+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
17 Октябрь 2025, 08:49

“Йәш армия”сылар көс, тиҙлек, йылдамлыҡта ярышты

9 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы көнө алдынан йәш патриоттар Красноусолдағы “Йәшлек” ял паркына мауыҡтырғыс “Йәш армия” уйындарына йыйылды. Балалар ижады үҙәге ойошторған был ярыш Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Рәсәйҙә - Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы сиктәрендә уҙғарылды.

“Йәш армия”сылар көс, тиҙлек,  йылдамлыҡта ярышты“Йәш армия”сылар көс, тиҙлек,  йылдамлыҡта ярышты
“Йәш армия”сылар көс, тиҙлек, йылдамлыҡта ярышты

Ысынлап та, программа бик бай ине. Бындай саралар илһөйәрлекте формалаштырыуға, үҙ иле һәм республикаһы өсөн яуаплылыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Был уйын балалар өсөн ысын һынау булды, унда улар үҙҙәренең физик әҙерлеген, үткер аҡылын, сыҙамлылығын һәм тыуған яҡтың тарихын тәрән белеүен күрһәтә алды.
Иң тәүҙә Балалар ижады үҙәге директоры Рәмил Ниғмәтйән улы Кинйәбаев сығыш яһап, йәш армиясыларға изге теләктәрен, уйындың уңышлы үтеүен теләп, үҙ фатихаһын бирҙе. Һәр команда үҙҙәре менән таныштырғас, капитандар Рус география йәмғиәтенең район бүлексәһе, Балалар ижады үҙәгенең “Йәш геолог”, “Йәш армия” берекмәһе етәксеһе Айрат Ришат улы Миңлебаевҡа әҙерлек тураһында рапорт тапшырҙы. Артабан команда капитандары командаһы менән һәм алда буласаҡ уйындар тураһында тулы мәғлүмәт алғас, уйындар башланып китте.
6 команда “медицина”, “ут рубежы”, “Спилс-карта”, “химик һаҡланыу”, “тарихи викторина” кеүек һәм башҡа этаптарҙы үтте. Һәр этапта көс һәм оҫталыҡ ҡына түгел, ә тиҙ фекерләү, йылдамлыҡ, командала эшләү һәләте лә талап ителде.
Һәр ярыш-бәйгенең еңеүсеһе була. Уйын йомғаҡтары буйынса 1-се урынды “Энгрибердс” командаһы (Красноусолдағы 2-се мәктәп) яулаһа, 2-се урын - “Экспресс” (1-се мәктәп), 3-сө урын “Уҡ” командаһына (Балалар ижады үҙәге) бирелде. Шулай уҡ ярышта “Йәш кадеттар” (3-сө мәктәп), “Кәрәкле кешеләр” (Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты) һәм “Финиш” (Балалар ижады үҙәге) командалары лайыҡлы һөҙөмтә һәм еңеүгә ынтылыш күрһәтте.
Мауыҡтырғыс сараның бөтә этаптары ла спорт дәрте һәм үҙ командаһы өсөн еңеүгә өлгәшеү теләге менән барҙы. Ял паркы көлөү, шау-шыу һәм дәртләндереү һүҙҙәренән яңғырап торҙо. Һуңынан һәр командаға Балалар ижады үҙәгенең грамотаһы тапшырылды. Ярыштарҙа балалар бер аҙ арыһалар ҙа, улар барыһы ла был уйындан ҡәнәғәт ине.

“Йәш армия”сылар көс, тиҙлек,  йылдамлыҡта ярышты
“Йәш армия”сылар көс, тиҙлек,  йылдамлыҡта ярышты
“Йәш армия”сылар көс, тиҙлек,  йылдамлыҡта ярышты
“Йәш армия”сылар көс, тиҙлек,  йылдамлыҡта ярышты
“Йәш армия”сылар көс, тиҙлек,  йылдамлыҡта ярышты
“Йәш армия”сылар көс, тиҙлек, йылдамлыҡта ярышты
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас