

Зөһрә Шәйәхмәт ҡыҙы 1958 йылдың 18 октябрендә алтын көҙҙәргә йәм өҫтәп, Ишембай районының Ысмаҡай ауылында донъяға килә. Ишембай ҡалаһы мәктәптәренең береһенә йөрөп уҡып, 10-сы класты тамамлай. 1976-1978 йылдарҙа Салауат ҡалаһында ашнаҡсылар әҙерләү курстарында уҡып, был һөнәргә эйә була. Салауатта эшләп йөрөгәндә буласаҡ тормош иптәшен осрата, ҡалаға ҡунаҡҡа килгән Имәндәш егете – атайыбыҙ Шамил Ғиззәт улы менән танышалар. Һәм бер-береһен тәү күреүҙән оҡшатып, береһе өсөн икенсеһе йән атҡан ике йәш йөрәк өйләнешергә ҡарар итә. 1979 йылдың 7 февралендә гөрләтеп туй үткәреп, ҡала ҡыҙы Зөһрә төпкөл Имәндәш ауылына килен булып төшә. Зөһрә Шәйәхмәт ҡыҙы, ғүмерендә һыйыр, мал-тыуарҙы яҡындан күрмәгән булһа ла, килен булып төшөүенең өсөнсө көнөнә урындағы фермаға һауынсы булып эшкә сыға. Тормош иптәше лә фермала малсы булып эшләй. Ауылда ферма бөткәс, сөгөлдөрсө булып хеҙмәт юлын дауам итә. Төп йортта ҡәйнәһе Миңлеямал Сәмерхан ҡыҙы менән әсәле-ҡыҙлы кеүек матур итеп йәшәйҙәр. Ул сирләп түшәккә ятҡас, һуңғы көнөнәсә ҡарап, хәстәрлек күрһәтеп, матур итеп тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙата.
Бер-береһенә ҡарата ихтирамлы-иғтибарлы мөнәсәбәт күрһәтеп, татыулыҡта, ауылдаштарына өлгө булып йәшәне. Беҙгә, 6 балаға: 2 ул (Фаил, Ильяс) һәм 4 ҡыҙға (Ғәлиә, Зөлфиә, Уралия, Земфира) ғүмер бирә атай-әсәйебеҙ. Әммә әсәйебеҙ менән бәхеткә төрөнөп, ғаиләһе менән шатланышып оҙаҡ йәшәргә насип булмай атайыбыҙға, 1994 йылдың 12 авгусында вафат була. Әсәйебеҙ ҡулында береһенән береһе бәләкәйерәк балалары менән (олоһона - 14 йәш, кесеһе 1 йәш тә 2 айлыҡ ҡына була) яңғыҙ ҡала. Атайыбыҙ менән ни бары ун дүрт йыл ғына йәшәп ҡалған әсәй, тип һағыш менән иҫкә алабыҙ бөгөн беҙ. Шулай ҙа, ауыр тормош һынауҙарына, донъя ауырлыҡтарына бирешмәй, тыуған йортобоҙҙоң усағын һүндермәй, матур итеп донъя көттө, беҙҙе, алты балаһын, аяҡҡа баҫтырҙы. Һәр беребеҙҙе уҡытып, оло тормош юлына сығарҙы. Әсәйебеҙгә ауыр йылдарҙа ата-әсәһе ҙур терәк-таянысы булды. Беҙ, балаларының, уңыштарына һөйөнөп, йәшәүгә көс ала. Балалары үҫеп еткәнсе аҙбар тулы мал аҫраны.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйебеҙгә балаһын юғалтыу ҡайғыһын да кисерергә тура килде. Оло улы Фаил 1998-2000 йылдарҙа әрме сафында хеҙмәт итеп, Чечен һуғышында ҡатнашты һәм “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” исеме алып ҡайтты. 2022 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашып, батырҙарса һәләк булды, 2023 йылдың апрелендә ерләнек.
Әлеге көндә беҙ, биш балаһы ла, үҙаллы донъя көтәбеҙ. Әсәйебеҙгә иптәш булып, мин, иң кесе ҡыҙы Земфира, кейәүе Марат һәм дүрт ейән-ейәнсәре менән үҙебеҙ үҫкән төп - атай йортонда төпләнеп йәшәйбеҙ. Төп йорт ихатаһында яңы йорт һалдыҡ, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап донья уртаһында ҡайнап ғүмер итәбеҙ. Иң өлкән апайыбыҙ Ғәлиә ғаиләһе менән Туғай ауылында (Сәйетбаба ауыл биләмәһе) йәшәй, ике бала әсәһе, 5-әр бала әсәйҙәре Зөлфиә менән Уралия апайҙарым ғаиләләре менән Имәндәштә төпләнде. Уралия апайымдың тормош иптәше Марат еҙнәм дә МХО-ла ҡатнашып, бер аяғы ҡаты йәрәхәтләнгәс, һуғыштан бөтөнләйгә ҡайтарылды. Фаил ағайым да өс бала атаһы ине. Ильяс ҡына әлегә башлы-күҙле түгел, Санкт-Петербургта эшләп йөрөй. Бөгөнгө көндә ишле - алты бала әсәһе әсәйем 19 ейән-ейәнсәргә өләсәй, 3 бүлә-бүләсәргә һөйөклө, яратҡан ҡартәсәй булыу бәхетен кисереп йәшәй.
Әсәйебеҙҙең оло йөрәкле, көслө рухлы, сабыр холоҡло булыуына һоҡланыуыбыҙҙың сиге юҡ. Алты балаға ғүмер биреп, изгелектәребеҙҙе күреп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр наҙ-хәстәрен тойоп йәшәүҙән дә ҙур бәхет юҡтыр, моғайын. Ғүмер йомғағың шулай матур итеп, иҫәнлектә-һаулыҡта, хәйерле, бәрәкәтле тормошта тәгәрәһен дә тәгәрәһен әле, беҙҙең иң ҡәҙерле, ғәзиз әсәйебеҙ!
Земфира АҪЫЛҒУЖИНА.
Имәндәш ауылы.