+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
3 Октябрь 2025, 06:46

Проблема бармы? Уны хәл итеү юлдары ла табыла!

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса республиканың алдынғы белгестәре ҡатнашҡан семинар-кәңәшмәлә иң көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Район хакимиәте башлығы Венер Вахитов рәйеслегендәге семинар-кәңәшмәлә республика торлаҡ-коммуналь хужалығының яуап-лы вәкилдәре ғафуриҙар алдында сығыш яһаны. Күп фатирлы йорттар рәйестәре (йорт старосталары, йорт советы рәйестәре), ТСЖ (торлаҡ милекселәре ширҡәте) вәкилдәре һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары өсөн махсус ойошторолған осрашыуҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге эшмәкәрлектең актуаль мәсьәләләре яҡтыртылды.

Проблема бармы? Уны хәл итеү юлдары ла табыла!Проблема бармы? Уны хәл итеү юлдары ла табыла!
Проблема бармы? Уны хәл итеү юлдары ла табыла!

Кәңәшмә эшендә Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары Вилорий Угаров, БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Илдар Насиров, БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә йәмәғәт контроленең төбәк үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский, “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте капиталь ремонтлауҙың төбәк операторы” йәмәғәт ойошмаһының Көньяҡ зона буйынса етәксеһе Сергей Лёвкин, БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығының әйҙәүсе белгесе Айгөл Терсинцева ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы В.Вахитов сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләгәндән һуң, уның төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев район биләмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге проблемалы мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү буйынса ҡабул ителгән саралар, муниципаль торлаҡ контролен тормошҡа ашырыу һәм йәмәғәт контролен үҫтереү тураһында сығыш яһаны.
Кәңәшмә сығыштар менән генә сикләнмәне. И.Насиров сарала ҡатнашыусыларға төбәк дәүләт торлаҡ күҙәтеүе һәм контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген камиллаштырыу шарттарында лицензиялы контроль тураһында һөйләне, республика буйынса һәм беҙҙең районда күҙәтеү саралары йомғаҡтары менән таныштырҙы, идара итеү ойошмаларының эше һәм күп фатирлы йорттар советтары эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт бирҙе. А.Дубовицкий торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контролен камиллаштырыу, унда торлаҡ милекселәренең, күп фатирлы йорттар советтары рәйестәренең, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле муниципаль үҙәктәренең, йәмәғәт торлаҡ инспекторҙарының әүҙем ҡатнашыуы, БР-ҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле селтәрен һәм йәмәғәт торлаҡ инспекторҙары институтын үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йүнәлтте. С.Лёвкин күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү һәм подъездарға комплекслы ремонт яһау тураһында мәғлүмәт бирҙе. Ә А.Терсинцева йыйылыусыларҙы Ғафури районы биләмәһендә көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Был көндө иң күп тикшерелгән мәсьәләләр булып күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү һәм подъездарға комплекслы ремонт яһау, төҙөкләндереү программаларында күп фатирлы йорттар советтарының роле, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контролен камиллаштырыу, шулай уҡ идара итеү компаниялары эшмәкәрлегендә асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар торҙо.
Семинар-кәңәшмәнең иң мөһим мәлдәренең береһе - торлаҡ милекселәре ширҡәте рәйестәре, йорт идарасылары һәм күп фатирлы йорттарҙың башҡа вәкилдәре менән әңгәмә булды. Граждандар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар, уларҙы күрһәтеү шарттары, идара итеү компанияһының эше һәм үҙ йорттарында даими рәүештә осраған конкрет проблемаларҙы хәл итеү ысулдары менән әүҙем ҡыҙыҡһынды.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар көнүҙәк мәсьәләләр буйынса емешле фекер алыштылар һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләне.
Ошондай сараларҙы ойоштороу властың төрлө структуралары һәм ойошмалары араһында һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итә, был торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен үҫтереүгә һәм муниципаль биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә ыңғай йоғонто яһай.
Сара бүләкләүҙәр менән тамамланды. Күп йылдар дауамында йәмәғәт эше менән шөғөлләнгән күп фатирлы йорттар советтарының әүҙем рәйестәре билдәләнде. “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле төбәк үҙәгенең” Рәхмәт хаттары Айҙар Ибраһимовҡа, Любовь Вороноваға, Юрий Трошинға, Юрий Тарасовҡа һәм Татьяна Тельцоваға тапшырылды. Район хакимиәте капиталь төҙөлөш бүлегенең баш белгесе - муниципаль торлаҡ инспекторы Рүзилә Вәлишина "Башҡортостан Республикаһының Төбәк операторы" фондының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.

Проблема бармы? Уны хәл итеү юлдары ла табыла!
Проблема бармы? Уны хәл итеү юлдары ла табыла!
Проблема бармы? Уны хәл итеү юлдары ла табыла!
Проблема бармы? Уны хәл итеү юлдары ла табыла!
Проблема бармы? Уны хәл итеү юлдары ла табыла!
Проблема бармы? Уны хәл итеү юлдары ла табыла!
Проблема бармы? Уны хәл итеү юлдары ла табыла!
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас