+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
10 Октябрь 2025, 04:05

Изге эш, рух көсө, намыҫлылыҡ – үлемһеҙ

26 сентябрҙә Сәйетбаба ауылы мәҙәниәт йортонда “Изге эш, рух көсө, намыҫлылыҡ – үлемһеҙ” тигән исем аҫтында Сәйетбаба ауылының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары Факиһа Нөғәмән ҡыҙы менән Сафиулла Ғәлиулла улы Ҡунафиндар тоҡомоноң ҡоро үтте. Мәҙәни сара ил, киләсәк хаҡында уй-фекер туплау, хәтер яңыртыу, изге йолаларҙы, быуындар бәйләнешен барлау һәм үҫтереүгә, илһөйәрлек тойғоһон көсәйтеүгә булышлыҡ итеү ниәтенән ойошторолдо.

Изге эш, рух көсө, намыҫлылыҡ – үлемһеҙИзге эш, рух көсө, намыҫлылыҡ – үлемһеҙ
Изге эш, рух көсө, намыҫлылыҡ – үлемһеҙ

Һәр кем үҙ халҡының, тыуып үҫкән ауылының тарихын, үҙ шәжәрәһен, үткәнен төплөрәк белһә, уның башҡа халыҡ вәкилдәре араһында үҙ бәҫен белеүе шул тиклем юғары буласаҡ. Тамырҙарын тәрәнерәк һәм ентекләп күҙаллаһа, уның милли аң кимәле, мәҙәнилеге шул тиклем үҫешкән була. Шуға ла киләсәк йәш быуынды тарих аша тәрбиәләүгә ҙур иғтибар биреп, ауылдың данлыҡлы, затлы нәҫеле, ауыл ғорурлығы булған Ҡунафиндар вариҫтары ҙур йыйын йыйҙы. Ошонда уҡ Ҡунафиндар нәҫеле тураһындағы “Ишле вә рухлы зат – милләт, ил-ҡор терәге” тигән китаптың исем туйы ла үтте.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына арналған фәһемле кисәгә өлкәндәр менән бер рәттән ауыл мәктәбе уҡыусылары ла зал тултырып килгәйне. ҡор халҡыбыҙҙың гимнына әүерелгән мәшһүр “Урал” көйө менән асылды. Әлфиә Степанова башҡарыуында “Халҡыма” йыры яңғыраны.
Ҡунафиндарҙың мәртәбәле нәҫел байрамына хөрмәтле ҡунаҡ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова килгәйне.
- Бөгөн беҙ матур йыйынға йыйылғанбыҙ. Туғандарҙың ошолай һағынып осрашыуы, күңел асып фекер алышыуы бик күркәм һәм мөһим күренеш. Район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы Вахитов һәм шәхсән үҙемдең исемдән ихлас күңелдән сәләмләйем, - тине Гүзәл Зөфәр ҡыҙы. – Беләбеҙ, Ҡунафиндар данлыҡлы, көслө нәҫел. Улар районыбыҙ ғорурлығы. Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы Сафиулла бабай һәм тыл эшсәне, хеҙмәт ветераны Факиһа әбей бынамын тигән ҡыҙҙар һәм улдар тәрбиәләгән. Ҙур рәхмәт уларға. Ҡунафиндар ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә, ең һыҙғанып, намыҫ менән хеҙмәт итә. Улар барыһы ла матур ғүмер кисерәләр, аҡыллы һәм илһөйәр балалар үҫтерҙеләр, халыҡ өсөн янып йәшәйҙәр һәм эшләйҙәр. Оло ғалимыбыҙ Ғиниәтулла Сафиулла улы республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә танылыу яуланы. Бөгөнгө заман әҙәбиәтен Мөнир Ҡунафиндың ижадынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордендары кавалеры Сафиулла Ғәлиулла улы Ҡунафин кеүек барыбыҙҙың да атай-олатайҙарыбыҙ Еңеү өсөн йәндәрен аямай, фашистарға ҡаршы көрәшкән. Уларҙың батырлыҡтары тарихҡа инеп ҡалған. Бөгөн илебеҙ бик ҡатмарлы һәм тарихи осор кисерә. Махсус хәрби операция биләмәһендә ир-егеттәребеҙ фашистик көстәр менән ҡыйыу алышып, Еңеү көнөн яҡынайтырға тырыша. Ай һайын МХО биләмәһенә гуманитар ярҙам алып барыла. Яугирҙарыбыҙ тылдағыларҙың иғтибарын, йөрәк йылыһын тойоп, ихлас ҡыуаналар, рәхмәт әйтәләр. Артабан да ярҙам итергә тырышайыҡ, берҙәм булайыҡ. Ҡунафиндар йыйыны ла берҙәмлекте һәм бер-беребеҙгә терәк булайыҡ, тигән фекерҙе күтәрә. Ватаныбыҙ татыу ғаиләләре, бай тарихлы нәҫелдәре, берҙәм халҡы менән көслө. Бындай илде бер кем дә еңә алмай. Оло байрам ҡотло булһын! Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ! – тине Г.Байдәүләтова.
Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Венер Ҡунафин ауыл хакимиәте һәм ауыл советы исеменән изге теләктәрен еткерҙе.
Һәр нәҫелдең ғорурлығы булған, оло хөрмәткә лайыҡ, һоҡланғыс шәхестәре булғандай, затлы Ҡунафиндар нәҫеленең иң хөрмәтле, иң абруйлы, ихтирамлы шәхесе – филология фәндәре докторы, профессор, Халыҡ-ара төркиәт академияһы академигы, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре һәм халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены, “Хеҙмәт даны” миҙалы кавалеры, Ғафури районының һәм Сәйетбаба ауылының почётлы гражданы Ғиниәт Ҡунафин һүҙ алды. Халҡыбыҙҙың олуғ улы, ил ағаһы Ғиниәт Сафиулла улы Сәйетбабала әлмисаҡтан тамыр ебәргән Ҡунафиндар нәҫеленең, ҡан-ҡәрҙәштәренең, ырыуҙаштарының борондан алып бөгөнгө көнгә тиклемге тарихын, шәжәрәһен документаль ерлектә яҡтыртҡан “Ишле вә рухлы зат – милләт, ил-ҡор терәге” исемле яңы донъя күргән үҙе яҙған китап менән таныштырҙы, ата-әсәһе тураһындағы хәтер йомғағын һүтте. Район хакимиәте башлығына, ауыл һәм мәктәп китапханаларына нәҫел китапсығын бүләк итте.
Артабан һүҙ Ҡунафиндарҙың лайыҡлы вариҫы – күренекле әҙип, Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафинға бирелде. Мөнир Сәхиулла улына мәртәбәле “Халыҡ яҙыусыһы” исеме күптән түгел генә бирелеп, форсаттан файҙаланып, кисәне алып барыусылар ихлас күңелдән ҡотлап, ижади уңыштар, юғары ҡаҙаныштар теләне. М.Ҡунафин да атай, олатай-өләсәйҙәре тураһындағы яҡты хәтирәләрен барланы.
Сығыштарҙан һуң, Ҡунафиндарҙың тамырҙары барланып, үҙҙәренең ғаиләләре, туғандары менән таныштырыу өсөн һүҙ Ҡунафиндар нәҫелен дауам итеүселәргә бирелде.
Ете балалы Факиһа менән Сафиулла Ҡунафиндарҙың иң өлкән балалары – ҡыҙҙары Фәрихә Сафиулла ҡыҙы Ҡунафина-Сөләймәнова 91 йәштә. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында иң өлкән ҡыҙы һәм кейәүе тәрбиәһендә йәшәй, зиһене яҡты, хәтере шәп. Сәхнә түренә уның балалары саҡырылып, инәйҙәренең ҡотлауын, рәхмәтен еткерҙеләр, видео аша ла сәләмләне. Ғаиләләре менән Лена Сөләймәнова таныштырҙы. Фәрихә апайҙың иң өлкән ҡыҙы Тәнзилә Шаһиҙулла ҡыҙы – юғары категориялы балалар табибәһе-кардиолог, тормош иптәше менән ике ул (Тимур, Азат) тәрбиәләп үҫтергәндәр, икеһе лә ғаиләле, берәр ҡыҙ һәм берәр улдарҙың атайҙары. Үҙе - икенсе ҡыҙы Лена Шаһиҙулла ҡыҙы Өфөлә йәшәй, тарихсы-хоҡуҡ белгесе, фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлеге алып бара, төрлө матбуғат баҫмаларында сығыш яһай. Улы Рәмил Шаһиҙулла улы (авиазаводта эшләгән, хәҙер нефть химияһы проект институтында эшләй) ҡатыны Зифа (юғары категориялы табибә), ҡыҙҙары Ләйсән (табибә) менән Стәрлетамаҡта төпләнгән. Фәрихә апайҙың иң кесе ҡыҙы Миңзилә (филолог, логопед булған) йәшләй мәрхүмә булған. Йырсы Зифа килендәре гитара уйнап, йыр бүләк итте.
Факиһа менән Сафиулла Ҡунафиндарҙың балалары үҙҙәренең фондын булдырған. Фонд араларында иң өлкән апайҙарын, ысын мәғәнәһендә ағинәй Фәрихә Сафиулла ҡыҙын тәбрикләп, бүләк тапшырҙы.
Ҡунафиндарҙың улдарынан иң өлкәне Сәхиулла Сафиулла улы 1938 йылда тыуған. Бар ғүмерен ер эшкәртеү, иген игеү эшенә бағышлаған, 61 йәшендә вафат булған. Сәхиулла Ҡунафиндың тормош иптәше – ауылдың ағинәйе Флүрә Гәрәй ҡыҙы һәм алты балаһы - өс ҡыҙы менән өс улы сәхнә түренән урын алды. Балаларының иң өлкәне – ҡыҙҙары Туймазы районында йәшәүсе абруйлы уҡытыусы Лира Сәхиулла ҡыҙы туғандары менән таныштырҙы, хәтирәләре менән уртаҡлашты. Флүрә менән Сәхиулла Ҡунафиндарҙың ҡыҙ-улдары Венера – Сәйетбаба урта мәктәбе мәктәпкәсә төркөмөнөң өлкән тәрбиәсеһе, Венер – ауыл биләмәһе башлығы, Мөнир – яҙыусы, Эльвера – Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Юнир Сәйетбаба урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Ҡунафиндар фонды Флүрә Гәрәй ҡыҙын “Иң аҡыллы һәм иң яратҡан еңгәбеҙ” тип тәбрикләп, бүләк тапшырҙы. Август айында Мөнир һәм уның тормош иптәше Гөлшат Ҡунафиндарҙың улдары Йәдкәр өйләнеп, яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Ҡунафиндар фонды улдары Йәдкәр менән килендәре Гөлнәзирәне ҡотлап, йәштәргә бәхетле һәм татыу ғүмер кисереүҙәрен теләп, уларҙы ла бүләкһеҙ ҡалдырманы. Венера менән Эльвера Ҡунафиналар йырҙарын бүләк итте. Йәдкәр ҙә йырлап ишеттерҙе.
Факиһа менән Сафиулла Ҡунафиндарҙың икенсе улдары Марат һуғыш башланған 1941 йылда донъяға килгән. Ғүмер юлы районыбыҙҙың хоҡуҡ һаҡлау органдарында үтә, 83 йәшендә вафат була. Сәхнә түренә Марат Сафиулла улының тормош иптәше Саимә Сафа ҡыҙы менән улы Роберт Марат улы күтәрелде. Улар 57 йыл бергә ғүмер кисереп, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, ғаиләләре менән Красноусолда йәшәйҙәр. Бөгөн Марат Сафиулла улының ҡыҙы Лариса Марат ҡыҙының улдары - ейәндәре Артур менән Альберт олатайҙарының юлын дауам итеп, район эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итәләр. Роберт Марат улы өс бала (бер ҡыҙ, ике ул) атаһы, апрель айында ейәне тыуған. Ҡунафиндар фонды сабыйға бәхетле ғүмер теләп, бүләк тапшырҙы. Саимә еңгәләрен “Иң аҡыллы һәм яратҡан еңгәбеҙ” тип бүләкләне.
Сафиулла Ҡунафин Бөйөк Ватан һуғышында күп батырлыҡтар күрһәтеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Ә Факиһа Нөғәмән ҡыҙы бик уңған була, шуға ла һуғыш йылдарын юғалтыуһыҙ-ниһеҙ, имен үткәрәләр. Һуғыштан һуң, 1946 йылда, улдары, Ғиниәт тыуа. Ул бар ғүмерен фәнгә, мәғрифәткә арнай. Сәхнә түренә Ғиниәт Сафиулла улы, уның тормош иптәше Гөлнур Ҡасим ҡыҙы һәм ҡыҙҙары Гүзәл Ғиниәт ҡыҙы саҡырылды. Ғаиләләре менән Гөлнур Ҡунафина таныштырҙы. 1972 йылда өйләнешеп, Сәйетбаба ауылына килен булып төшөүенә быйыл 53 йыл булыуын билдәләп үтте. 25 йыл дәүләт именлеге комитетында хеҙмәт итеп, майор дәрәжәһендә отставкаға сыҡҡан. Бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Гүзәл БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа етәксе урында эшләй, юрист, “Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы” исемен йөрөтә, 1-се класлы дәүләт советнигы, өс улға әсәй. Ул да хәтирәләрен барланы. Улдары Азаматтың бер ҡыҙы һәм бер улы бар. Ҡунафиндар фонды шулай уҡ Гөлнур Ҡасим ҡыҙына “Иң аҡыллы һәм яратҡан еңгәбеҙ”, Ғиниәт Сафиулла улына “Нәҫелебеҙҙең даны һәм маяғы” тип тәбрикләп, бүләк тапшырҙы. Гүзәл һәм Гөлнур, Ғиниәт Ҡунафиндар тамашасыларға “Үҙ яғыма ҡайтһам” йырын бүләк итте.
Ҡунафиндарҙың дүртенсе улдары Хөрмәтулла 1948 йылда тыуған. Бар хеҙмәт ғүмере “Йондоҙ” колхозында үтә, 48 генә йәшендә ауырып вафат була. Ул тормош иптәше Зөбәйҙә апай менән дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Хөрмәтулла ҡыҙҙары Зилә – Сәйетбаба урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, оҙаҡ йылдар директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, хәҙер директорҙың кәңәшсеһе, Земфира – мәктәптең мәктәпкәсә төркөмөндә тәрбиәсе, Зөбәржәт – Красноусолда “Һаҡлыҡ банкы”нда эшләй, Гәүһәр – данлыҡлы “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле коллективы етәксеһе. Был ғаилә менән Венер Ҡунафин таныштырып үтте.
Бишенсе улдары Насибулла 1951 йылда тыуа. Хеҙмәт ғүмере хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегендә үтә, Еҙем-Ҡаран ауыл хакимиәте башлығы булып эшләргә тура килә, майор дәрәжәһендә отставкаға сыға. Насибулла Сафиулла улы тормош иптәше – өс тиҫтә йылдан ашыу математика-физика уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған Таңһылыу Ғәйетхан ҡыҙы һәм улдары Рөстәм менән сәхнә түренән урын алды. Улар ҙа үҙҙәре менән таныштырып, хәтер йомғаҡтарын һүтте. Ҡунафиндар нәҫелен дауам итеүсе ике улға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Уларға ла Ҡунафиндар фондынан үҙҙәренә тәғәйен бүләктәр тапшырылды.
Факиһа менән Сафиулла Ҡунафиндарҙың кинйәбикәләре булып, 1954 йылда ҡыҙҙары Мәүлиха донъяға килә. Мәүлиха Сафиулла ҡыҙы Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы, 10 йылдан артыҡ завуч, 13 йыл директор булып эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2021 йылда коронавирус сиренән вафат була. Ул тормош иптәше Марат Заһит улы менән ул (Марсель) һәм ҡыҙ (Динара) тәрбиәләп үҫтергәндәр, ике ейән, бер ейәнсәргә олатай-өләсәй булғандар. Сәхнә түренә тормош иптәше, ҡыҙы менән килене күтәрелде. Ҡыҙҙары Динара (бер ул әсәһе) ғаиләләре менән таныштырҙы. Килендәре осрашыуҙы ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙе, туғанлыҡ ептәре нығынып китер, артабан да күрешеп торорға насип булһын, тигән теләктә ҡалды. Ҡунафиндар фонды Марат Заһит улын “Иң аҡыллы һәм яратҡан еҙнәбеҙ” тип тәбрикләп, бүләк тапшырҙы.
Ҡунафиндарҙың барыһы ла “Ишле вә рухлы зат – милләт, ил-ҡор терәге” китапсыҡтарын алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
Ауылдаштары исеменән һүҙ алған уҡытыусы-ветеран Фәниә Фәйзуллинаның, Сәйетбаба ауылы ветерандар советы рәйесе Закир Ишмырҙиндың сығыштары ла һәр кемгә фәһемле булды. Алыҫ араларҙы яҡынайтып килгән Дүртөйлө ҡунағы – Ҡунафиндар нәҫеленән - 6 класты бөткәс, ауылдан сығып китеп, 40 йылдан һуң ғына ҡайтырға насип булған Резеда ханым моңло йырын бүләк итте.
Ҡорға Флүр Фәхриевтың, Фәнүр Баязитовтың йырҙары, бейеү, “Асанай” халыҡ һәм вокал ансамблдәрҙең сығыштары үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне.
Йәшәү дауам итһен, нәҫел үҫһен,
Илем яҙмышына үрелһен.
Ил хәстәрен улар ҡайғыртһындар,
Тел хәстәрен онотмаһындар.
Киләсәктә шулай ил етәкләп,
Илен әйҙәп улар барһындар!
Ваҡыт үтә. Ергә яңынан-яңы быуындар килә. Тормош дауам итә. Тик быуындар сылбыры өҙөлмәһен. Ул минән, һинән, беҙҙән тора. Тамырҙарҙы онотмайыҡ! Үҙебеҙҙең нәҫелгә генә хас булған күркәм ғәҙәттәрҙе һаҡлайыҡ! Туғандарыбыҙға, халҡыбыҙға кәрәкле кешеләр булып йәшәйек! – тигән теләктәр менән тамамланы нәҫел йыйыны кисәһен алып барыусылар Миңһылыу Абдуллина менән Фәнүр Баязитов.

Изге эш, рух көсө, намыҫлылыҡ – үлемһеҙ
Изге эш, рух көсө, намыҫлылыҡ – үлемһеҙ
Изге эш, рух көсө, намыҫлылыҡ – үлемһеҙ
Изге эш, рух көсө, намыҫлылыҡ – үлемһеҙ
Изге эш, рух көсө, намыҫлылыҡ – үлемһеҙ
Изге эш, рух көсө, намыҫлылыҡ – үлемһеҙ
Изге эш, рух көсө, намыҫлылыҡ – үлемһеҙ
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас