

Байрам уңайынан ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәһенә килеүселәр һатыуға ҡуйған продукцияларын өҫтәлдәргә теҙеп өлгөрмәҫтән һатып алыусылар ҙа килеп еткән. Кемдер бәрәңге, кәбеҫтә, ҡыҙыл сөгөлдөр алырға тип сиратҡа баҫһа, икенселәр һөт ризыҡтары һатыусылар янына теҙелгән. Иген һатыусылар янында ла оҙон сират хасил булған. Ҡош-ҡорт итенең ниндәйе генә генә юҡ. Һөт продукциялары, бал һатыусылар янынан да кеше өҙөлмәй.
МХО-лағы яугирҙарға ярҙам йыйыу маҡсатында “Тыуған йорт йылыһы” акцияһы иғлан иткән М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ағзалары янында ла сират хасил булған. Изге эшкә битараф булмаған һәр кем ярҙам йөҙөнән яугирҙар өсөн кәрәкле әйберҙәр, медикаменттар, госпиталдәр өсөн урын кәрәк-яраҡтары килтерҙе.
Билдәләнгән сәғәттә Республика көнөнә арналған тантаналы митинг башланды. Байрамға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков, Муниципаль район Советы рәйесе Галина Петрова Республика көнө менән ҡотлап, иң ихлас теләктәрен еткерҙе, бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына төрлө кимәлдәге Маҡтау грамолары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Артабан байрам сараһын райондың үҙешмәкәр артистары дауам итеп, тамашасыларға дәртле йыр-бейеүҙәрен бүләк итте.
Мәрхәбә Собханғолова.
Байрам сараһы тураһында гәзитебеҙҙең алдағы һандарында уҡырһығыҙ.