

Күрпәс бей иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында уҙған бәйгелә Өфө, Сибай ҡалаларынан, Учалы, Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет, Салауат, Ишембай, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Көйөргәҙе райондарынан, Татарстан Республикаһынан, хатта Дағстан Республикаһынан ҡатнашыусылар булды. Улар араһында беҙҙең райондан Илшат Хәбибуллин менән Айрат Сәйфуллин бар ине.
Йәмғеһе ике тиҫтәгә яҡын бәйгесе үҙ таҫыллығын һынаны. Бәйгене әҙерләп уҙғарыусы һәм баш судья булып район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, "Граница" ил сиге һаҡсылары район ветерандар ойошмаһы рәйесе Ришат Шаймарҙанов һәм уның тормош иптәше Гөлшат Миңлеғәле ҡыҙы һәм улдары торҙо. Красноусол ағинәйҙәре сәй табыны әҙерләп, бәйгеселәрҙе сәй, буҙа, һый-ниғмәттәре менән һыйланы.
Сара тураһында мәҡәлә гәзитебеҙҙең алдағы һандарында донъя күрәсәк.