+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
18 Октябрь 2025, 05:00

“Ҡара-Ҡаплан” батырҙарҙы үҙенә йыйҙы

11 октябрҙә “Красноусол” шифаханаһы биләмәһендә Башҡортостан Республикаһы көнөнә арнап, Табын ырыуының арҙаҡлы шәхесе Күрпәс бей иҫтәлегенә “Ҡара-Ҡаплан” боронғо төрки ҡатнаш хәрби көрәш сәнғәте буйынса асыҡ республика турниры үтте.

“Ҡара-Ҡаплан” батырҙарҙы  үҙенә йыйҙы“Ҡара-Ҡаплан” батырҙарҙы  үҙенә йыйҙы
“Ҡара-Ҡаплан” батырҙарҙы үҙенә йыйҙы

Турнирҙы тантаналы асыу шифахана биләмәһендә районыбыҙҙың тарихи урыны - Күрпәс бей иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында үтте. Сара ҡунаҡтарын һәм бәйгеселәрҙе район хакимиәте башлығы В.Ф.Вахитов исеменән район мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Эльвира Сабирова сәләмләне һәм турнирҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыусыларға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырып үтте. Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылының “Шайморатовсылар” ат спорты клубы етәксеһе Расих Йортбәков, Курорт ауылының "MARVAI" туристик базаһы етәксеһе Рәмил Марваев, Юлыҡ ауылында уҡсылар тәрбиәләүсе уҡ атыу буйынса тренер Кәрим Кәримовтар лайыҡ булды.
Артабан район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов бәйгеселәргә изге теләктәрен еткерҙе һәм турнирҙы юғары кимәлдә ойоштороуҙа ҙур тырышлыҡ һалыусы Ришат Шаймарҙановты, тарихи костюмдар эшләү оҫтаһы Камил Шәрәфетдинов, “Батыр” көрәш клубы тренеры Флорид Ғибаҙуллинды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Маҡтау грамоталары, Ғәлинур Ҡалмырҙин, Кәрим Кәримов, Рәмил Марваев, Рәсих Йортбәковты Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Ғафури ра-йоны “Табын ырыуы” идараһы етәксеһе, хеҙмәт ветераны Ғәлинур Ҡалмырҙин әһәмиәтле сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп сығыш яһаны, изге теләктәрен еткерҙе,Табын ырыуҙары тарихына байҡау яһаны. Турнирҙың баш судьяһы Ришат Шаймарҙанов “Ҡара-Ҡаплан” бәйгеһенең дүртенсе тапҡыр үткәрелеүен билдәләп үтте. Бәйгеселәргә уңыштар теләне. Ришат Раян улы былтыр Ҡалмыҡстанда үткән бәйгелә республикабыҙ исеменән ҡатнашып, 1-се урын яулап ҡайтҡан төркөмдән Айнур Низаметдиновҡа “Башҡорт-мишәр казак йәмғиәте” исеменән “Ырымбур казак ғәскәрҙәренең 450 йыллығы” юбилей миҙалын тапшырҙы. Турнирҙа ҡатнашыусы Илназ Үҙәнбаев бәйгеселәрҙе еңеүҙәргә дәртләндереп, йырын бүләк итте.
Сығыштарҙан һуң, күмәкләп фотоға төшкәс, артабан ярышта ҡатнашыусыларҙы сәмле бәйгеләр көтә ине. Турнирҙа Өфө, Сибай ҡалаларынан, Баймаҡ, Учалы, Белорет, Әбйәлил, Салауат, Ишембай, Дәүләкән, Көйөргәҙе, Ҡырмыҫҡалы райондарынан, Татарстан Республикаһы Алабуға ҡалаһынан, хатта Дағстан Республикаһынан ҡатнашыусылар булды. Улар араһында беҙҙең райондан Илшат Хәбибуллин менән Айрат Сәйфуллин бар ине. Йәмғеһе ике тиҫтәнән ашыу батыр бәйгесе үҙ таҫыллығын, маһирлығын, көсөн һынаны.
Һуңғы йылдарҙа милли уҡ атыу йолаһын тергеҙеү, үҙ аллы шөғөлләнгән уҡсыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу, уҡ-һаҙаҡтың традицион алымдарын өйрәнеү, милләт-ара уҡсыларҙы берләштереү, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән уңыштар һиҙелерлек, тип ышаныслы әйтергә була.
Был көндө бәйгеселәр һыбай килеш сабып килеп сәпкә уҡ атыу һәм һөңгөнө сәпкә ҡаҙалтыу, һыбай килеш ҡылыс менән шешәне сабыу һәм ҡылысты ҡулса аша үткәреүҙә үҙ таҫыллыҡтарын күрһәтте, яһалма ҡылыстарҙа бер-береһенә ҡарата һөжүм итеп, тупаҡ осло уҡ атып ярышты, шулай уҡ һөңгөнө, бысаҡты, балтаны, өс ташты бәреп сәпкә тейҙереү, суҡмар менән бер шешәне, сыбыртҡы менән өс шешәне бәреп төшөрөү, хәнйәр менән таяҡсаларҙы сабып өҙөү, суҡмар менән таҡта киҫәген ватыу этаптарын үтте. Һәр этап араһында сәпкә уҡ атты.
Ярыштар бер тында тигәндәй, ҡағиҙәләргә ярашлы үтте, көс һәм таһыллығын һынаусы батырҙар һәр этапта ныҡышмаллыҡ күрһәтеп, һәр ҡайһыһының еңеүгә ынтылышы көслө булыуы һиҙелә ине.
Бәйге бәйге инде, иң көслөләр һәм иң таһылдар еңеү яулай. Ниһайәт, турнир ахырына яҡынлашып, абсолют чемпион билдәле булды. Ул - Ҡырмыҫҡалы районынан Асҡар Ишбирҙин “Ҡара-ҡаплан” боронғо төрки ҡатнаш хәрби көрәш сәнғәте турнирының абсолют чемпионы булып танылды һәм башҡорт тоҡомло атҡа бүләк-сертификатҡа эйә булып (бүләк-дөлдөлдө бер нисә йыл рәттән турнирҙың абсолют еңеүсеһе булған Баймаҡ батыры Рәсих Йортбәков биргән), оло ҡыуаныс кисерҙе. Әбйәлил районынан Айнур Низаметдинов – 1-се, Баймаҡтан Хөрмәт Таһиров – 2-се, Әбйәлилдән Нуриман Хәйруллин 3-сө урынға лайыҡ булды. Бәйгелә ике генә ҡатын-ҡыҙ ҡатнашып, Лена Йәһүҙина (Әбйәлил) – 1-се, Өфө ҡалаһынан Раушания Сабитова 2-се урын яулап, бүләктәргә эйә булды.
Турнирҙы әҙерләүҙә күп көс һалыусы һәм баш судья -батырҙарҙың сығыштарын баһалаусы булып район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, “Граница” ил сиге һаҡсылары район ветерандар ойошмаһы рәйесе Ришат Шаймарҙанов торһа, уға тормош иптәше Гөлшат Миңлеғәле ҡыҙы һәм улдары Камил менән Ишморат ярҙамлашты. Бәйгеселәр тәмле сәйҙәре, буҙалары һәм тәм-томдары менән һыйлаусы Красноусол ағинәйҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Бәйгене ойоштороп уҙғарыуҙа ярҙамдары өсөн Баймаҡтан “Шайморатовсылар” ат спорты клубы етәксеһе Рәсих Йортбәковҡа, Красноусолдағы “Батыр” клубы тренеры Флорид Ғибаҙуллинға, район хакимиәтенә, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов һәм ҡоролтай ағзаһы Ғәлинур Ҡалмырҙинға, мәктәп ашханаһында туҡланыуҙы ойошторған шәхси эшҡыуар Гөлшат Урманшина етәкселегендәге “Алтын ҡурай” предприятиеһына, район мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәренә, “Красноусол” шифаханаһына, "MARVAI" турбазаһы етәксеһе Рәмил Марваевҡа, БР Ҡара-Ҡаплан боронғо төрки хәрби алышы Федерацияһы ағзаларына, Юлыҡ ауылы уҡ атыусылар клубына рәхмәтле булдылар.

“Ҡара-Ҡаплан” батырҙарҙы  үҙенә йыйҙы
“Ҡара-Ҡаплан” батырҙарҙы  үҙенә йыйҙы
“Ҡара-Ҡаплан” батырҙарҙы  үҙенә йыйҙы
“Ҡара-Ҡаплан” батырҙарҙы  үҙенә йыйҙы
“Ҡара-Ҡаплан” батырҙарҙы  үҙенә йыйҙы
“Ҡара-Ҡаплан” батырҙарҙы үҙенә йыйҙы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас