

“Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Табын гәзите” төркөмөндә сентябрҙә үткән был конкурсты, һәр ваҡыттағыса, төркөмдөң яҙылыусылары дәррәү күтәреп алды. Дәртләнеп уҡырға төшкән кескәй райондаштарыбыҙ менән рәхәтләнеп таныштыҡ. Шуныһы һөйөнөслө: райондың бар тарафтарынан да ҡатнашыусылар булды. Фотолары аҫтына туғандары, дуҫтарының матур теләктәр, һоҡланыу белдерә барыуы бәйгеселәребеҙ өсөн үҙе ҙур бүләк тә, аралашыу мөмкинлеге лә булды тиһәк, һис арттырыу булмаҫ.
Махсус ҡушымтала тауыш биреү ҙә йәнле, сәмле барҙы. Берәүҙәр таныштарын, туғандарын, дуҫтарын йәлеп итһә, икенселәр, “иң мөһиме – ҡатнашыу” тип, Олимпия принцибына тоғро ҡалды. Һөҙөмтәлә, иң күп (1061) тауыш йыйып, Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбе уҡыусыһы Радмир Сөләймәнов (һүрәттә) бәйге еңеүсеһе булып танылды. Тайыш ауылынан Ислам Шәмсетдинов (788 тауыш) – 2-се, Красноусолдағы 2-се урта мәктәптән Светаслава Кәримова (408 тауыш) – 3-сө, Йөҙимән мәктәбенән Ғәзинур Ғүмәров (343) 4-се урынды яуланы. Уларға, шулай уҡ башҡа ҡатнашыусыларыбыҙ: Булат Шәйәхмәтов, Әҙилә һәм Әсилә Шәйәхмәтовалар (Еҙем-Ҡаран), Әҙилә Юлмөхәмәтова (Красноусолдағы 1-се мәктәп), Диана Петрова, Морат Ҡотлошин, Йәсминә Кәримова (өсөһө лә Красноусол башҡорт гимназия-интернатынан), Карина Сөләймәнова (Красноусолдағы 2-се мәктәп), Замир Миңлебаев (Яңғыҙҡайын), Ильяс Ғәзизов (Сәйетбаба), Йөҙимән мәктәбенән Раил Рәхимов, Наҙгөл Садиҡоваға конкурста ҡатнашҡандары өсөн ҙур рәхмәт.
Ошо көндәрҙә еңеүсебеҙ – Радмир Сөләймәнов әсәһе Гөлдәр менән еңеүсе Дипломын һәм бүләген килеп алды. Был ғаилә быйыл “Табын”дағы мәҡәлә геройы булғайны. Уларҙы интернет киңлегендә ярайһы популяр блогерҙар булараҡ күптәр белә. Радмир ғаиләләге ете баланың бишенсеһе. Энеләре Ильвир менән Самирҙы бик ярата икән. Класында 16 малай һәм 3 ҡыҙ уҡыуын, “5” билдәһе алыуын да әйтеп үтте.
Барлыҡ ҡатнашыусыларыбыҙға ла уҡыуҙарында уңыштар теләйбеҙ.