Ошондай клуб асылыуы уҡыусыларҙа, илебеҙҙең киләсәге булған үҫеп килеүсе йәш быуында әүҙем тормош позицияһы, илһөйәрлек, Ватанға тоғролоҡ һәм хәүеф янағанда уны һаҡларға әҙер булыу кеүек сифаттарҙы тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай, әлбиттә. Хәрби-патриотик клуб Анастасия Асадуллина етәкселегендәге “Беҙҙең дәүер геройҙары” проектының Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттары конкурсында еңеүгә өлгәшеүе һөҙөмтәһендә булдырылған һәм бай күргәҙмә материалдар, ҡоролмалар менән йыһазландырылған.
Клубты асыу тантанаһында Аҡкүл ауыл биләмәһе башлығы Рифҡәт Мөхәррәмов, район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Рита Сәйфетдинова һәм мәктәптең уҡытыусылар коллективы, уҡыусылар ҡатнашты.
(Был сара тураһында тулыраҡ итеп гәзитебеҙҙең алдағы һандарында уҡырһығыҙ).
Мәрхәбә Собханғолова.