+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
1 Октябрь 2025, 04:00

Йәштәр беҙҙән өлгө алһын...

Дауаханала аралашыуға мохтаж булып ятһам, күрше палатала танышымды осраттым. Һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй, киске ашты ла онотҡанбыҙ. Ирҙәр хәбәрләшә башлаһа, ҡатын-ҡыҙҙарҙан уҙҙырабыҙ икән. Танышым сығышы буйынса Толпарҙан булған, хәҙер район үҙәгендә йәшәүсе Дәмин Рәхимов булып сыҡты. “Беҙ, Рәхимовтар, “бабай” туған булмаһа ла, фамилияның ярҙамы тейҙе”, - тип һүҙ башланы. Юл мажараһына осрағас, ГАИ хеҙмәткәрен, “мин Мортаза Ғөбәйҙулловичтың туғаны”, тип ышандыра...

Йәштәр беҙҙән өлгө алһын...Йәштәр беҙҙән өлгө алһын...
Йәштәр беҙҙән өлгө алһын...

80-гә яҡынлашһа ла, кәүҙәһен тура тотоп һәлмәк атлап йөрөй, йәш сағында физик яҡтан көслө булғанын төҫмөрләргә була. Малай сағынан уҡ урман эше менән шөғөлләнә: ағас ҡырҡа, һалабаш һала, тал һыҙыра, балта менән оҫта эш итә. Еҙем йылғаһынан һал ағыҙғанда көслө егеткә алғы ишкәкте ышанып тапшыралар. МСО-ла столяр булып эшен дауам итә. Төҙөлөштә ҡолап та төшә, сос була, “бесәй һымаҡ гел аяҡҡа баҫа торғайным”, тип хәтерләй.
Больницаға эләгеүенең сәбәбен һөйләп алды. Һарай башында серек таҡтаға баҫа, һыҙырылып төшөп китә, ике терһәгенә таянып ҡала. Эш салбары, эске ыштаны йыртылып китә, арт яғы ялтырап тора, оялыштан кешенән ярҙам һорамай, нисектер үҙе ҡотола, дауаханаға ҡатыны оҙата.
Күрергә килгән балалары, рус мөхитендә үҫкән ейән-ейәнсәрҙәре саф башҡортса һөйләшәләр. “Сәбәбе ябай, олатай-өләсәйҙе яратаһығыҙ икән, ҡапҡанан инеү менән тик башҡортса һөйләшәһегеҙ тигән талап ҡуйҙым”, - тип йылмая аҡһаҡал. Хатта балалар баҡсаһына йөрөгән ейәнсәре “ғөмүмән” һүҙенең мәғәнәһен русса аңлатып биреп, тәрбиәсеһен ғәжәпкә ҡалдыра.
Ҡатыны Минзилә менән үҙҙәре һалған, зауыҡ менән биҙәлгән йортта көн күрәләр: баҡса үҫтерәләр, урамда ҡош-ҡорт ҡаңғылдашып йөрөй, үгеҙ аҫрайҙар, һөткә кәзә тоталар. Өйләнгәндә ҡатынына һәм үҙенә егермешәр йәш булған: дүрт бала үҫтереп, үҙ аллы тормош юлына сығаралар, туғыҙ ейән-ейәнсәре бар.
“Хәҙерге йәштәр бөгөн өйләнешәләр, иртәгә ғаиләләре тарҡала, күпме бала атайһыҙ ҡала, яҙмыштары боҙола. Беҙҙән өлгө алһындар, ҡатыным Минзилә менән 56 йыл бер-беребеҙҙе аңлап, балаларға, туғандарға терәк булып йәшәйбеҙ”, - тип һүҙен тамамлай Дәмин Рәхимов.
Дәриғәт РӘХИМОВ.
Красноусол ауылы.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас