше яҙмышы һаҡлана...

Лётчиктар үҫтергән әсәЛётчиктар үҫтергән әсә
Лётчиктар үҫтергән әсә

Матур йортта, затлы йыһаздар урынлаштырылған өйҙә ихлас ҡаршыланы беҙҙе Бибинур Нөғим ҡыҙы Батталова. Уның да балалыҡ йылдары, үҫмер саҡтары һуғыш һәм унан һуңғы илде күтәреү кеүек ауыр осорға тура килеп, яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына ташлап, ниндәй генә һынауҙар ҡуйһа ла, бөгөлөп төшмәй, күңеленә матурлыҡ йыйып, алға маҡсаттар ҡуйып йәшәгән.
Бибинур Нөғим ҡыҙы Ҡурғашлы ауылына яҡын урынлашҡан, хәҙер бөткән Сикйылға ауылында 1936 йылда тыуған. Бала сағы әйләнеп кенә ҡарарлыҡ аралыҡта ҡалғандай, бөгөн дә ошо кендеге киҫелгән ғәзиз тыуған ере тураһында бик күп яҡты иҫтәлектәр һаҡлай ул. Һүҙҙе лә шунан башлап:
- Башта Сикйылғала олата-йым ғаиләһе менән бер үҙе генә йәшәгән. Шунан Ҡурғашлыға, хәҙер Сауҡаҡыуыш тип йөрөтөлгән урамда өй һалғансы, сауҡанан ҡыуыш яһап, шунда күсенгәндәр. Сауҡа тип ваҡ ҡына ҡайындарҙы әйтәләр. Унда ике урмансы – олатайым һәм Степан тигән ҡарттың ғаиләләре йәшәгән. Күпмелер ваҡыт үткәс, олатайҙы кире Сикйылғаға (Ситдыҡ йылға), Степан ҡартты Әрмет башына ебәргәндәр. 1938 йылда Сикйылғала эш асылып (леспромхоз тимәй “Биштар” ти торғайныҡ), колхоздан килгән кешеләр эшкә йыйылған. Атайым һуғышта үлгән, икенсе атайыбыҙ әсәйебеҙҙе өс бала менән һуғыштан һуң алған.
Мин мәктәпте тамамлағас, тиҫтеремә кейәүгә сыҡтым. Ул йәшләй генә 22 йәштә үлеп китте. Салауат менән Урал исемле ике бала менән ҡалдым. Сорғотҡа сығып киткәндә 30 йәш ине. Ауылдан килгәс, һөнәр юҡ, башта төҙөлөштә төрлө эштә өйрәнсек булып йөрөргә тура килде. Шунан плита һуғыусыға ярты йыл уҡып, разряд алып, плитасы-мозаикасы булып киттем.
Яҙмыштыр инде, икенсегә кейәүгә сыҡтым. Альберт, Илдар улдарыбыҙ тыуҙы. Был иптәшем менән 41 йыл йәшәнек. Ул Себерҙә һыуыҡ тейҙереп, ауырыны. Шунда төҙөлөштә 25 йыл эшләп, пенсияға сыҡтым. 1990 йылда ҡайтып өй төҙөнөк, бер йылдан тыуған яҡтарға бөтөнләйгә ҡайттыҡ. Салауат улым бәләкәйҙән осоусы һөнәренә тартылды. Сикйылғала йәшәгәндә минән материалдар алдырып, ағастан самолёт эшләп, уға ҡанаттар ҡуйып уйнай торғайны. Сорғотта “Аэромоделист” түңәрәгенә йөрөй башланы.
Хәҙер улым күптәрҙе “лётчик”лыҡҡа ылыҡтырып, был һөнәр ғаилә династияһына әйләнде тиһәң дә була. Салауат, Илдар улдарым - лётчик, Урал – инженер, Альберт – рәссам-биҙәүсе, - тип һөйләп үтте Бибинур апай.
Эйе, Бибинур Нөғим ҡыҙының ике улы ғүмерен зәңгәр күк киңлегенә арнап, лётчик һөнәрен һайлағандар. Бында әсә кешенең дә балаларының ынтылышына ҡанат ҡуйып, ҡыҙыҡһыныусан итеп үҫтереүен билдәләмәй булмай. Салауат Динислам улы 12 йәшендә тәүге тапҡыр тыуған ауылы Сикйылға эргәһенә вертолёт төшкәнен күрә. Был ваҡиға уға көслө тәьҫир яһай һәм ул осоу теләге менән яна башлай. Сорғот ҡалаһына күсеп килеп, 4-се класҡа уҡырға барғас, уның хыялына юл асыла. Ул хеҙмәт юлын 1975 йылда Сорғот авиаотрядында башлап, “АН-2”-не йөрөтә, һуңынан “Utair” авиакомпанияһында “ТУ-154” пассажир самолёттарында командир һәм командир-инструктор булып оса. Хаҡлы ялға туҡтағас, Салауат Мөхәмәтйәновҡа, авиакомпаниялағы лайыҡлы һәм намыҫлы хеҙмәте, аварияһыҙ осоштары өсөн “АН-2” самолетын бүләк итәләр. Уны хеҙмәт стажы 40 йыл булған осоусы тыуған ауылы Сикйылғаға алып ҡайтып ултырта. Ул шулай уҡ был ят һөнәргә ауылдаштарын да йәлеп итеп, улар араһында ла осоусы булып китеүселәр бар. Ҡурғашлы мәктәбе бинаһында хаҡлы ялдағы лётчик тарафынан “Салауат – АВИА” аэроклубы асылып, ул Ғафури районы ДОСААФ-ының структур бүлексәһе булып тора.
Бөгөнгө көндә Бибинур Нөғим ҡыҙы стюардесса булып эшләгән ейәнсәрҙәре, лётчик ейәндәре өсөн дә ғорурлыҡ кисерә. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә әсә йортона йыш ҡайтып торалар. Әсә бөйөклөгө лә тәрбиәле балаларҙа, һәр береһенең ғәзиз кешем тип янып тороуында бит.
Күркәм йәштәге Бибинур Нөғим ҡыҙы әлеге көндә лә балаларына изге теләктәрен теләп, рәхмәттәрен әйтеп, үҙ фатихаһын биреп, уларҙы ҡанатландырып ултыра. Алда ла шулай балалар һөйөнөсөндә, һаулыҡ-именлектә йәшәргә яҙһын уға.

Лётчиктар үҫтергән әсә
Лётчиктар үҫтергән әсә
Лётчиктар үҫтергән әсә
Лётчиктар үҫтергән әсә
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас